+11 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
14 Августа , 06:03

Ғафуриҙар - республика "Геройҙар уҙышы"нда йәнә - чемпион

2 августа ВДВ (Һауа-десант ғәскәрҙәре) көнөнә арналған “Геройҙар уҙышы” республика ярыштарында районыбыҙ командаһы ышаныслы рәүештә еңеү яуланы (икенсе йыл рәттән)!

Ғафуриҙар - республика  "Геройҙар уҙышы"нда йәнә - чемпионҒафуриҙар - республика  "Геройҙар уҙышы"нда йәнә - чемпион
Ғафуриҙар - республика "Геройҙар уҙышы"нда йәнә - чемпион

Был сарала егеттәребеҙ икенсе урын алған команданан 2 минутҡа алда килеп, барыһын да хайран ҡалдырҙы. Спорт ярыштарында, хатта секундтар, секундтың күпмелер өлөшө хәл иткес булғанда, ике минут - бик ҙур айырма. Был беҙҙең спортсыларҙың иҫ киткес әҙерлекле булыуын иҫбатлай. Шулай уҡ былтырғы еңеүҙең дә осраҡлы булмағанын күрһәтә. Ул юлы ла, был юлы ла уларҙы Башҡортостан Башлығы Р.Хәбиров үҙе ҡотланы, спортсыларҙың киләсәктә лә еңеүҙәре менән һөйөндөрәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Спортсыларҙың көйәрмәндәре, шул иҫәптән десантсылар араһында ла, бик күп. Командаларҙың үҙҙәре лә аҙ түгел. Мәҫәлән, беҙҙекеләр исемлектә 65-се булып теркәлһә, уларҙан һуң да командалар килеүен дауам итә, хатта республиканан ситтән килеүселәр ҙә була. Һөҙөмтәлә 100-ҙән ашыу команда йыйыла, уларға 16 ҡатмарлы һынауҙан торған “кәртәләр һыҙатын” үтергә кәрәк була. Ярыштың “Геройҙар уҙышы” тип аталыуы ла осраҡлы түгел - унда барыһы ла армия, хатта хәрби шарттарға яраҡлаштырылған. Ярыштар Шишмә районының Алкино ауылындағы “Патриот” паркында үтә.
Беҙҙең команда капитаны Артур Кәримов алып ҡайтҡан видеокадрҙарҙан уларҙың был кәртәләрҙе нисек үтеүен, күпме көс, сыҙамлылыҡ талап ителеүен күрергә мөмкин. Мәҫәлән, танк аҫтынан шыуып үтеү, тәгәрмәстәр аша һикереү, бейеклектән һыуға һикереү һәм ҡаршы ярға йөҙөп сығыу... Иң ҡатмарлыларының береһе - 8 метрлыҡ текә стенаға үрмәләү, беҙҙең команда (видео буйынса) быны ла уңышлы башҡара. Егеттәр финишҡа беренсе булып килеп етә. Йомғаҡ яһағанда (һәр этапта үтелгән һынауҙарҙың дөрөҫлөгө һәм теүәллеге баһалана) беҙҙең егеттәрҙең бер генә штраф балы ла булмауы асыҡлана. Ә башҡалар танк аҫтында ҡалып, һыуға дөрөҫ һикерә алмай йәки стенаға үрмәләй алмай тора. Был һынау, юрамал кеүек, егеттәр байтаҡ арығас, иң һуңғыларҙың береһе итеп ҡуйылған.
Бүләкләү тантанаһында Ғафури районы командаһы капитаны Артур Кәримов улдары Рамазан (3-сө класҡа уҡырға барасаҡ) һәм 3 йәшлек Рамзан менән бергә була. Тренер аталары уларҙы спортҡа бәләкәйҙән үк йәлеп итә. Мәҫәлән, өлкәне 6 йәшендә үк Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһы янындағы Турғаяҡ күле буйында үткән ярыштарҙа еңел атлетика (триатлон) буйынса чемпион булған. Рамазанға еңеүҙәр еңел бирелә: саңғы ярыштары һәм еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ул ышаныслы рәүештә 2-се һәм 3-сө урындарҙы яулай. Ә аҙағыраҡ бокс һәм кикбоксинг менән шөғөлләнә башлай, сөнки өйрәнергә, өлгө алырға һәм бергә күнекмәләр яһарға кеше бар - ул да булһа, ошо спорт төрҙәре буйынса тренер булған үҙенең атаһы.
Әйткәндәй, Артур Мәһәҙи улы үҙе лә физик культура менән башланғыс кластарҙан уҡ етди шөғөлләнә: саңғыла, конькиҙа оҫта йөрөгән, туп типкән, ә оҙон дистанцияларға йүгергәндә тиҫтерҙәрен, хатта үҙенән өлкәнерәк малайҙарҙы ла еңел генә уҙып киткән. 5-се кластан уҡ уның менән Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Фәнүр Алтынбаев етди шөғөлләнә башлай, сөнки малайҙа буласаҡ спортсы һәләтен күрә. Шул ваҡыттан алып Артур спорттан айырылмай. 5-се кластан ярыштарҙа ҡатнаша башлап, ул ярыш рухы менән һуғарыла. Юғары кластарҙа А.Кәримов район ярыштарында алдынғы булһа, 8-се класта уҡ еңел атлетика буйынса республика кимәлендә - 1-се, ә 10-сы класта саңғы ярыштарында 2-се урынды яулай. Уға тиклем беҙҙең спортсылар саңғы спорты буйынса бындай юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне булмаған.
11-се класты тамамлағас, уның алдында спорт карьераһына юл асыла һәм ул Стәрлетамаҡ спорт академияһына уҡырға инеп, ошо юлды һайлай. Унда мөмкинлектәр ҙә, шөғөлләнеү өсөн шарттар ҙа күберәк, өҫтәүенә, башҡа спорт төрҙәре менән дә шөғөлләнергә була. Артур полиатлон, панкратион һәм ҡатнаш көрәш менән мауыға. Үҙе әйтеүенсә, спорт академияһында уҡыған йылдарында уҡ панкратион буйынса республика ярыштарында шәхси зачётта 2-се урынды яулай, саңғы спортында беренсе өлкәндәр разрядына тиклем етә, ә полиатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат була. Шулай итеп, Артур спортта яңы кеше түгел, ә һәр ваҡыт уңыштарға ынтылған танылған көрәшсе. Ул үҙенең тәрбиәләнеүселәрен дә ошоға өйрәтә. Команда ағзаһы Динислам Ғөбәйҙуллин менән бергәләп дәрестәр алып баралар: Артур - өлкәнерәк аудитория менән, ә ярҙамсыһы яңы шөғөлләнә башлаған бәләкәстәр менән эшләй. Уларҙың тәрбиәләнеүселәргә өйрәтерлек нәмәләре бар, бигерәк тә үҙен спортҡа бағышлаған һәм тормошон унһыҙ күҙ алдына ла килтермәгән Артурҙың: 36 йыл ғүмеренең сирегенән ашыуын ул спортта үткәргән, бына шулай.
Артур бер үк ваҡытта төҙөлөш менән дә шөғөлләнә. Эште пластик тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыуҙан башлай, ә 2011 йылдан йорттар төҙөүгә күсә. Быйыл 23 майҙан дәрестәр алып бара башлаған бинаны ла ул үҙе төҙөгән. Улар функциональ күнегеүҙәр, кроссфит, бокс, кикбоксинг, панкратион, грэпплинг һәм башҡалар буйынса шөғөлләнеүҙәр үткәрәләр. Бының өсөн төрлө спорт ҡорамалдары һәм тренажёрҙар бар: “Стэнли” станогы, аэробайк, боксёр грушалары, штангалар, арҡандар, һикереү өсөн тумба, скалодром, медболдар, гантелдәр һ.б. Дәрестәрҙең маҡсаты - көрәш алымдарына өйрәтеү һәм бөтә мускулдарҙы (ҡул, муйын, аяҡ, умыртҡа һөйәге) үҫтереү, тотоу һәм нығытыу.
- Бөтә спорт төрҙәре лә үҙ-ара бәйле, улар бер-береһен бик яҡшы тулыландыра. Шуға күрә бер нәмәнән дә баш тартырға ярамай. Мәҫәлән, улым Рамазан уҡыу ваҡытында саңғы һәм еңел атлетика менән күберәк шөғөлләнә, ә йәйге каникул буйына минең менән бергә ҡатнаш яңғыҙ көрәш (ММА) һәм панкратион менән таныша. Әммә уны әлегә ярыштарға сығармайым, иртәрәк тип һанайым. Нығынһын, тәжрибә туплаһын, шунан һуң рингҡа йәки келәмгә сығыр, – тип уртаҡлаша Артур Мәһәҙи улы. - Ә минең хеҙмәттәшем (командала ла, эштә лә) Динислам полиатлон менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. Уны туғыҙ йәшенән белгәс, спортҡа ҡарашын иғтибар менән күҙәттем. Бик етди егет - Динисламдың һөҙөмтәләре һәм уңыштары ҡыуандыра. Нефть университеты студенты булараҡ, ул уҡыу ваҡытында ла шөғөлләнеүен туҡтатмай. Ә каникул ваҡытында миңә дәрестәр алып барырға ярҙамлаша. Афарин! Ошондайҙарҙан өлгө алырға кәрәк. Сөнки спорт - ул көс, ышаныс, үҙ-үҙеңде контролдә тотоу, тәртип. Һәм күпме үҫмер төрлө спорт йәмғиәттәрендә шөғөлләнһә, уларҙың үҙҙәре, ата-әсәләре һәм дөйөм йәмғиәт өсөн дә шул тиклем яҡшыраҡ. Улар ваҡытты ҡәҙерләргә, уны оҫта бүлергә өйрәнерҙәр, кәрәкмәгән мауығыуҙарға әүрәмәҫтәр һәм насар эштәр ҡылмаҫтар. Ни тиһәң дә, ниндәйҙер ярыштарҙа (зона, республика, округ) беҙҙең Ғафури спортсыларының сағыу сығыш яһауҙары тураһында ишетеү ниндәй күңелле! Был райондың да абруйын күтәрә.
Минең пландарымда - ҙур спорт комплексы (1200 кв. метр) төҙөү. Был йүнәлештә эштәрҙе башланыҡ, урынын да билдәләнек. Ул Октябрь урамы, 28 адресы буйынса урынлашасаҡ. Бына шулай, уртаҡ көс менән беҙ райондың бөгөнгө һәм элекке спорт лидерҙарынан эстафетаны ҡабул итеп алырлыҡ спортсылар әҙерләйәсәкбеҙ.
Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйем. Һәм махсус хәрби операцияның тиҙерәк еңеү менән тамамланыуын теләп ҡалам, - тине А.Кәримов.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас