Бөгөнгө көндә иһә тотош илебеҙ халҡын бер маҡсат – махсус хәрби операция биләмәһендә укронацистарға ҡаршы һуғышҡан яугирҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индереү теләге берләштерә.
Эйе, махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү — бөгөнгө көндә иң мөһим һәм изге эштәрҙең береһе. Районда бөгөн ирекмәндәр төркөмдәре әүҙем эшләй, улар битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙан ярҙам йыйып, яугирҙарҙың һорауы буйынса кәрәкле әйберҙәрҙе туплап, шулай уҡ шәхси посылкаларҙы даими рәүештә МХО зонаһына оҙата. Ошонда әүҙем йәмәғәтсе Рәмзиә Насирова етәкселегендәге М.Шайморатов исемендәге һәм “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” штабы (етәксеһе Светлана Таһирова) ирекмәндәренең фиҙаҡәр эшен айырым билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ бөгөнгө көнгә алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы 679 юрған тегеп оҙатҡан “Швейбат” ирекмәндәре айырым маҡтауға лайыҡ.
Бына әле күптән түгел Өфө ҡалаһынан “Еңеү өсөн” ирекмәндәр төркөмө менән районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды.
- Был юлы тотош район халҡы тырышлығы менән яугирҙар өсөн беренсе сиратта кәрәк булған һәм уларҙың шәхси үтенестәре менән тупланған әйберҙәрҙе ебәрҙек. Атап әйткәндә, машина, мотоцикл, генератор, аккумуляторлы электр станцияһы, болгарка, электродтар, бысҡыға сылбырҙар, резина итектәр, “Уаз” машинаһына тәгәрмәстәр, рация, маскировкалау селтәрҙәре, дарыуҙар һәм беренсе ярҙам күрһәтеү саралары, быҡтырылған ит консервалары, аҙыҡ-түлек, шифалы бал, эсәр һыу һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Шулай уҡ яугирҙарҙың яҡындарынан исемле посылкалар ҙа күп булды, - ти М.Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Рәмзиә Насирова. - Сираттағы һәр гуманитар ярҙамды әҙерләүгә үҙ өлөшөн индереүсе “Россияночка”, “Ышаныслы тыл”, “Родина- Ватан” ирекмәндәр төркөмөнә, шулай уҡ ауылдар халҡына, төрлө ойошма-учреждениелар коллективтарына рәхмәт әйтеп, барыһын да гуманитар ярҙам көнө – изгелек һәм мәрхәмәтлек көнө уңайынан ҡотлайым.
- Әйткәндәй, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ менән даими бәйләнеш тотабыҙ. Гуманитар ярҙамды алыу менән улар видеояҙма аша район халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, - тип дауам итте Рәмзиә Сергеевна. - Ошо көндәрҙә генә йәнә иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе, күп тапҡырҙар алғы һыҙыҡҡа үҙ машинаһында гуманитар ярҙам алып барған Фирғәт Зәйнуллин ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Коршун” позывнойлы яугир аша яҡташтарыбыҙға беренсе сиратта кәрәк булған бик күп әйберҙәр оҙатты.
Эйе, бөгөн барыбыҙ ҙа дөйөм тырышлыҡ менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Беҙ бергә булғанда ғына бар ауырлыҡтарҙы еңеп, тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтасаҡбыҙ.
Мәрхәбә МӘМӘТҠОЛОВА.