+21 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Августа , 10:43

Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк

“Красноусол” шифаханаһы Акционерҙар ойошмаһының генераль директоры Рафаэл Бәҙретдинов инициативаһы менән Изге сығанаҡтар биләмәһен яңыртыу, шулай уҡ уның тирә-яғын төҙөкләндереү планлаштырыла.

Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәкИзге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Үткән аҙнала шифаханала тап ошо мәсьәлә буйынса Ҡазан ҡалаһы проектлаусылары ҡатнашлығында эшлекле кәңәшмә үтте.
Һөйләшеү барышында төп маҡсаттар асыҡланды. Ҡунаҡтар өсөн заманса уңайлыҡтар өҫтәп, был изге урындың тәбиғи ландшафтын һәм тарихи булмышын һаҡлау төп бурыс тип билдәләнде. Эш барышында проектлаусылар биләмәнең һәм тәбиғәттең бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уңайлы һәм һөҙөмтәле проект төҙөргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ проектлаусылар командаһы менән шифахана биләмәһендә, 1-се һәм 2-се йоҡо корпустары менән ЛДК корпусы араһында бассейн төҙөү буйынса ла күләмле эш планлаштырылды. Бында йылы үткәүелдәр төҙөү һәм лифттар урынлаштырыу кеүек мәсьәләләр ҙә асыҡланды.
Проект бик күләмле, әлбиттә, һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн күп кенә ваҡыт кәрәгәсәк. Башланған эш-бөткән эш, ти халыҡ мәҡәле. Яҡын киләсәктә изге шишмәләр биләмәһе лә яңы төҫ алыр.
Мәрхәбә Собханғолова.

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
- Беҙҙең шифаханалар мөһим социаль функция үтәй. Шул иҫәптән яугирҙарҙың һәм уларҙың ғаиләләренең һаулығын нығытырға ярҙам итәләр. Шулай ҙа был уңышлы предприятиелар. Уларҙың хеҙмәттәре ҙур һорау менән файҙаланыла, улар аҡса эшләй һәм артабанғы үҫешкә аҡса һала. Шул уҡ "Красноусол"да үҙ аҡсалары иҫәбенә фондты тағы ла 200 номерға арттырырға планлаштыралар. Һәм был бер генә миҫал. Был тенденцияны һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү мөһим.

Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Изге сығанаҡтар биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас