+21 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Августа , 05:03

Ҡунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булды

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская эш сәфәре менән “Красноусол” шифаханаһында булып, төп объекттарҙа барған ремонт эштәре барышы менән танышты.

Ҡунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булдыҠунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булды
Ҡунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булды

Мәҫәлән, 6-сы йоҡо корпусының беренсе ҡатында ремонт эштәре тамамланыу алдында. Бында шулай уҡ төкөтмә төҙөлә, унда люкс категорияһына ҡараған ике номер буласаҡ. 6-сы корпус менән ресторан араһындағы үткәүел иһә яңы ресторан комплексына алып барыусы ҡышҡы баҡсалы йылы коридор итеп үҙгәртелә, ә ҡыйығында ял итеү зонаһы булдырыласаҡ.
Артабан мәртәбәле ҡунаҡтар магнитотерапия һәм массаж бүлексәләре эшләгән ләм менән дауалау комплексын ҡараны, әлеге мәлдә төҙөлөш эштәре барған амфитеатрлы йәйге эстрада төҙөлөшө барышы менән танышты, яңы яһалма һыу ятҡылығын да (быуа) ҡарап сыҡтылар. Әйткәндәй, был урын тиҙҙән ял итеүселәрҙең һәм шифахана ҡунаҡтарының яратҡан урыны буласаҡ.
Наталья Юрьевна ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шундай күләмле эштәр башҡарылыуын юғары баһалап, ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүгә ынтылыуҙары өсөн шифахана етәкселегенә һәм коллективына рәхмәт әйтте.
Тап был көндө шифаханала тағы ла бер мөһим объект - 12-се шифалы шишмәнең төҙөкләндерелгән һыу алыу ҡоролмаһын асыу тантанаһы үтте. Белеүебеҙсә, һауыҡтырыу үҙенсәлектәре менән билдәле 12-се сығанаҡ сульфат кальцийлы, аҙ минералланған шифалы - эсәр һыу бирә. Бында, ысынлап та, ҙур эштәр башҡарылған һәм биләмә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән: элекке баҫҡыстар урынына брусчатка түшәлгән, ротонда - көмбәҙләп ябылған колонналы түңәрәк бина төҙөлгән, ял итеү өсөн уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған. Теләүселәр шифалы минераль һыуҙа ҡойонһон өсөн махсус купель төҙөлөп, уның тирәләй сәскәләр һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртылған. Бөтә был эштәрҙе атҡарып сығыуға 4 млн һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Был объект кесе Ватандың статусын күтәреү һәм яҡташтарыбыҙҙың тыуған биләмәләрен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуын төп маҡсат итеп билдәләгән “Атайсал” проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Наталья Юрьевна билдәләүенсә, бындай башланғыстар юғары хуплауға лайыҡ, сөнки улар халыҡты дөйөм ҡиммәттәр тирәләй берләштерә һәм республиканың, тыуған төйәктең сәскә атыуына булышлыҡ итә. Әйткәндәй, был шифахана тарафынан “Атайсал” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған тәүге проект түгел. Былтыр 1,5 километр оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр һуҡмағы төҙөкләндерелеп, был маҡсатҡа 9 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған.
Яңы төҫ алған һыу алыу ҡоролмаһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, "Ҡарағай" шифаханаһы директоры Артур Бәҙретдинов, шулай уҡ "Красноусол" шифаханаһының ветерандар советы рәйесе, курорт биләмәһендә 30 йылдан ашыу йәшәгән Виктор Филатов ҡатнашты.
- Элек уңайһыҙ һәм туҙған баҫҡыстарҙан шишмәгә төшөү бик хәүефле ине, бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Виктор Васильевич. - Шишмәнең тирә-яғы ла ташландыҡ хәлдә булды. Ә бөгөн бында барыһы ла таҙа, төҙөк, матур һәм уңайлы ла. Был изге эшебеҙ меңдәрсә кешенең һаулығы хаҡында хәстәрлектең бер өлөшө ул.
Шифахана директоры Рәмил Бәҙретдинов биләмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
- Яңыртылған сығанаҡты асыу - ул һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү генә түгел, ә тотош биләмә өсөн мөһим эш: шифалы һыу алыу урыны Башҡортостанда һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. Был тыуған ер һәм үҙ йолаларыбыҙға һаҡсыл ҡараш, ә балалар өсөн кесе Ватаныбыҙға һөйөүҙең матур өлгөһө, - тине Рәмил Рафаил улы.
Ысынлап та, яңы майҙансыҡ матурлығы менән әллә ҡайҙан балҡып, һәр кемде үҙенә саҡырып тора.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Ҡунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булды
Ҡунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булды
Ҡунаҡтарҙы йәлеп итер гүзәл урын булды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас