+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
16 Августа , 05:00

Пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙең яңы исемле батальоны тураһында нимәләр билдәле

Башҡортостанда яңы исемле пилотһыҙ системалар батальонына һайлап алыу башланды. Радий Хәбировҡа хәрби частарҙың береһенең вәкилдәре ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте һәм республика Башлығы был башланғысты хупланы. Яңы подразделение ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә.

Пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙең яңы исемле  батальоны тураһында нимәләр билдәлеПилотһыҙ ғәскәрҙәрҙең яңы исемле  батальоны тураһында нимәләр билдәле
Пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙең яңы исемле батальоны тураһында нимәләр билдәле

«Беҙҙең ир-егеттәр араһында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр күп. Ул – Ҡораллы Көстәрҙең элитаһы, уға беҙҙең армияның киләсәге бәйле. Ә башҡорт батальондарын ойоштороу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был осраҡта беҙҙең ярҙам һөҙөмтәлерәккә әйләнә. Яугирҙәребеҙгә хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне даими алып барып торабыҙ. Шул уҡ ваҡытта егеттәр өсөн яҡташлыҡ тойғоһо ла ҙур әһәмиәткә эйә, ул өйҙән алыҫта саҡта берләштерә һәм көс өҫтәй», – тип яҙҙы төбәк Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Яҡташтарҙан торған исемле подразделениелар булдырыу – МХО-ның тәүге көндәренән үк республика тормошҡа ашыра башлаған уңышлы тәжрибә. Беҙҙә улар бөтәһе 18 төҙөлдө. Эргәңдә яҡташың булғанда, дошман менән алышыу күпкә һөҙөмтәлерәк һәм ышаныслыраҡ!
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына пилотһыҙ системалар хеҙмәте начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәсәй Геройы, капитан Тельман Уралбаев һөйләүенсә, уҡыу өс ай самаһы дауам итә, әммә ҡайһы берҙә егеттәр бер аҙна эсендә лә барыһын үҙләштерә.
«Тәжрибәле инструкторҙарыбыҙ бик көслө. Улар һөҙөмтәгә өлгәшә белә. Әммә күп нәмә контрактсыларҙың үҙҙәренә, уның ни өсөн фронтҡа юлланыуына бәйле. Мин 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул итәм. Улар – БПЛА операторҙары. Әммә 30 йәштән өлкән, йәғни 35 йәшкә тиклемге яугирҙәр ҙә бар. Улар пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә талап ителгән башҡа һөнәрҙәргә өйрәнә. Иҫәпләү операторҙары, саперҙар, водителдәр һәм башҡалар кәрәк», – ти Тельман Уралбаев.
Башҡортостан Башлығының Рәсәй гвардияһы менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һөйләүенсә, яңы төр ғәскәргә яҙылырға теләгән һәр кем бер нисә талапҡа тап килергә тейеш:
  Йәш: 35 йәшкә тиклем.
  IT-компетенциялар: технологиялар өлкәһендә төп белемдең булыуы. Советник әйтеүенсә, «һәр хәлдә иң кәрәкле әйберҙәрҙе белеү мөһим, шартлы рәүештә әйткәндә – геймер».
  Физик әҙерлек: «А» яраҡлылыҡ категорияһы (тулыһынса һау-сәләмәт).
  Хөкөм ителмәү: мотлаҡ шарт. Яңы подразделение яугирҙәренә бөтә федераль һәм республика түләүҙәре, ғаиләһенә тәғәйен льготалар һаҡлана.

 

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең биш төп өҫтөнлөгө

  Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
  Контракт билдәле ваҡытҡа – бер йәки унан күберәк йылға төҙөлә. Ул тамамланғас, хәрби хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе, уның ризалығынан тыш, БПЛА-ға идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе төрҙәге ғәскәрҙәргә күсереп булмай тип яҙылған.
  Башҡа яугирҙәргә тәғәйен түлә­үҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар һаҡлана, әммә өҫтәмәләр ҙә бар. Студенттар контракт төҙөгән осраҡта академик отпуск алырға, ә хеҙмәттән һуң бюджет нигеҙендә (урындар булһа) уҡыуын дауам итергә хоҡуҡлы.
  Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Дошмандың ҡорамалдарын ҡыйратҡан һөжүм итеүселәргә өҫтәмә рәүештә 50 000-дән 500 000 һумға тиклем аҡса бирелә.

Ҡурҡыу белмәҫ, бер кем бәреп төшөрә алмаҫ пилот

Бөтәһе 154 кеше ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булып таныла. Улар араһында яҡташыбыҙ – легендар хәрби осоусы-һөжүм итеүсе, Сталинград алышында, Донбассты һәм Ҡырымды, Беларусь һәм Литва республикаларын, Польшаны, Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан Муса Гәрәев тә бар.
Бәләкәй ауылда тыуып үҫкән Муса паровоздар менән шул тиклем мауыға, хатта ата-әсәһенә әйтмәйенсә Өфөгә килеп, тимер юл техникумына уҡырға инә. Әммә ҡалала уның яңы мауығыуы барлыҡҡа килә – самолеттар! 1937 йыл. Төньяҡ полюс аша АҠШ-ҡа осҡан Валерий Чкалов, Георгий Байдуков һәм Александр Беляковтың исеме бөтә донъяға таныла. Әлбиттә, Муса аэроклубҡа яҙыла!
Ул үҙенең тәүге хәрби осоштарында уҡ ун берәмек техниканы һәм бер нисә тиҫтә дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Муса Гәрәевтең ҡыйыулығы, сослоғо һәм иҫ киткес даланлы булыуы тураһында барыһы ла һөйләй. 250 хәрби осош, йөҙәрләгән сәпте юҡ итеү һәм бер генә яра ла юҡ.
«Яраларҙан Алла һаҡланы. Бармағында хатта һыҙырылған урын да булманы. Минең мөхәббәтем уны һаҡланы», – тип һөйләгән летчиктың ҡатыны, шәфҡәт туташы Галина Мигунова. Улар фронтта өйләнешә. Ә икенсе һаҡлаусы фәрештәһе уҡсы, бергә осҡан иптәше һәм ысын дуҫы Александр Кирьянов була. Статистика буйынса, бер һәләк булған осоусыға ете һәләк булған уҡсы тура килә, ә Муса Гәрәев берәү менән генә оса!
1945 йылдың майында ул Советтар Союзы Геройының ике Алтын Йондоҙона лайыҡ булған беренсе яугир була.

 

Әгәр яңы подразделениеның бер өлөшө булырға ҡарар итһәгеҙ, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Һайлап алыу талаптары һәм хеҙмәт шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте иртәнге сәғәт 9.00-дән 18.00-гә тиклем +7(995)94-86-541 телефоны буйынса батальон штабына шылтыратып белешергә мөмкин.

 

Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас