

Башта борондан килгән йоланы тотоп, байрамға фатиха алыу өсөн һүҙ Табын ауылы имам хатибы Фәнүр хәҙрәт Ғүмәровҡа бирелеп, ул сүрәләр уҡыны, сараның уңышлы һәм әһәмиәтле үтеүен теләне.
“Атайсал”- Кесе Ватанға ярҙам проекты сиктәрендә ойошторолған был сараға әҙерлек алдан башланған. Н.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы мәктәбе уҡыусылары араһында Бөйөк Еңеү темаһына инша яҙыу, һүрәт төшөрөү буйынса конкурс иғлан ителеп, байрам алдынан уларҙың эштәре баһаланды һәм 50-нән ашыу уҡыусыға махсус приздар тапшырылды. Был көндө шулай уҡ тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары Латиповтар һәм Әлмөхәмәтовтар тарафынан әҙерләнгән бүләктәрҙе алып ҡыуанды.
Эйе, һуғыш еле бер ғаиләне лә урап үтмәй. Ҡауарҙынан 340 кеше фронтта ҡатнашып, уларҙың 130-ына ғына Бөйөк Еңеү менән тыуған ауылына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыу насип була. 8 балалы (ете ҡыҙ һәм бер ул) Йомағужа Мөхәмәтҡол улы Әлмөхәмәтов та 1942 йылда һуғышҡа китә. 1943 йылда ғаиләһенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙы ғына килә.
- Йомағужа олатайыбыҙҙың ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, халыҡ хәтерендә ҡалырлыҡ хеҙмәт өлгөһө һәм батырлыҡ күрһәтеп өлгөргән. Элекке Киров колхозының алдынғы эшселәренең береһе булараҡ 1940 йылда Мәскәүгә ВДНХ-ға бара. Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығына бәйләп олатайыбыҙҙың яуҙаш дуҫы Тимер Алюк “Алынмаған үс хаҡына” очергында уның һуғыштағы батырлыҡтары тураһында яҙа. Олатайыбыҙҙың йәрәхәттәре төҙәлеп тә бөтмәгән килеш, үҙе кеүек 12 яралынан “Особое” отделение төҙөп, алғы һыҙыҡҡа, ут эсенә инеүе тураһында бәйән ителә был очеркта. Был хаҡта “За Родину!” фронт гәзитендә лә яҙып сығалар...
Олатайыбыҙҙың 7 ҡыҙы , улы Тимерйән төптән егелеп эшләп, матур итеп донъя көтөп, балалар үҫтерҙеләр. Һәр береһенең тормош юлы маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө сарала уның барса балаларының да дауамдары ҡатнаша, - тип олатаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты ейәнсәре, район мәҙәниәт йортонда эшләүсе Гөлфирә Әлмөхәмәтова.
- Һуғыш башланғанда 13 йәшлек үҫмер генә булған Фәрит Абдрахман улы Латипов та 1944 йылда документында үҙенә бер йәш өҫтәп яҙып, 17 йәше тулыр-тулмаҫтан үҙ теләге менән ил һағына баҫа. Алыҫ көнсығыш фронтына эләгә ул. Бөйөк Еңеүҙән һуң һуғыш емереклектәрен тергеҙеүҙә ҡатнашып, тыуған ауылына 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Хеҙмәт итеү осоронда писарь һөнәрен үҙләштергән, грамоталы һәм алдынғы ҡарашлы булған атайыбыҙ тыуған ауылына ҡайтҡас, башта колхозда бригадир, һуңынан ауыл Советы секретары, артабан оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе булып эшләй. 1952 йылда Фатанат Хәлил ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр, - тип олатаһының яҙмышы менән таныштырҙы Алия Латипова.
Сарала ҡатнашыусылар һуғышта һәләк булыусыларҙы һәм Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән тыл ветерандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
... Байрамдың төп өлөшө һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Йомағужа Әлмөхәмәтов, уның ҡатыны, 8 баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған Сәбилә Әлмөхәмәтова һәм үҫмер килеш кенә һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыған Фәрит Латипов, тыл ветераны Фатанат Латипова һәм Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡанын, тирен түккән ауылдаштары рухына арналған театрлаштырылған тамаша менән башланып, залдағыларҙың барыһын да дәһшәтле 1941 йылдарға, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндәргә алып ҡайтты. Ир-егеттәрҙе һуғышҡа оҙатыу күренеше, яугир ҡатындарының кистәрен бергә йыйылып, илашып - йырлашып та фронтҡа ебәрергә башалтайҙар, бирсәткәләр бәйләүе, посылкалар әҙерләүе, “ҡара ҡағыҙ” алыусыларҙың ҡайғы-кисерештәре бөгөнгө көнгә ауаздаш булып, залдағыларҙың күҙҙәре йәшкә мансылды...
Тамашаның сценарий авторы һәм төп режиссёры, шулай уҡ улын көткән әсә - Ғәзизә ролен башҡарыусы Айгөл Буранова(Латипова), йырҙарҙы әҙерләүсе, костюмдар хәстәрләүсе һәм шулай уҡ ғүмере буйы ирен көткән ҡатын Сәбилә ролен башҡарыусы Гөлфирә Әлмөхәмәтова, тауыш режиссёры, төп ролде, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған батыр - Йомағужа образын кәүҙәләндереүсе Азамат Буранов, яугир егет ролен һынландырыусы Айҙар Буранов һәм уны көткән ҡыҙ ролендә - Светлана Латипова оҫталыҡтары менән тамашасыны шатландырҙы. Өләсәй ролендә Флүзә Ғүмәрова (Латипова) мөнәжәт әйтеп рухландырҙы. Йәштәрҙең йыр-бейеүгә оҫта, һәр яҡлап һәләтле, дәртле булыуы һоҡландырҙы. Бына улар: Лилиә һәм Әлиә Латиповалар, Булат һәм Елизавета Бурановтар, Айзилә һәм Гөлназ Латиповалар, Эльвина Ғүмәрова, Фидан Ғүмәров, Гөлдәр Әбелғужина, Әлфиә һәм Әҙилә Фәтҡуллиналар, Ислам Ҡотлобаев, Айтуған Нәзиров, Азамат, Индира һәм Эвелина Әлмөхәмәтовалар, Ришат Мәһәҙиев, Нәркәс һәм Айнур Латиповтар, Илгиз Вәлиев, Динара Әһлетдинова һәм башҡалар. Йәштәрҙең дәррәү ҡуҙғалып һәм әүҙем ҡатнашып, олатай, өләсәйҙәре кисергәндәрҙе сәхнәлә сағылдырыуы матур күренеш. Тимәк, нәҫел-араның хәтер ебе ныҡлы, быуындар күсәгилешлеге һаҡлана. Киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа.
Тамаша аҙағында ауылдаштар барыһына ла ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Эстафетаны Ғәлиндар нәҫеле ҡабул итеп алды.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.