+15 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
22 Августа , 05:00

Тыуған ил – ул үҙеңдеке!

Яҡташыбыҙ, Ғафури ҡыҙы Айгөлдөң Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы хаҡында күптән ишеткәйнем. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында үҫмер улы менән Өфө ҡалаһы буйынса үткән “Минең әсәйем - герой” тигән акцияла ҡатнашып, матур тантанала бүләк алғайны улар.

Тыуған ил – ул үҙеңдеке!Тыуған ил – ул үҙеңдеке!
Тыуған ил – ул үҙеңдеке!

Айгөл үҙе Красноусолда тыуып үҫкән, 8-се класҡа тиклем 2-се мәктәптә белем алған. Әсәһе ауырып китеп, 9-сыны олатаһы-өләсәһе йәшәгән Ҡурғашлыла тамамлай, урта мәктәпте Красноусолдағы 1-се мәктәптә уҡып бөтә. Артабан әсәһе, Үҙәк район дауаханаһында ғүмере буйы шәфҡәт туташы булып эшләгән Эльвира Әбүбәкер ҡыҙы Камалованың юлынан китеп, медицина колледжына уҡырға керә. Өфөлә һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Тормошҡа сыға, ике балаға әсәй була.
Уның махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булғандыр, ләкин үҙе өсөн түгел.
- Миндә һәр ваҡыт, “илемә, яҡындарыма ҡыйын саҡта, үҙем башлап ярҙамға килергә тейешмен”, - тигән инаныс булды. Был ҡайҙан киләлер, әйтә алмайым. Бәлки Ҡурғашлыла оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булған олатайым Әбүбәкер Низам улы менән башланғыс кластарҙа уҡытҡан өләсәйем Ғәлиә Кашфулла ҡыҙының тәрбиәһенәндер. Бала сағым уларҙа үтте тиерлек. Уларҙың тыуған илде, тыуған төйәгеңде, ғаиләңде яратырға кәрәк тигәне ҡоро һүҙ түгел, үҙ өлгөләре менән тәрбиәләнеләр. Олатайым менән өләсәйем уҡыусыларының уңыштарына ныҡ шатлана, улар менән ғорурлана торғайнылар. Ҡурғашлыла минең класс етәксем Таһир ағай (мәрхүм инде), тарих уҡытыусым Илдус ағай Заһиҙуллин булды, икеһе лә олатайымдарҙың уҡыусыһы. Уларҙың дәрестәрен мин ныҡ ярата, көтөп ала инем. Икенсе мәктәптәге уҡытыусыларым Татьяна Александровна Дадонованың – рус теле һәм әҙәбиәте, Людмила Васильевна Пухованың тарих дәрестәре лә ябай дәрес кенә түгел, ә илһөйәрлек, Ватаның өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү ҙә булды. Беренсе мәктәптән класс етәксем Сергей Алексеевич һәм Светлана Николаевна ла көслө, бик һәйбәт уҡытыусылар булды. Уҡытыусыларыма күңелемдә тәрән хөрмәт йөрөтәм, уларға ҙур рәхмәт. Әсәйем мәрхүмә лә: “Эшеңде еренә еткереп башҡар, бер ҡасан да ярҙам итеүҙән баш тартма. Яҡшылыҡ ҡасан да булһа үҙеңә әйләнеп ҡайта”, - тип өйрәтә торғайны. МХО башланғас, уның ниндәй ҡиммәттәрҙе яҡлау өсөн кәрәк икәнен мин яҡшы аңланым. Сөнки Тыуған ил – ул ниндәй генә булһа ла, һинең ғәзиз, ҡәҙерле төйәгең, ул, атай-әсәй кеүек, тик үҙеңдеке, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Айгөл.
Әлеге ваҡытта Айгөл ғаилә хәле буйынса өйҙә. МХО-ла танышып өйләнешкән ире, майор Илья ауыр яраланғандан һуң оҙайлы терелеү үтә, ә Айгөл уның янында. Илья Өфө ҡалаһында Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссариатында - баш эксперт, Айгөл фельдшер булып хеҙмәттәрен дауам итәләр. Тыкшеевтар икәүләп төрлө сараларға, мәктәптәрҙәге осрашыуҙарға йөрөйҙәр, илһөйәрлек дәрестәре үткәрәләр. Яңыраҡ улар Айгөлдөң тыуған яғында, Ҡурғашлы ауылында булып киттеләр.
“Уфимские ведомости” интернет-баҫмаһында донъя күргән түбәндәге мәҡәлә яу юлында барлыҡҡа килгән ғаилә хаҡында тулыраҡ һөйләр.


* * *
Улар Украина сигенән алты километр алыҫлыҡтағы Полосочи хуторында танышты. Көҙ булһа ла, бик эҫе, әммә шул тиклем матур ине: виноградтар өлгөргән, ҡыуаҡтарҙа ҙур-ҙур виноград ҡусҡарҙары шыуыша, төнө буйы цикада сиңерткәләре йырлай, ә Айгөл хеҙмәт иткән медицина ротаһы төнгө нарядта тороуҙарға күнегеп бара ине...
Шулай бер көн ул һыуға китте, биҙрәһен тултырғайны ғына – эргәһендә бер офицер пәйҙә булды ла, һыуҙы алып ҡайтышырға тәҡдим итте. Ярҙамдан баш тартты-тартыуын, әммә ипле ят кеше иҫендә ҡалды: минең һымаҡ берәй башҡорт ахырыһы, тип уйлап ҡуйҙы. Баҡһаң, майор Илья Тыкшеев – бүрәт милләтле икән.

Һәр саҡ ваҡиғалар уртаһында
Айгөл Тыкшееваның (ул ваҡытта Тереғолова әле) хеҙмәт исемлегенән күренеүенсә, ул ваҡиғаларҙан ситтә ҡала торғандарҙан түгел: башта 8 йыл 21-се дауахананың кардиология бүлексәһендә, артабан тағы 12 йыл 4-се һанлы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының I-се бүлексәһендә өлкән шәфҡәт туташы Рәйсә Ғәләүетдинова етәкселегендәге ҙур һәм яуаплы коллективта шәфҡәт туташы булып эшләгән. Йәнә - Һуғыш ветерандары госпиталендә ковид менән көрәш. Шулай итеп, 2023 йылдың 9 майына, героинябыҙ ирекмәндәр палаткаһына килеп, МХО-ға медик булып барырға теләк белдергәндә, ул “таҫма артында” эшләү өсөн яҡшы әҙерлекле ине инде. 8 июндә үк, Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, Силәбе өлкәһенә йүнәлә, унда тактик медицина һәм үҙеңде һаҡлау (самооборона) буйынса уҡыу үтә. Ике балаһы (ҡыҙы Светлана ул мәлдә БашДУ-ның беренсе курсында, улы алтынсы класта уҡый) өләсәһе менән ҡала.
Учебка үткәс, Айгөл үҙе генә лә эшләй аласағын аңлай һәм танк бригадаһы батальонының медицина пункты начальнигы итеп тәғәйенләнә. Уның иңенә бик күп эш: беренсе ярҙам күрһәтеү генә түгел, эвакуация, яралыларҙы эҙләп алыу һәм яугирҙарҙың сәләмәтлеген көн дә ҡарап-тикшереп тороу өсөн яуаплылыҡ ята. Бында уның яғында ҙур тәжрибәһе генә түгел, ә ҙур абруйлы, үҙе бер ҡаһарманлыҡ өлгөһө, ҡыҫҡаһы, ысын рус яугиры - батальон командиры Алишер Хәсәнов та (позывнойы “Тротил”) ине. Тап ул кәңәштәре менән ярҙам итте, тотош личный составты бергә тупланы.
- Алғы һыҙыҡта икеләнеүгә урын юҡ – һин яугирҙың ғүмерен һаҡларға тейешһең, - тип иҫкә ала Айгөл. – Паникаға бирелмәҫкә, ә тиҙ генә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, аҙаҡ үкенмәҫ өсөн, бөтә белгәнеңде ҡулланырға. Белгәндәрең тора-бара практика менән шымартыла. Үкенескә күрә, гел генә юғалтыуһыҙ булмай, быныһы бигерәк ҡыйын... Минең бурыстарыма һалдаттарҙы өйрәтеү ҙә инә ине: уларҙың ғүмере үҙҙәренә үҙҙәре нисек ярҙам итә белеүҙәренән дә тора. Мин улар менән көн һайын берәр сәғәт шөғөлләндем. Кемдеке яҡшыраҡ килеп сыға тип, тиҙлеккә жгут һалабыҙ. Минең санинструкторҙар ғына түгел, водителебеҙ ҙә беренсе ярҙам күрһәтә белде.
Күкте һаҡлай майор Тыкшеев
Илья Тыкшеев өсөн иһә “Тыуған илде һаҡларға барырғамы-юҡмы?” тигән һайлау бөтөнләй булмай. Рейхстагты алыуҙа һәм Эльбалағы осрашыуҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышынан капитан булып ҡайтҡан олатаһы уға юғары өлгө була. Илья үҙе махсус операция башланғанда сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән була, һәм 2023 йылда Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөшә. Был юлы ул ЛНР-ҙа урынлашҡан зенит дивизионына хәрби-сәйәси эш буйынса командир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Уның подразделениеһына дошман дрондарынан күкте һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Ғәҙәти FPV-ларҙы - АК-74 һәм АК-12 кеүек атыу ҡоралдары, ә ауыр “Баба Яга”ларҙы (улар бер нисә миномёт снаряды йәки танк минаһы алып оса), разведка яһаусы “Лелек”тарҙы снайпер винтовкалары һәм эре калибрлы пулемёттар менән атып төшөрәләр. Тора-бара тактика камиллаша: яугирҙар мобиль төркөмдәргә бүленә, уларҙың һәр ҡайһыһында 12-се калибрлы һунар мылтығы тотҡан атыусы, автоматсы, радиоэлектрон көрәш приборы менән яугир һәм водитель була. Дрон осоп килһә, элемтәгә ҡамасаулыҡ тыуҙыралар, дрон “аҙаша” һәм һауала эленеп тора башлай һәм үҙен атып төшөрөргә форсат бирә. Ләкин барлыҡ “ҡошсоҡтар” ҙа атып төшөрөлгән саҡта шартлап үҙен юҡ итмәй, ул саҡта уларҙы минаһыҙландырырға кәрәк, йәғни зенит дивизионында сапёр – бик кәрәкле һөнәр. Башта майор Тыкшеев тәжрибәле сапёрҙарҙың нисек эшләгәнен күҙәтә, һораша, интернетта роликтар ҡарай, мәғлүмәтте сағыштыра. Шунан һуң үҙе лә миналарҙы зарарһыҙландыра башлай.
- Был эштең серҙәре бик күп, ә иң мөһим сер – һалҡын ҡанлы булырға, - тип иҫәпләй ул. – Ҡабаланма, ҡарһаланма – шул саҡта барыһы ла ыңғай буласаҡ.
Күрәһең, үтә һалмаҡ булғаны өсөн дә биргәндәрҙер уға сәйерерәк яңғыраған “Фасад” позывнойын. Ә бына Айгөлдөң позывнойы шиғри – төнгө күкте балҡытыусы “Луна”.
Хәл иткес осрашыу
Бер ваҡыт Ильяның дивизионы расчёты атҡан дрон Айгөл хеҙмәт иткән танк батальоны ҡарамағындағы ергә килеп төшә. “Беҙ барыбыҙ ҙа блиндаждарҙа ултыра инек, ә яҡын-тирәлә сапёрҙар булмай сыҡты”, - тип иҫкә ала ул. Шунда Илья килеп етеп, “ҡошсоҡ”то минаһыҙландыра. Танкистарҙың бәхете бар икән: дрон “күҙҙәре” менән ергә ҡаҙалған һәм артыҡ нәмә күрә алмаған, шулай булмағанда батальонға тоҫҡап артиллерия ата башлаған булыр ине. Шунан һуң Илья Айгөлдө күреп, саҡырып ала. Һәм был осрашыу яҙмыштарын хәл итә.
2025 йылдың 4 февралендә Кременной ҡалаһы тирәһендәге һуғышсан позицияларҙы тикшереп йөрөгәндә Ильяның автомобиле алдынан ғына барған штурмовиктар тейәлгән машинаны дрон-камикадзе эҙәрлекләй. Ул машинаһынан һикереп төшөп, үҙ ҡоралы менән дронды атып төшөрә – иптәштәрен ҡотҡара, ләкин ярсыҡтарҙан аяғы яралана: тубығы сәрпәкләнә, бот һөйәге һына. Тиҙҙән Айгөл Фасадҡа операция яһауҙарын белеп ҡала һәм Рубежныйға ашыға. Операциянан һуң күп тә үтмәй, улар өйләнешә.
- Аҙағы төрлөсә булырға мөмкин ине, әммә беҙҙең бәхеткә операцияны дуҫыбыҙ, алтын ҡуллы хирург Пётр Александрович Мелкоступов (позывнойы "Ангара") яһаны. Был кеше ялға ла туҡтамай эшләй торғайны, йөҙҙәрсә яугирҙы ҡотҡарҙы. Госпиталдәрҙә дауаланыуҙың башынан аҙағынаса мин һәр ваҡыт бәйләнештә торҙом, берәй ярты йыл йоҡламағанмындыр ул, - тип дауам итә Айгөл. – Ә “Ангара” яңыраҡ һәләк булды, был юғалтыуҙы беҙ бик ауыр кисерҙек.
Рубежныйҙан Илья Тыкшеевты Старобельскийға, унан – Мәскәүгә, П.Мандрык исемендәге Үҙәк хәрби госпиталгә эвакуациялайҙар. Бер мәл хатта аяғын киҫергә лә итәләр, ярай, эш уға барып етмәй. Икәүләп ирҙең тыуған яғында – мөһабәт тауҙар, киң далалар төбәге Бүрәт илендә, серле Байкалда булып киләләр. Әле ир яраланғандан һуң дауаланыуын дауам итә, шулай ҙа Өфөлә Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссары ярҙамсыһы булып эшләп тә йөрөй. Улар Айгөл менән бергә мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре уҙғаралар.
Ватан һаҡсылары үҫтерәйек
- Бөгөнгө күп кенә егет-ҡыҙҙарға Рәсәйҙең хәҙерге тарихы буйынса белем, ғөмүмән, яуаплылыҡ тойғоһо етеп бөтмәй, - тип билдәләй Айгөл. – Хәйер, күп нәмә мәктәптән тора, әлбиттә. Яңыраҡ беҙ Сауҙа-иҡтисад колледжында концертта булғайныҡ, бик оҡшаны: патриотик эш тә, ғөмүмән, тәрбиә эше лә унда юғары кимәлдә ҡуйылған. Ә минең улым Кадет училищеһына уҡырға инеп йөрөй. Хәрби табип булырға хыял итә.
- Элегерәк бик һәйбәт “Зарница” хәрби-патриотик уйыны була торғайны, әле лә уны тергеҙә башланылар, - тип үҙ тәжрибәһен һөйләй Илья Родионович. – Бындай уйындарҙы шайморатовсылар кластары, шулай уҡ мәктәптәр араһында уҙғаралар. Унынсы класта яңынан йәйге хәрби йыйындар уҙа – егеттәр махсус лагерға ебәрелә һәм 15-20 көн буйы сроклы хеҙмәт һалдаттарының көн тәртибе буйынса йәшәй. Был бик яҡшы, ул ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, яуаплылыҡ, команда рухы кеүек сифаттарҙы үҫтерә. Ҡәҙимге шарттарҙа был сифаттарҙы һеңдереү еңел түгел. Атыу, автомат һүтеп-йыйыу, противогаз менән эш итеү, урында ориентирлашыу кеүек ябай ғына күнекмәләр ҙә һәр кемгә кәрәк. Малайҙар үҙҙәрен яҡлаусы итеп тойорға тейеш. Ә беҙҙең регионда бындай йыйындарға ҡыҙҙар ҙа теләп килә торғайны.
Ғәскәри бурыс үтәгәндәге ҡаһарманлығы, батырлығы өсөн Айгөл Тыкшеева “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “II дәрәжә хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалдары, “Хеҙмәттәге тырышлығы, юғары һөнәри оҫтарығы һәм шәхси өлөшө өсөн” часть командирынан грамота менән бүләкләнгән. Майор Тыкшеев ҡаһарманлығы һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн Жуков миҙалы, “Хәрби отличие өсөн” һәм “Минаһыҙландырған өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән. Ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн ул йәнә Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән.
Екатерина КЛИМОВИЧ.
(Зифа ҒАЙСИНА тәржемәһе).

Тыуған ил – ул үҙеңдеке!
Тыуған ил – ул үҙеңдеке!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас