

Рәйфә Фаат ҡыҙы һәм Рәфис Исмәғзәм улы менән һәр саҡ районда үткән мөһим сараларҙа, махсус хәрби операция яугирҙарына арналған тантаналарҙа осрашып, хәл-әхүәлдәрҙе һорашып торабыҙ. Шулай “Ҡара-Ҡаплан” турнирында осрашҡанда Рәфис Исмәғзәм улы: “Рәйфә апайыңдың сәскәләрен дә килеп күрегеҙ әле, уларҙың һәр береһе матурлыҡ бөркөп ултыра”, - тигәйне, гәзит кешеләре ни, оҙаҡҡа һуҙмай, “Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас”, тип, барып та төштөк.
Ҡапҡа алдарында уҡ йорттарын ел-дауылдан һаҡлар ағастар үҫеп ултыра, заманса күркәм итеп эшләнгән япма аҫтынан, ике яҡта үҫкән күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә һоҡланып, йорт тирәһенә үтәбеҙ. Унда ла төрлө сәскәләргә төрөнгән һоҡланғыс баҡса. Йорт хужаһы менән хужабикә лә ихлас ҡаршылап, өйгә әйҙүкләнеләр. Уларҙа шул осор кешеләренә генә хас итәғәтлелек, йомартлыҡ, мәҙәниәтлелек күренеп тора. Ҡунаҡсыл йортҡа хужабикәнең Өфө ҡалаһында йәшәүсе апаһы Рәйсә, уның улы ғаиләһе менән, ҡыҙҙары Ләйсән балалары менән ҡайтып, бында барыһына урын еткән, мул табынлы өҫтәл артына төшкө ашҡа йыйылғандар ине.
Харисовтар - районда хөрмәтле кешеләр. Ҡасандыр ауыл хужалығын күтәреүгә бар көсөн һалып эшләһәләр, бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән берләшеп, гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәтәләр, патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә үткәрелгән бөтә сараларҙа ҡатнашалар.
Районыбыҙҙың Ҡотлоғужа ауылында тыуып үҫкән Рәйфә Фаат ҡыҙы тыуған ауылында 8-се класты тамамлағас, Йоматау ауыл хужалығы техникумына бухгалтерлыҡҡа уҡырға бара. Сөнки Әнисә, Рәйсә апалары ла ошо һөнәрҙе үҙ итеп, эшләп йөрөгән булалар. Ҡулына диплом алған ҡыҙ 1979 йылда Табын ауылына “Ғафури” совхозына эшкә ҡайта. Шул саҡта комсомол секретары булып эшләп йөрөгән йәш егет уның эш бүлмәһенә инеп: “Ниңә комсомолға иҫәпкә баҫмайһың?” - тигән һорау бирә. Бер-береһенә ҡараш ташлаған йәш белгестәр араһында шул саҡтан ниндәйҙер йылы хистәр ярала. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Рәйфә Фаат ҡыҙы менән Рәфис Исмәғзәм улы өйләнешеп, ғаилә ҡорорға ҡарар итә һәм 1982 йылдың мартында ике яҡтың туғандары йыйылышып, икешәр көн байрам итеп туй яһайҙар. Был иҫтә ҡалырлыҡ матур хәтирә булып ҡала.
Рәфис Исмәғзәм улы Татар Саскүле ауылында тыуып-үҫеп, урта белем алған. Шул саҡтағы үҙенең тиҫтерҙәре кеүек үк, колхоз-совхоз осоронда атай-ағайҙарына ярҙам итеп, тәжрибә туплап, комбайнда эшләп, хеҙмәт сынығыуы алған егет, башта Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын, артабан ситтән тороп Өфө ауыл хужалығы институтының зоотехниклыҡ факультетын тамамлаған. Ул да “Ғафури” совхозында эш башлап, “Забельский” совхозы директоры, Аҡкүл ауыл Советы рәйесе, партком секретары, Салауат исемендәге, “Ленинизм” колхоздары рәйесе булып хеҙмәт юлы үтә. “Был төбәктәрҙә эшләгән йылдар һағындыра. Ундағы кешеләр генә түгел, һәр бағанаһына тиклем таныш бит. План да үтәнек, алға маҡсат ҡуйып йәшәп, эшләнек тә, ял да итә белдек”, - ти ул шул йылдарҙы күҙ алдынан үткәреп.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һайлаған һөнәренең оҫтаһы, үҙен грамоталы белгес, оҫта ойоштороусы итеп таныта Рәфис Исмәғзәм улы. Иң мөһиме – халыҡ уны ярата. Әле хаҡлы ялға туҡтағас та Себергә улы менән бергә барып, йылылыҡ операторы булып эшләп алған. Йәштән сәләмәт тормош алып бара. Саңғы ярыштарында ҡатнашып, күп тапҡырҙар призлы урындар алыуға өлгәшкән. Бала саҡтан эшләп өйрәнгән хеҙмәт ветераны һәр ваҡыт хәрәкәттә, баянда уйнап, йырларға ярата, ғөмүмән, йыр-моңға битараф түгел ул. Рәйфә Фаат ҡыҙы ла тормош иптәшен ҡайҙа эшкә ебәрһәләр, шунда барып, намыҫлы хеҙмәт юлы үткән. Байтаҡ йәш бухгалтерҙарҙы эшкә өйрәтеп, әле лә осрашҡанда уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеп тора. Район Советының, ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталарын, хәрби иҫәп алып барып, хәрби комиссариаттан да бик күп грамоталар алыуға ирешкән. Тыныс, мөләйем ҡатын һәр саҡ теүәл һандар донъяһында үҙ эшенең оҫтаһы булған. Баҡса эше, сәскәләр тәрбиәләү, яҡындарын тәмле аш-һыуҙар менән ҡыуандырыу иң яратҡан шөғөлө.
Улар улдары Илшат һәм ҡыҙҙары Ләйсәнгә ғүмер бүләк итеп, балаларын тәрбиәле, эшһөйәр итеп үҫтергәндәр. Әммә махсус хәрби операцияның әсе еле уларҙы ла урап үтмәгән. Улдары, лейтенант Илшат Рәфис улы 2023 йылдың авгусында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурысын үтәгәндә 30 сентябрҙә тыуған еренең ысын патриоты булған улдарының ғүмере өҙөлә. Ул 1983 йылдың 21 майында Татар Саскүле ауылында тыуған. 2000 йылда Дарьино урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класын тамамлап, шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының “Ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы” факультетына уҡырға инә. 2004-2006 йылдарҙа Рәсәй армияһында өлкән сержант, водителдәр бүлеге командиры булып хеҙмәт иткән. 2010 йылдан вахта ысулы менән хеҙмәтте һаҡлау инженеры булып эшләгән. Ислам улы 11-се, Хадиша ҡыҙы 8-се класҡа мәктәпкә уҡырға барырға йыйына. Улар ҙа өләсәй-олатай йортонда көтөп алынған ҡунаҡ.
- Илшат улыбыҙ 5-се кластан машина йөрөтөргә өйрәнде. Ул яҡты, асыҡ күңелле, изгелексән булды. Әле дуҫтары ла һәр саҡ килеп, хәлде белеп торалар, - ти Харистовтар улдары хаҡында.
Ҡыҙҙары Ләйсән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Марсель менән Морат, Малик исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Олоһо 6-сы, кесеһе 3-сө класҡа барасаҡ. Мәхмүтовтар 5-се класҡа тиклем Бурлы мәктәбендә бергә уҡыған булғандар. Бөгөнгө көндә улар атай-әсәйҙәренең төп таянысы, Аҡкүлдә уларға бер өй аша ғына йорт та һалып ҡуйғандар. Марсель кейәүҙәре Себер тарафтарында эшләп йөрөй.
Рәйфә Фаат ҡыҙы менән Рәфис Исмәғзәм улына һөйөклө улдарын юғалтыу нисек кенә ауыр булмаһын, үҙҙәренә ошо ваҡытта йәшәүгә дөрөҫ йүнәлеш алып, алға табан атларға көс тапҡандар. Районыбыҙҙа “Ғафури” МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре клубы төҙөлөп, ойоштороу һәләте юғары булған Харисовтар был клуб эшен дә әүҙем алып баралар һәм башҡаларға ла өлгө күрһәтәләр. Рәфис Исмәғзәм улы “Ватан һаҡсыһы атаһы” йәмәғәт миҙалына лайыҡ булған. Улар хеҙмәт яратыу, ғәҙеллек, яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү кеүек ҡиммәттәрҙең мөһимлеген бала саҡтан аңлап үҫкән, шуға ла бөгөн башҡаларға ышаныс күрһәтеп, һәр эштең башында торалар. Бөтә изге эштәр менән тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе данлап йәшәй улар. Быға тиклем йорттарында күпләп мал, ҡош-ҡорт тотһалар, хәҙер тауыҡ ҡына ҡалдырғандар. Төрлө шифалы үләндәр йыйып киптерәләр, еләк-емештән ҡаҡ эшләйҙәр, бының өсөн махсус киптергес тә алғандар. Әлбиттә, быларҙың барыһын да МХО-лағы яугирҙарға ебәреү өсөн күпләп эшләй улар. Бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтәләр, һәр йома хәйер ҙә һалып торалар. Уларҙың баҡсаларынан ғына түгел, күңелдәренән дә матурлыҡ бөркөлөп тора. Киләсәктә лә башҡаларға өлгө күрһәтеп, балаларығыҙға, ейәнсәр-ейәндәрегеҙгә, яҡындарығыҙға терәк-таяныс булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә, йән тыныслығында, бәрәкәттә ғүмер кисерергә яҙһын.