+17 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Августа , 05:15

Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр

Умартасы тураһында һүҙ сыҡһа, иң башта хуш еҫле, яңы ғына айыртылған гәрәбә төҫөндәге шыйыҡ бал күҙ алдына баҫа. Ә инде кәрәҙе менән киҫеп алынғаны – телеңде йоторлоҡ...

Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләрБарыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр
Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр

Татлы бал тураһында һөйләй башлауыбыҙҙың үҙ сәбәбе лә бар - тап ошо көндәрҙә, 9 августа, тәмле лә, шифалы ла бал йыйыусы ҡорттарҙы тәрбиәләүсе умартасылар көнө билдәләнә бит. Ошо уңайҙан беҙ әүәлдән көслө умартасылары менән билдәле булған Ибраһим ауылына юлландыҡ.
“Атанан күргән – уҡ юнған”, ти халыҡ аҡылы. Был тапҡыр һүҙҙәр ауылдың тәжрибәле һәм уңған умартасыларының береһе Мансаф Зәйнетдин улы Килмөхәмәтовҡа төбәп әйтелгән тиерһең. Умартасы шөғөлө уға Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған Ғәбдрәфиҡ олатаһынан күскәндер. Хәйер, Мансаф ҡына түгел, уның ағалары ла был кәсепте үҙ иткән.
- Олатайымдың элек түмәр умарталары булған, - ти Мансаф Зәйнетдин улы. – Атайым да ҡортсолоҡто ташламаны, тик ул 7-8 күстән арттырманы. Элгәре бит күпләп тоторға рөхсәт тә булмаған...
Бәләкәйҙән атаһына бергәләшеп, ҡорт араһында үҫкән Мансаф умартасы һөнәрен ғүмерлеккә һайлай. Мәктәпте тамамлағас, Өфө районының Михайловка ауылындағы һөнәрселек училищеһының (әлеге Башҡорт агросәнәғәт колледжы) умартасылыҡ бүлегенә уҡырға инә.
- Училищела уҡығанда апрелдән сентябргә тиклем Благовещен районында умартасы ярҙамсыһы булып практика үттем. Минең өсөн бик файҙалы булды ул, унда күп нәмәгә өйрәндем, - ти бөгөн тәжрибәле умартасы.
1984 йылдан ул элекке Мәжит Ғафури исемендәге колхоз умарталығында эш башлай.
- Ул саҡта колхозда 150 күс иҫәпләнә ине. Атайым менән бергә эшләнек. Йылына ҡарап бер күстән 25-әр килограмм бал алған саҡтар булды, - тип ул йылдарҙы иҫкә алды Мансаф Зәйнетдин улы. – Бер осор Өфө авиация университеты ҡорттарын да ҡараныҡ. Колхоз умарталығынан тыш үҙебеҙҙең дә 50-ләп күс бар ине...
14 йыл самаһы эшләй Мансаф колхоз умарталығында. Һуңынан инде ағаһы Миңлегәрәй менән ауыл йәнәшәһендә ҡуртымға 50 сутый ер алып, үҙ умарталыҡтарына нигеҙ һалалар.
- Элек бында ҡола ялан ине, кәртәләп алып, төрлө ағастар ултырттыҡ. Хәҙер бына, ялан уртаһында матур аҡлан булды ла ҡуйҙы, - ти умартасы үҙ хужалығы менән таныштырып. – Бынан ҡайтҡы ла килмәй хатта. Көнө буйы эшләһәң дә арығаныңды ла һиҙмәйһең, тын юлдары иркенәйеп киткәндәй...
Ысынлап та, бында шундай һиллек, хуш еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай, ә һауаһы һулап туйғыһыҙ. Ниндәй генә ағастар үҫмәй: шыршы, ҡарағай, саған, миләш, йүкә һәм башҡалар. Күккә олғашҡан ағастар, төрлө шифалы үлән, сәскәләр ҡамауындағы умарталар тигеҙ рәттәр булып теҙелеп киткән...
- Күстәр һанын элегерәк 200-250-гә еткерә инек. Әле кәметеп, 50-гә генә ҡалдырғайным, ҡорттар айырып, йәнә ишәйҙе. Хәҙер ҡорт тотоусылар күп. Беҙҙең Ибраһимда ғына ла байтаҡтар. Зиннур Төхвәтуллин, Тәлғәт Ғәлиуллин күптән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Йәштәр ҙә был кәсепте үҙ итә, шуныһы һәйбәт. Тик алған балды һатыуы ауырлаша. Элегерәк Өфө, Стәрле тарафтарына ла сыға инек, хәҙер бик йөрөгө килмәй. Красноусолға ғына сығам. Электән бал алыусылар үҙҙәре өйҙән килеп ала, - ти Мансаф Зәйнетдин улы.
- Ҡайһы берәүҙәр умартасының эше бик еңел, бал ҡорттарын ситтән генә күҙәтеп, рамдар тулғас, балды һарҡытып алаһы ғына ҡала тип уйлай, - тип һүҙгә ҡушыла Мансафтың төп ярҙамсыһы булған ҡатыны Альмира. - Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре күп шул уның. Йәйен бал алыу өсөн йыл әйләнәһенә эшләргә кәрәк, хатта ҡышын да тынғы юҡ. Рамдар эшләй, ояларҙы ҡарай, йүнәтә, таҙарта, балауыҙын ҡайнатаһың... Яҙҙан көҙгә тиклем йәнә тынғыһыҙ осор башлана.
- Шулай булһа ла, яҙҙы, ҡорттарҙы сығарыу мәлен көтөп алабыҙ. Ҡасан йәй етер инде, ти башлайбыҙ. Умарталыҡҡа килеп, ҡорттарҙың безелдәүен тыңлап, ҡарап ҡына ҡайтһаң да күңелгә рәхәт булып ҡала, - тип ҡатынының һүҙен йөпләй Мансаф. - Бал һарҡытҡан ваҡыт иң күңеллеһе инде. Бөтә тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөп, алтындай һап-һары бал ағыла. Шул саҡта бөтә мәшәҡәттәр онотолоп, ҡәнәғәтлек кисерәһең. Ошо нәҙекәй билле ҡорттарҙың тәмле лә, шифалы ла ризыҡ әҙерләүе үҙе бер мөғжизә бит...
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен ошо кәсепкә арнаған Мансаф Зәйнетдин улы умартасы эшен быуын-быуындан күсеп килгән йәшәү рәүешебеҙ тип баһалай. Әйткәндәй, Мансафтың ике улы ла махсус уҡыу йортонда умартасы һөнәрен үҙләштергән. Әлегә ҡалала төпләнеп, вахта ысулы менән эшләп йөрөһәләр ҙә, әкренләп улар ҙа ҡортсолоҡҡа тартылырҙар, тип өмөтләнә ғаилә башлығы. "Эш рәтен беләләр, ялға ҡайтҡан ваҡыттарында умарталыҡта ихлас ярҙамлашалар", ти ул.
– Умартасылыҡ менән бер шөғөлләнә башлаһаң, унан айырылыуы ҡыйын. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең һәр береһе шулайҙыр, - ти умартасы. - Инде етенсе тиҫтәне ваҡлаған Миңлегәрәй ағайым менән Айһылыу еңгәм дә, Еҙем-Ҡарандағы Фәүзиә еңгәбеҙ, яңғыҙ булһа ла, ҡорттарын бөтөрмәне, ихаталарында тоталар...
Телде йоторлоҡ хуш еҫле йүкә балы менән сәй эсеп, ҡайтыр яҡҡа юлланғас, Мансафҡа күрше генә йәшәгән Миңлегәрәй менән Айһылыуҙарға, һуңынан 37 йыл Еҙем-Ҡаранда шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Фәүзиә Килмөхәмәтоваға ла һуғылдыҡ һәм уларҙың да ҡорт ҡараған мәлдәренә генә тура килдек.
- 12 йәшлек Самир ейәнем - уң ҡулым. Ҡортсолоҡ менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, ҡалала үҫһә лә, эш тәртибен белә. Ҡайһы берҙә минең үҙемде өйрәтә башлай, - тип үҙенә ихлас ярҙамлашҡан ейәнен маҡтаны Миңлегәрәй. – Кем белә, бәлки, бер заман ул да олатайҙары эшен дауам итеп, умартасы булып китер...
- Беҙҙең дә ҡорт тота башлауыбыҙға 15 йыл самаһы инде. Мәрхүм тормош иптәшем Айҙар менән гелән бергә тәрбиәләнек, бергә эшләнек. Ҡорттарға шул тиклем өйрәндем, улдарым “үҙеңә ауыр бит, бөтөр инде”, тиһәләр ҙә ташлай алманым. Улар менән иптәш кеүек, һөйләшә-һөйләшә эшләйем. Бал һурҙыра башлаһам, шундай ҙа шифалы, тәмле ризыҡ биреп беҙҙе һөйөндөргәндәре өсөн рәхмәттәремде әйтәм, - ти Фәүзиә.
“Бал ҡортолай егәрле”, “Балы татлы, эше ҡаты” йәки “Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар”, ти халыҡ әйтемдәре. Умартасы үҙе лә бал ҡорто кеүек эшсән һәм тырыш булырға тейеш, сөнки улар ялҡаулыҡты яратмай. Умартасы булыу – ул ҙур хеҙмәт тә, оло кинәнес тә. Олатайҙарының эшен дауам итеп, бар булмыштарын ҡортсолоҡҡа арнаған Килмөхәмәтовтарҙың, барыһы ла алдан һөйләшеп ҡуйғандай, ошо халыҡ әйтем-мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп, үҙ шөғөлдәренән ҡәнәғәт булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Уларға һәм районыбыҙҙың бал ҡорттарындай уңған барса умартасыларына, байрамдары менән ҡотлап, мул уңыш теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр
Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр
Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр
Барыһы ла бал ҡортондай егәрлеләр
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас