+31 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
21 Августа , 04:10

Яңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менән

Уҡыу йылы əле генə тамамланған һымаҡ булһа ла, уҡыусы балалар яңынан парта артына ултырыр көнгə лә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Улар, моғайын, мәктәпте, уҡытыусыларын һағынып, атай-әсәйҙәре менән бергәләп уҡыу кəрəк-яраҡтарын барлайҙыр, ə бына белем усаҡтары уларҙы ҡабул итергə əҙерме? Район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов менән сираттағы әңгәмәбеҙҙә һүҙ тап ошо турала барҙы.

Яңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менәнЯңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менән
Яңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менән

- Айҙар Айрат улы, белеүебеҙсә, махсус комиссия август баштарында уҡ район мәктәптәрендә булып, уларҙың яңы уҡыу йылына әҙерлек торошон тикшерҙе.
- Тап шулай. 3-7 августа муниципаль комиссия белем биреү учреждениеларында комплекслы тикшереү уҙғарҙы. Эш барышында өс йүнәлешкә: балаларҙың именлеген тәьмин итеү, инфраструктураны яңыртыу һәм мәктәптәрҙә күҙәтеү органдары талаптарына ярашлы шарттар булдырыуға ныҡлы иғтибар бирелде. Төп иғтибар биналарҙың, ҡаҙанлыҡтарҙың, класс бүлмәләренең, спорт һәм уйын майҙансыҡтарының торошона, шулай уҡ балалар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға йүнәлтелде.
Комиссия ағзалары төп иғтибарҙы класс бүлмәләренең әҙерлеге, тейешле ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителеш, объекттарҙың тейешенсә һаҡланыуы, спорт инфраструктураһы, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тейешле шарттар булдырылыуы һәм, әлбиттә, кадрҙар менән тәьмин ителешкә йүнәлтте.
Башҡарылған күләмле эштәргә айырым туҡталғанда, дөйөм алғанда биналарҙы, бүлмәләрҙе һәм коммуникацияларҙы ремонтлауға барлығы 747 мең һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Мәҫәлән, “Алёнушка” балалар баҡсаһында күләгәле ике япма урынлаштырылды, Имәндәш мәктәбендә спортзал, Ҡауарҙыла тәҙрәләр ремонтланды. Йәнә һайлаусыларҙың наказдары буйынса Ҡауарҙы, Йөҙимән, Бурлы мәктәптәренең кәртәләрен, Юлыҡта бинаның ҡыйығын ремонтлау, Ташлы мәктәбендә тәҙрәләр ҡуйыу, Аҡкүл һәм Сәйетбаба мәктәптәрендә сенсорлы бүлмәләр йыһазландырыу өсөн материалдар алынды.

Хәүефһеҙлеккә - төп иғтибар

Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ла тейешле саралар күрелде. Автоматик янғын иҫкәрткестәр яңыртылды һәм был маҡсатҡа 1 млн һумдан ашыу аҡса бүленде. Һаҡ сигналын монтажлау буйынса 3,16 млн һумлыҡ эш башҡарылды. Барса учреждениелар ҙа янғын һүндереү саралары һәм һыу үткәргестәр менән тәьмин ителде. 9 мәктәптә полицияны саҡырыу төймәһе урынлаштырылды, 45 мәктәптә видеокүҙәтеү эшләй. Барса биләмәләр ҙә кәртәләп алынды, яҡтыртылды һәм домофондар ҡуйылды.
Белем биреү учреждениеларының барыһы ла шулай уҡ ҡышҡы осорға тулыһынса әҙер. Йылытыу миҙгеленә әҙерләнеүгә барлығы 895 мең һум аҡса бүленде, бынан тыш 1,26 млн һумға ҡаҙандар һәм насостар һатып алыу планлаштырыла.
Уҡыу-уҡытыу материалдарына килгәндә, төрлө фәндәр буйынса 6758 дана дәреслек (4,77 млн һумлыҡ) һатып алдынды, йәғни бөтә уҡыусылар ҙа дәреслектәр менән бушлай тәьмин ителәсәк.
Яңы уҡыу йылында 64 ауылдан 1050 уҡыусыны ташыясаҡ мәктәп автобустарының әҙерлегенә айырыуса ныҡлы иғтибар бүленде. 32 автобус та тейешле техник тикшереү үтеп, лицензия алды һәм уларҙың барыһы ла навигация системаһы менән тәьмин ителде.

Йәш белгестәрҙе көтәбеҙ

- Кадрҙар менән тәьмин ителеш нисегерәк? Бөтә фәндәр буйынса ла уҡытыусылар бармы? “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эшләйме?
- Кадрҙар мәсьәләһе һәр ерҙә күҙәтелгәнсә, әлегә көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Бөгөнгө көндә район мәктәптәрендә математика, инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәй.
Минеңсә, мәктәптә киләсәккә нигеҙ һалына һәм тап йәш педагогтар белем биреү процесына яңы ҡараш, энергия һәм инновацион алымдар индерә ала. Районыбыҙ мәктәптәрендә эшләү - ул профессиональ үҫешкә старт ҡына түгел, ә инициативаны баһалаған һәм үҫешкә ынтылышты хуплаған берҙәм педагогик берләшмәнең бер өлөшө булыу мөмкинлеге лә. Шуға ла беҙ йәш белгестәрҙе һәм профилле юғары уҡыу йорттары студенттарын үҙ карьераһын районыбыҙҙың белем биреү ойошмаларында башларға саҡырабыҙ. Ошонда районыбыҙҙа йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү саралары хаҡында әйтеп үтке килә. Мәҫәлән, мәктәптә эш башлаған йәш уҡытыусыға 4 оклад күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Бынан тыш уларға ай һайын 3450 өҫтәп түләнә. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, “Йәш йыл уҡытыусыһы” номинацияһында еңеүсегә 10 мең һум премия бирелә. Ғөмүмән, республикабыҙҙа уҡытыусыларҙың хеҙмәте тейешенсә баһалана, тип әйтер инем. Мәҫәлән, педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыға 200 мең һум премия түләнә. Йәнә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогтары өсөн 575 мең һум Республика Башлығы гранты ҡаралған. Бынан тыш “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсегә 50 мең һум, призёрҙарға - 20 мең, лауреаттарға - 10 мең һум район премияһы түләнә. Бары тик тырышырға һәм конкурстарҙа ҡатнашырға, иң мөһиме - ижади эшләргә генә кәрәк.
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһына килгәндә, ағымдағы йылда Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә математика уҡытыусыһы тап ошо программа сиктәрендә эш башланы.
- 1 сентябрь - Белем көнөндә нисә уҡыусы бала парта артына ултырасаҡ?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр тарафта күҙәтелгәнсә, мәктәптәрҙә лә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ла балалар һаны кәмеүгә бара. Ағымдағы уҡыу йылында мәктәптәрҙә 3564 уҡыусы белем аласаҡ. Был үткән йылға ҡарата 163-кә әҙерәк. 1-се класҡа килеүселәр ҙә былтырғынан 29-ға кәмерәк булып, 292 уҡыусы килә.

Матди-техник базаны яҡшыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ

- Айҙар Айрат улы, алда торған эштәр, пландар хаҡында ла ҡыҫҡаса әйтеп үтерһегеҙ бәлки...
- Пландарға килгәндә инде, артабан да мәктәптәребеҙҙең һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Анығыраҡ итеп әйткәндә, Сәйетбаба, Аҡкүл,Табын урта мәктәптәрен һәм “Тирәккәй” балалар баҡсаһын (2028 йылға планлаштырыла), шулай уҡ Красноусолдағы 2-се мәктәпте капиталь ремонтлауҙы (2028-2029 йылдар) федераль программаға индереү өсөн республиканың Мәғариф министрлығына заявкалар бирелде.
2029 йылда йәнә Красноусолдағы 3-сө урта мәктәпте капиталь ремонт буйынса федераль программаға индереү планлаштырыла. Эш барышында уҡыу кабинеттарын яңыртыу һәм балалар өсөн яңы уйын зоналарын булдырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Йәнә шуны билдәләп үтке килә, ағымдағы йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проект (төбәк проекты - “Иң яҡшыһы - балаларға”) сиктәрендә 15 мәктәптә һүрәт төшөрөү, музыка һәм физика кабинеттары йыһазландырылһа, 2027 йылда тағы ла 12 мәктәптә математика, химия, биология һәм информатика кабинеттары йыһазландырыласаҡ.
- Айҙар Айрат улы, әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙе һәм районыбыҙҙың барса уҡытыусы-тәрбиәселәрен яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең өсөн ул алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, ижади үрҙәр һәм еңеүҙәр, маҡсатҡа йүнәлтелгән эштәр йылы булыуын теләйбеҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.

Яңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менән
Яңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менән
Яңы уҡыу йылына - яңы маҡсаттар менән
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас