

Лагерҙа һәр көн төрлө күңелле ваҡиғалар менән үтә. Бында хатта иң тынғыһыҙ, тиктормаҫтар ҙа күңелһеҙләнергә өлгөрмәй. Дәртле музыкаға иртәнге зарядкалар, “Минең кәйефем”, “Ҡояш. Йәй. Күҙлек”, шулай уҡ үҙ-үҙеңә саҡырыу булған “Гаджеттан бөтә сменаға баш тарт” акциялары. Иң мөһиме, һуңғы акцияла балалар үҙ-үҙҙәрен “еңә” алды, сөнки йәнле аралашыу смартфон экранына ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, күңеллерәк булып сыҡты.
Бейеү флешмобтары ла балаларҙың барыһына ла айырыуса оҡшаны- бәләкәйенән алып ололарына тиклем рәхәтләнеп, күңелдәре булғансы бейене. Һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурстары йәш таланттарҙы асһа, ә “Мин – турист” һәм “Форд Боярд” квестары ғәҙәти көндәрҙе ысын мажараларға әйләндерҙе. Шәкәрле печенье бешереү, витаминлы салаттар әҙерләү, гипстан төрлө фигуралар эшләү, брелоктар тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Быларҙан тыш, балалар эшсе һөнәрҙәре менән дә танышты, кемдер, бәлки, үҙенә оҡшаған һөнәрҙе күңел түренә һалып та ҡуйғандыр.
Шулай ҙа төрлө тарафтарға экскурсиялар балаларҙың һәр береһендә юйылмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Был ике аҙна эсендә улар ҡайҙарҙа ғына булып өлгөрмәне, хатта өлкәндәр йыл һуҙымында барып етә алмаған иҫтәлекле урындарҙы урап сыҡтылар. Районыбыҙҙың иң күркәм, матур тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Аҡташ һәм Уҡлыҡаяла, Башҡортостандың географик үҙәгендә, “Күркәм дөйәғоштар” фермаһынан тыш, Ишембай районындағы “Торатау” геопаркы һәм Торатау тауында, Ҡырмыҫҡалы районындағы М.Шайморатов исемендәге күргәҙмәләр залында ла булдылар. Йәнә Ҡотлоғужа ауылы янындағы һәм “Красноусол” шифаханаһындағы шифалы һәм изге шишмәләрҙең һыуын да тәмләнеләр. Красноусолдағы Геройҙар һәм Дан аллеяһы менән дә таныштылар. Хәрби бәрелештәр ветераны Ринат Рәхмәтуллин менән осрашып, ихлас аралашыу ҙа балалар хәтеренә һеңеп ҡалғандыр.
- Балаларға “Күңелле старттар”, комик футбол, теләктәр йүгереүе кеүек спорт саралары ла ифрат оҡшаны, - ти Табын коррекция мәктәп-интернаты директоры Фәнүзә Йәнешева. - Беҙ, әлбиттә, ваҡытты күңел асып ҡына үткәрмәнек. Ауыл мәҙәниәт йорто менән берлектә Ғаилә көнө, Нептун көнө, шулай уҡ Иван Купала байрамын да билдәләнек. Шулай уҡ экоакцияла ҡатнашып, лагерь йәнәшәһендәге Еңеү паркын таҙартырға, “Холли” буяуҙар фестивалендә һәм “Фантик” конкурсында ҡатнашырға ла өлгөрҙөк.
Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы әйтеүенсә, ике аҙна бер көндәй үтеп киткән. Улар был көндәрҙә ял итеүҙән дә бигерәк изгелек, иғтибар һәм хәстәрлек мөхитендә йәшәне. Тәрбиәселәр Ләйсән Нәғимова менән Зоя Князева, вожатыйҙар Виктория Подлесная һәм Ольга Белоклокова, смена начальнигы Линара Гаврилова һәр саҡ улар янында булды. Бер генә мәлгә лә балалар үҙҙәрен яңғыҙ итеп тойманы.
Сменаны ябыу сараһы бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы һөҙөмтәле һәм фиҙаҡәр эштәре өсөн коллективҡа рәхмәт белдерҙе. “Балалар, һау булығыҙ. Тағы ла осрашҡанға тиклем”, тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән, балалар был бәхетле, күңелле мәлде оҙайтып, хәтерҙәренә нығыраҡ һеңдереп ҡалырға теләгәндәй, кемуҙарҙан йүгереп килеп тәрбиәселәр һәм вожатыйҙарын ҡосаҡланы. Был - балаларҙың ихлас һөйөүе, рәхмәте.
Сираттағы смена тамамланһа ла “Горизонт” юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ул иң күңелле һәм иҫтәлекле бер мәл булып балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Сөнки тап ошонда уларҙа үҙ көсөнә һәм мөмкинлегенә ышаныс тыуҙы, шатлыҡтарҙы һәм ауырлыҡты уртаҡлашырға әҙер булған дуҫтар тапты.
Р.Хәлимов.