+16 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Августа , 09:37

Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы

Башҡорт фольклорын үҫтереүгә тос өлөш индергән, халҡыбыҙға аң-белем биреүҙә, уның рухи-мәҙәни үҫешендә ярайһы уҡ эҙ ҡалдырған шәхестәр араһында хәҙерге Ғафури районының Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән Вәлиулла Фәйзулла улы Ҡоломбәтов та (1881-1965) бар. 20 августа уның тыуыуына 145 йыл тулды.

Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫыВәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы
Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы

Вәлиулла сәсән тураһында уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем районыбыҙ халҡы бер ни ҙә белмәй ине тиерлек. Бары тик 1991 йылда сәсән-мәғрифәтсенең тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы беҙгә, райондың бер төркөм зыялыларына, уның исемен тергеҙеү буйынса әҙме-күпме ынтылыш яһарға насип булды. Башта "Табын" гәзитендә сәсәндең ижадына арналған мәҡәләләр, иҫтәлектәр һәм шиғырҙар шәлкеме баҫтырып сығарҙыҡ. Шул уҡ йылдың 11 июнендә район тарихында тәүге тапҡыр Ибраһим мәҙәниәт йортонда Вәлиулла Ҡоломбәтовтың юбилейына арналған сәсәндәр бәйгеһе уҙғарылды. 30 июлдә иһә уның тыуған ауылында ойошторолған хәтер кисәһе күркәм сараларҙың береһе булып тарихта ҡалды. Байрамға Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар – күренекле яҙыусы-публицист Ғәзим Шафиҡов, арҙаҡлы ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов, сәсәндең ҡыҙы Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы һәм башҡа яҡын туғандары килгәйне.
Вәлиулла Ҡоломбәтовтың юбилей сараһында ихлас ҡатнашҡан Әхмәт Сөләймәнов 1994 йылда Башҡортостан телевидениеһында "Сәсән" исемле тапшырыу әҙерләп күрһәтте.
2016 йылдың 24 сентябрендә Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы Ғафури районында сираттағы юбилей саралары үткәрелде: тәүҙә сәсән-мәғрифәтсегә арналған йәш сәсәндәр бәйгеһе ойошторолдо, артабан Яҡтыкүл ауылында ейәне Ғаяз Әминевтең аҡсалата ярҙамында эшләнгән барельефты (авторы – Илдар Шәйәхмәтов) асыу тантанаһы булды, һуңынан Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонда хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылды.
2021 йылда сәсән-мәғрифәтсенең тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы иһә үҙәк район китапханаһы "Табын" гәзите редакцияһы, "Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһе, Сәсәндәр мәктәбе ағзалары һәм китапханасылар ҡатнашлығында бай йөкмәткеле сара үткәрҙе. Ҡыҫҡаһы, ғафуриҙар үҙ шәхесен онотмай, йәш быуынды уның бай ижады менән даими таныштырып бара.
Вәлиулла Фәйзулла улы уҙған быуаттың 20-се йылдарында Табын кантонында һәм күрше төбәктәрҙәге ауылдарҙа мәктәптәр асыуҙа ҙур эш алып бара, кантондың мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын да башҡара.
Мәғрифәтсе-мөғәллим, шағир-импровизатор В.Ҡоломбәтовтың ижади эшмәкәрлеге тураһында үҙ ваҡытында академик Ғайса Хөсәйенов, профессорҙар Әхмәт Сөләймәнов, Салауат Галин тос фекерҙәр яҙып ҡалдырҙы.
Ғайса Хөсәйенов ырыуҙашы Вәлиулла Ҡоломбәтовты шәхси белгән, хатта аралашып та йәшәгән. Шуға күрә лә сәсән тураһындағы уның уй-фекере беҙҙең өсөн айырыуса ҡиммәт: “Башҡорт фольклорын яңы табыштар менән байытыуҙа Вәлиулла сәсәндең роле ҙур тип иҫәпләйем. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын аҡ ҡағыҙға теркәп ҡуйғаны өсөн дә беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Иң мөһиме – Вәлиулла сәсәндең тырышлығы менән ғәрәп шрифтында халыҡ ижадының аҫыл ынйылары тупланып ҡалған. Ошо хеҙмәте генә лә фольклор өлкәһендә уның мәртәбәһен бермә-бер үҫтерә”.
Ошо юлдарҙың авторы иһә 2016 йылда “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” тип аталған йыйынтыҡ әҙерләп нәшер итте. Әлеге китапҡа һүҙ оҫтаһының быға тиклем донъя күрмәгән ижад емештәре – “Салауат менән Юлай” поэмаһы, ҡобайырҙары, шиғырҙары, йырҙары, уның тарафынан йыйылған халыҡ ижады ынйылары, Салауат Юлаевтың “Һандуғас”, “Тирмәмдә”, “Зөләйха”, “Яу” кеүек шиғырҙары, “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып...” ҡобайыры, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” романынан өҙөк (был әҫәрҙә Вәлиулла Ҡоломбәтов төп персонаждарҙың береһе булараҡ күрһәтелә - Н.С.), сәсән тураһында ҡыҙы Мөнирәнең, ейәне Ғаяздың иҫтәлектәре индерелгәйне.
Вәлиулла Ҡоломбәтов ғүмере буйы халыҡ ижады, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынып йәшәй, ишеткән-күргәндәрен яҙып бара. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев заманында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ҡулъяҙмалары менән таныша. Ул сәсәндең ер-һыу атамалары тураһындағы ғәрәп яҙмаһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәтен башҡортса күсереп ала. Хәҙерге Ғафури районы топонимикаһына ҡағылышлы был мәҡәлә былтыр "Табын" гәзитендә баҫылып сыҡты.
Сәсән-мәғрифәтсенең төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре – ҡобайырҙар, әкиәттәр, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр, йола фольклоры, ҡыҙыҡлы тарихи һәм этнографик материалдар, Салауат Юлаев ижадына ҡағылышлы шиғырҙар, йырҙар һәм легендалар, М.Аҡмулла шиғырҙары, дуҫы Мәжит Ғафури тураһында иҫтәлектәре, бихисап шиғырҙары бөгөнгө көндә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана.
Вәлиулла Фәйзулла улы – тел оҫтаһы ғына түгел, балта оҫтаһы ла була. Ейәне уҡытыусы-ветеран Ғаяз Нәғим улы Әминев шулай тип хәтерләй: “Яҡын-тирәләге ауылдарҙың халҡы олатайымдан өҫтәл, ултырғыс, шкаф кеүек өй йыһаздары эшләтеп алыр ине. Хатта сынъяһау мебель дә яһай торғайны. Вәлиулла олатайҙың оҫталығы миңә лә күскән, ахырыһы. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләһәм дә, уның һымаҡ мин дә, ғүмерем буйы балта оҫтаһы булдым: ағастан төрлө йыһаздар эшләнем, хатта өй, мунсалар ҙа һалдым. 82 йәштә булһам да, бөгөн дә ҡулымдан балтам төшмәй”.
Эйе, талантлы кеше һәр йәһәттән дә һәләтле була, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнгән сәсән рәсем төшөрөү менән дә мауыҡҡан. Ул эшләгән Салауат Юлаев портретына һоҡланмау мөмкин түгел! Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль үҙәгенең ғилми архивында һаҡланған ҡулъяҙмаларынан күренеүенсә, Вәлиулла Фәйзулла улы, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын дәфтәренә ғәрәп яҙмаһында теркәгәндә, ҡағыҙ ситтәренә милли батырҙың һынын төрлө вариантта эшләп барған. Сәсән-рәссам әкренләп, үҙе күҙаллағанса, милли геройҙың образын тыуҙыра: ғәййәр батыр ҡамсат бүректә, күҙ ҡарашы бөркөттөкө кеүек, йөҙ-килбәте – ҡурҡыу белмәҫ яугирҙыҡы, ә артында – Урал тауы ҡаялары һәм урмандары. Был портретта Салауат Юлаевтың ҡылысы, уҡ-һаҙағы, ҡурайы ла һынландырылған. Милли батырыбыҙҙың ысын яугир рәүешендә бындай үҙенсәлекле һынланышы сикһеҙ һоҡланыу тыуҙыра!
Халыҡ ижады ынйыларын, шул иҫәптән Салауат Юлаев әҫәрҙәрен бөртөкләп йыйып, килер быуындарға тос мираҫ ҡалдырған киң ҡырлы талант эйәһе Вәлиулла сәсәндең исеме лә, ижад емештәре лә бөгөнгө көндә башҡорт халҡының рухи-мәҙәни тормошонда лайыҡлы урын биләй.
Ниязбай СӘЛИМОВ, филология фәндәре кандидаты

Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы
Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы
Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы
Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы
Вәлиулла Ҡоломбәтов мираҫы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас