+17 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Августа , 05:10

Төҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙе

Августың икенсе йәкшәмбеһендә төҙөүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Төҙөүсе хеҙмәте - имен тормош һәм тотороҡлолоҡ нигеҙе булып тора. Уның һөҙөмтәһенә һәр кешенең йәшәү сифаты турана-тура бәйләнгән. Район инфраструктураһының иң мөһим өлөштәре төҙөүселәр ҡулдары менән ҡорола. Был көн – төҙөлөш тармағында тир түккән һәр кешенең байрамы.

Төҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙеТөҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙе
Төҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙе

Ошо уңайҙан район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы КЕЙЕКБАЕВ менән әңгәмәләштек.
- Фуат Зәки улы, Төҙөүселәр көнө уңайынан райондағы төҙөлөш тармағындағы хәлдәргә байҡау яһап үтһәгеҙ ине.
- Районыбыҙҙа төҙөлөш, ремонт һәм реконструкция эштәренең йыл әйләнәһенә туҡталғаны юҡ. Ағымдағы йылдың беренсе яртыһында беҙ 10 меңдән ашыу кв. м торлаҡты сафҡа индерҙек. 2025 йылда дөйөм 26 980 кв.м торлаҡ файҙаланыуға тапшырылғайны.
Ғафури районы муниципаль ра-йоны биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса 2024-2030 йылдарға адреслы программаның икенсе этабы сиктәрендә, шулай уҡ “Биләмәләрҙе үҫтереү фонды” асыҡ-хоҡуҡи компанияһы иҫәбенә, Красноусолдағы Чушкин урамы, 25-се йорт адресы буйынса күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөшө тамамланып килә. Беҙ унда Курорт һәм Табын ауылдарындағы авария хәлендә тип танылған ике күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе күсерәбеҙ. Күсерелә торған майҙан 1126,62 кв. м тәшкил итеп, торлаҡ һаны – 24 берәмек, 54 кеше күсереләсәк. Күсереүҙең хаҡы яҡынса 120 миллион һум тәшкил итә.
2025 йылда 22 фатирға инвестициялау юлы менән күп фатирлы йорт төҙөү буйынса подряд ойошмаһын билдәләү өсөн һатып алыу үткәрелде, ике торлаҡ бина һатып алынды. Төҙөлөштө “Наш дом” ЯСЙ-е, подрядсы ойошма - Өфө ҡалаһының “Альянс-Строй” ЯСЙ-е алып бара.
Әлегә биҙәү, биләмәне төҙөкләндереү һәм инженерлыҡ селтәрҙәре һуҙыу эштәре бара. Башҡарылған эш күләме 80 проценттан ашыу тәшкил итә. Эштәрҙе тамамлап, объектты тапшырыу ағымдағы йылдың август аҙағына планлаштырылған. Фатирҙарға күсереү 2026 йылдың октябренә күҙаллана.
- Ағымдағы йылда районда тағы ла ниндәй күләмле эштәр алып барыла?
- Красноусол ауылында биологик таҙартыу ҡоролмаларына килгән бысраҡ һыуҙары ҡабул итеү һәм эшкәртеү мәсьәләһе киҫкен тора ине. Район хакимиәте тарафынан смета документацияһы әҙерләнде һәм 2023 йылдың 1 сентябрендәге “Канализация насос станцияһынан биологик таҙартыу ҡоролмаларына тиклемге баҫымлы коллекторҙы капиталь ремонтлау” объекты буйынса смета хаҡының дөрөҫлөгөн билдәләүгә ыңғай һығымта алынды.
Беҙ БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына мөрәжәғәт иттек һәм ағымдағы йылда был объект “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә “Тормош өсөн коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла башланы.
Заказсы булып БР-ҙың “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы тора, төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыусы подрядсы ойошма итеп “Центр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) билдәләнде. Контракт суммаһы 30 миллион һумдан ашыу. Бөгөнгө көндә эштәр тамамланыу стадияһында.
- Төҙөкләндереүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Был йүнәлештә эштәр нисек?
- Район биләмәһендә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында Красноусол ауылында Мәжит Ғафури исемендәге майҙанды төҙөкләндереү эштәре үткәрелде. Бында асфальт япмаһы ремонтланды, яҡтыртыу системалары, эскәмйәләр һәм сәхнә урынлаштырылды. Подрядсы ойошма булып “Торговый дом Ресурс” ЯСЙ-е торҙо.
Был тәңгәлдә шуны әйтеп китергә кәрәк, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса сығымдар сикләнгән булыу сәбәпле, Мәжит Ғафури исемендәге майҙанды төҙөкләндереү эштәрен тамамлау өсөн урындағы бюджеттан өҫтәмә финанс бүленде һәм бағыусылар йәлеп ителде. Өҫтәмә рәүештә сик таштарын ҡуйыу, 1300 кв.м майҙанды асфальтлау һәм Мәжит Ғафури һәйкәлен реконструкциялау эштәре башҡарылды.
Алда билдәләнгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп өҫтөнлөктәренең береһе - биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса ҡарарҙар ҡабул итеүгә халыҡты йәлеп итеү. 2027 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү үтте, ул 21 апрелдән 12 июнгә тиклем дауам итте. Беҙ уңышлы рәүештә 5800 тауыш йыйҙыҡ. Тауыш биреү түбәндәге объекттар өсөн барҙы: Ҡыҙыл партизан һәм Карл Маркс урамдарындағы йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү. Иң күп тауыш беренсе объект өсөн бирелде. 2027 йылда ошо проектты тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Икенсе объектты ла онотмайбыҙ, ул башҡа программалар сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
- Төҙөлөш бригадаларының күп фатирлы йорттар биләмәләрен төҙөкләндереү, подъездар торошон яҡшыртыу, капиталь ремонт буйынса эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләп үтһәгеҙсе?
- Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса республика программаһы сиктәрендә, 2026 йылда “Күп фатирлы йорттарҙағы уртаҡ милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы” фонды тарафынан Красноусолдағы Ленин урамы, 31-се йорт һәм Курорт ауылының Юбилей урамы, 13-сө йорт адрестары буйынса йомшаҡ түбәне капиталь ремонтлау эштәре тамамлана. Өҫтәмә аҡса иҫәбенә Красноусолда Фрунзе урамы, 45/1-се йорттоң ҡыйығы ремонтланды.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, төҙөлөш тармағында мәшғүл булған районыбыҙҙың барлыҡ эшсәндәрен һәм ветерандарҙы, үҙ эштәрен сифатлы һәм ваҡытында үтәүсе, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарға яуап-лы ҡараусы ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ - подрядсыларыбыҙҙы Төҙөүселәр көнө менән ҡотлайым. Һеҙгә еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Иҡтисадтың иң мөһим өлкәләренең береһендә эшләгән төҙөүселәргә хеҙмәт уңыштары, ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Фуат Зәки улы, беҙ ҙә һеҙҙең ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ. Байрам менән!

Төҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙе
Төҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙе
Төҙөүсе хеҙмәте - тотороҡлолоҡ нигеҙе
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас