+21 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Августа , 05:08

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

25 июлдә баш ҡаланың Профсоюздар йортонда сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре бүләкләндеСауҙа хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Константин Климин сараны асып, барыһын да байрам менән тәбрикләне. Шулай уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина, Рәсәй Федерацияһының Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, ҡулланыусылар кооперацияһы һәм эшҡыуарлыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Айҙар Ахунйәнов сығыш яһап, лайыҡлыларҙы тәбрикләне. Республиканың сауҙа предприятиелары һәм тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының, шулай уҡ БР Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Улар араһында районыбыҙҙың сауҙа тармағы хеҙмәткәрҙәре лә бар. “Сифат тирмәне” ЯСЙ-енең туҡландырыу буйынса директоры Олеся Александровна Ярышева менән “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е бухгалтеры Людмила Борисовна Маленкова Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Алтын ҡурай” ЯСЙ-енең производство етәксеһе Ксения Юрьевна Татарченко, директор урынбаҫары Рита Нияз ҡыҙы Кинйәбаева, логист Константин Викторович Швецов БР Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының Маҡтау грамотаһы, ашнаҡсылар Лилиә Асфат ҡыҙы Зәйнетдинова һәм Гөлфинә Фазыл ҡыҙы Ғәлина Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Уларҙы лайыҡлы бүләктәре менән ҡотлап, артабан да халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә уңыштар теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас