Эйе, йәй аҙағында күптәр дачаға, отпускыға китә, дауаханалар бушай төшә. Ашыҡмай ғына поликлиникаға килеп, кәрәкле тикшерелеүҙәр үтергә була.
Диспансеризацияны отпуск алдынан үткәндә, климат үҙгәреүгә, һыу инеүгә, оҙаҡ итеп йөрөүгә, башҡа төрлө әүҙем ялға ҡарата кире күрһәтмәләр юҡмы икәнен белергә була.
Табип һеҙҙең һаулыҡ торошона ҡарап кәңәштәр бирер. Мәҫәлән, шикле миңдәрҙе күреп ҡалып, ваҡытында тикшереп, кәрәк булһа, сәфәргә юлланырҙан алда уларҙы алдырырға була.
Диспансеризация башҡа төрлө тайпылыштарҙы асыҡлаһа ла, уларҙы ваҡытында төҙәтеп, отпускы ваҡытында хәл насарайыуға юл ҡуймаҫҡа мөмкин.
Йылы осорҙоң тағы бер өҫтөнлөгө – миҙгелле вируслы киҫкен респиратор сирҙәр әҙәйгән саҡ булыуы. Дауаханала һыуыҡ тейеп ауырыусылар әҙерәк була, сираттар ҙа юҡ тиерлек.
Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: күп хроник сирҙәр иртә стадияла бик беленеп бармай. Юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, липид алмашыныуы һәм яман шеш сирҙәре иртә стадияла үҙҙәрен һис белгертмәй. Шуның өсөн дә диспансеризацияны даими үтеү хәүеф факторҙарын һәм сирҙәрҙе башланған сағында асыҡларға һәм уларҙы ваҡытында дауалай башларға мөмкинлек бирә.
Диспансеризация үткәндә нимәләр кәрәк була?
Мотлаҡ медицина страховкалауы полисы; паспорт; йәшәгән урында поликлиникаға беркетелеү. Ас килеш, йә аҙаҡҡы ашағандан һуң кәмендә 4 сәғәт ваҡыт үткәс килергә тәҡдим ителә.
Диспансеризация эш көндәрендә, поликлиниканың эш графигына ярашлы уҙғарыла.
Бер нисә ысул менән алдан яҙылырға мөмкин:
- регистратураға йә поликлиниканың колл-үҙәгенә шылтыратып;
- “122” берҙәм телефонына шылтыратып, өҫтәмә номер “2”.
- “Госуслуги” порталындағы “Моё здоровье” сервисы аша:
“К врачу” ҡушымтаһы ярҙамында;
Мах мессенджерындағы чат-бот аша.
Йәйҙең һуңғы айын диспансеризация үтеү өсөн файҙаланығыҙ!