+31 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
21 Августа , 04:00

Хеҙмәт ветераны фатирлы булды

Ошо көндәрҙә Табын ауылынан Көмөшбикә Йәрмөхәмәтоваға бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатир асҡысы тапшырылды.

Хеҙмәт ветераны  фатирлы булдыХеҙмәт ветераны  фатирлы булды
Хеҙмәт ветераны фатирлы булды

Билдәле булыуынса, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы төп маҡсат итеп билдәләй һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙарға күсереү уның мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора.
Оҙаҡ йылдар авария хәлендәге йортта йәшәгәндән һуң, бөтә уңайлыҡтары булған фатир асҡысын алыу ғаилә ағзалары өсөн ысын мәғәнәһендә күптән көтөлгән һәм әһәмиәтле ваҡиға.
- Был көндө беҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Әлегә тиклем йәшәгән күп фатирлы йорт 2020 йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип табылғайны. Уны бынан 46 йыл элек “Заря” совхозында эшләгән әсәйем Көмөшбикә Йәрмөхәмәтоваға биргәндәр. Оҙаҡламай әсәйемә 83 йәш тула. Оло кеше яңы урынға күсеүҙе ауырыраҡ кисерһә лә, уңайлы шарттарға тиҙүк өйрәнеп, күнегеп китер, - ти Римма Иванова.
Красноусол ауылының Йәштәр биҫтәһендәге яңы йортта урынлашҡан фатир яҡты, иркен. Бары тик йыһаздар килтереп, күсенергә генә ҡала.
- Фатир яңы, яҡшы ремонт эшләнгән, тәҙрәнән шундай матур күренеш асыла, - ти Римма. – Мөмкинлектән файҙаланып, башлаған эшен ярты юлда ташлап ҡуймайынса, аҙағына тиклем еткергән Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәровҡа ҙур рәхмәт әйтке килә. Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитовҡа, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаевҡа һәм беҙҙең шатлыҡҡа ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт.
Беҙ ҙә уларҙың шатлығын уртаҡлашып, хөрмәтле хеҙмәт ветеранының яңы фатирҙа бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәүен теләйбеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас