

Уның асылы ябай: идеяһы йәки проекты булған һәр кем килә, уның тураһында һөйләй һәм консультация, мөлкәт йәки финанс рәүешендә реаль ярҙам ала ала. Был кәңәшмә генә түгел, ул уй-фекерҙәрҙе тормошҡа ашырырға ярҙам иткән механизм. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” эшләгән йылдарҙа уның аша йөҙҙәрсә башланғыс үтте, уларҙың күбеһе ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың йөҙөн үҙгәртте лә инде.
Районда сираттағы осрашыу вайымһыҙ булмаған, эшлекле һәм бәләкәй Ватанын ихлас яратҡан кешеләрҙе йыйҙы. Илья Макаров һәм Павел Сипливчак үҙ инициативаларын тәҡдим итте. Уларҙы районды яҡшыртыу теләге генә түгел, ә дөйөм үткәндәр ҙә берләштерә. Улар икеһе лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, алғы һыҙыҡтан ҡайтҡандар һәм тыныс тормошҡа көс һалырға әҙерҙәр.
Ветерандарҙың тәҡдимдәре үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә ҡағыла. Илья Макаров районда үҫмерҙәр өсөн “Скиф” мотокросс клубы асырға, ә Павел Сипливчак Красноусолда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн кикбоксинг буйынса секция булдырырға тәҡдим итә. Ике проект та социаль әһәмиәткә эйә, икеһе лә йәштәрҙе йәлеп итеүгә, уларға файҙалы күнекмәләр биреүгә, урамдан ситләтеүгә һәм характер тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Мотокросс клубы идеяһы айырым иғтибарға лайыҡ. Был ярыш һәм күнекмәләр өсөн урын ғына түгел. Проект үҫмерҙәрҙе “М” категориялы транспорт сараларын, йәғни мопедтар һәм еңел мотоциклдар йөрөтөргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Ошо маҡсатта ауыл үҙәгенән ситтә махсус майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Был балаларға үҙҙәрен һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы хәүеф аҫтына ҡуймайынса, йыһазландырылған трассала өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк. Асылда, был юл травматизмын иҫкәртеү ҙә – урамдар буйлап йөрөү урынына, үҫмерҙәр законлы нигеҙҙә, остаздар күҙәтеүе аҫтында шөғөлләнә аласаҡ.
Кикбоксингҡа килгәндә, был дисциплина күптән инде үҙен рух көсөн, дисциплинаны һәм үҙ-үҙенә ышанысты тәрбиәләүҙең яҡшы ысулы итеп күрһәтте. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бындай шөғөлдәр – энергияны тыныс юлға йүнәлтеү, үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡларға өйрәнеү, дуҫтар һәм фекерҙәштәр табыу мөмкинлеге.
Осрашыуҙа бөтә проект инициаторҙарын борсоған төп мәсьәлә – урынлаштырыу тикшерелде. Ике проект та, сығыш яһаусылар билдәләүенсә, мөлкәт ярҙамына мохтаж. Һәм бында власть һорауҙарға оператив рәүештә яуап биреп, район хакимиәте мотокросс клубы өсөн биналар тәҡдим иткән дә инде. Яҡын арала кикбоксинг секцияһы өсөн дә майҙансыҡ варианттары тәҡдим ителәсәк. Был “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең төп принцибы булып тора, идеялар ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, улар аныҡ ярҙам аласаҡ.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.