

Рус милләтенән булһа ла, хәҙер Люда бында күптән үҙ кешегә әйләнгән. Ул яҙмыш еле был яҡтарға илтеп, ғүмер юлының таныш булмаған сит тарафта, башҡа милләт вәкилдәре араһында уҙыр тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын.
Ғаилә башлығы Ришат Рәшит улы Байымбәт ауылында тыуып үҫә. 8-се класты тамамлағас, ете балалы ғаиләлә иң өлкән ағай булараҡ, ата-әсәһенең төп терәк-таянысы, ниндәйҙер һөнәр алырға сығып китеү мөмкинлеге булмай. Шуға ла уға колхозда малсы, һөт ташыусы, полевод булып эшләргә тура килә. 1975-1977 йылдарҙа армия сафында Мәскәүҙә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, оҙаҡ уйлап тормай, Ҡаҙағстанға юллана, унда тимер юл-механика часында биш йыл эшләй. Өйләнә, ҡатынының апаһы саҡырыуы буйынса 1982 йылда БАМ-ға юлланалар. Ришат Рәшит улы тимер юлына юлсы булып эшкә урынлаша. Йәшәү өсөн бүлмә бирәләр. Ярты йылдан һуң, уның ойоштороу һәм етәкселек итеү һәләттәрен күреп, бригадирҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлағас, участка бригадиры итеп ҡуялар. Аҙағыраҡ 3-сө участка начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Уның ҡарамағында 35 эшсе һәм өс бригадир була. Улар төп эштәре - юлдарҙы йәйәүләп һәм транспорт менән йөрөп тикшереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнәләр.
- Башта поезд тәүлегенә ни бары бер тапҡыр ғына үтә ине, ә тимер юл үҙе бер яҡлы булды. Шуға ла уны даими тикшереп торҙоҡ, ҡарҙан да таҙарттыҡ һәм башҡаһын да эшләнек, - тип һөйләй Ришат ағай. - БАМ - быуат төҙөлөшө булғас, торлаҡты ла тиҙ төҙөнөләр: килеүселәрҙе урынлаштырырға кәрәк ине бит, - ти ул. Шулай итеп, килеүҙәренең икенсе йылында уҡ Ишкиндар ғаиләһенә ике бүлмәле фатир бирәләр, ә 1986 йылда - өс бүлмәле, сөнки ул үҙен яҡшы белгес һәм етәксе итеп күрһәтеп өлгөрә. Йыйылыштарҙа уның участкаһын һәр саҡ маҡтайҙар, сөнки улар яҡшы күрһәткестәргә ирешәләр. Ә быға, әлбиттә, ихлас хеҙмәт, үҙ эшеңә бирелгәнлек һәм энтузиазм менән ирешәләр.
Р.Ишкиндың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана, фотоһы Почёт таҡтаһынан төшмәй, ә участкаһы иң яҡшыларҙың береһе тип һанала, социалистик ярыштарҙа еңеүсе була. Үҙенә тапшырылған участкала һәр ваҡыт тәртип булғаны өсөн Ришат Рәшит улы “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ була.
- Бик татыу йәшәнек, был хаҡта һәр саҡ йылылыҡ менән һағынып иҫкә алабыҙ. БАМ төҙөүгә һәм уны хеҙмәтләндереүгә саҡырыу буйынса килгән төрлө милләт кешеләре бер ҙур һәм татыу ғаилә булып йәшәнек. Мәҙәниәт йортондағы сараларҙы ла төрлө милләттәрҙең талантлы вәкилдәрен йәлеп итеп үткәрә торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотманыҡ, киреһенсә, уларҙы пропагандаланыҡ, һәр кемгә үҙен күрһәтергә мөмкинлек бирҙек. Ғаиләләр менән дуҫлаштыҡ, ҡунаҡҡа йөрөштөк, һунарға, балыҡҡа йөрөнөк. Иҫ киткес яҡшы замандар ине. Күңелле аралашыуҙан һуң ауыр эштән арыу ҙа баҫыла ине. Йәш тә, әүҙем дә инек бит! - ти үткәндәргә әйләнеп ҡайтып Ришат Рәшит улы.
- Мин Байкал аръяғынан, Чита өлкәһендә тыуғанмын. Урта мәктәпте шунда тамамланым, Улан-Удэла бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡтым (ҡыҙыл дипломға эйә булдым). Артабан - эш, кейәүгә сығыу һәм 1986 йылда БАМ-ға күсенеү, - тип һүҙгә ҡушыла Людмила Михайловна. - Апрель айы ине, әммә беҙ килгән Сулукта кешеләр һаман да ҡышҡы кейемдә йөрөйҙәр, ҡар ҙа күп ине, был беҙҙе бик аптыратты. Бында яҙ июндә саҡ була, йәй ҙә бер генә ай - июлдә, ә августа - көҙ, башҡа айҙарҙа иһә үтә лә һыуыҡ ҡыш. Әммә йылдар үтеү менән барыһына ла күнектек. Мин балалар баҡсаһына эшкә урынлаштым, һуңынан тимер юл станцияһына дежурный булып күстем. Башҡортостанға күскәнсе шунда эшләнем. Тимер юл идаралығы беҙгә фатир бирҙе, ул иркен һәм уңайлы ине. Тиҙҙән ирем вафат булды, ә 2004 йылда Ришат менән йәшәй башланыҡ, уның ҡатыны тыуған яғына ҡайтып киткәйне, балалары ла үҫеп еткәйне.
2008 йылда отпуск ваҡытында Ришаттың тыуған ауылы Байымбәткә ҡайттыҡ. Йылға буйындағы тыныс ҡына ауыл, тирә-яҡта урмандар һәм яландар. Ә бындағы халыҡ ниндәй изге күңелле һәм ярҙамсыл! Мин хайран ҡалдым, шул уҡ ваҡытта аптырап та киттем һәм ныҡлы итеп: “Пенсияға сыҡҡас, бында күсеп ҡайтабыҙ!”, - тинем. - Күрәһең, был һүҙҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә ишеткәндер, ул ризалығын бирҙе. Һөҙөмтәлә, 2014 йылдың 9 февралендә беҙ инде Байымбәттә инек. Загнет тигән кешеләрҙән өй һатып алып, уны һүтеп, мартта төҙөлөш башланыҡ. Ә август айында инде үҙ йортобоҙға күстек. Ришат төҙөлөш эшендә һәм башҡаһында бик оҫта, туғандар ҙа ярҙам итте. Мал-тыуар аҫраныҡ, яйлап гараж, мунса, һарай һәм башҡаһын төҙөнөк, баҡсаны еләк-емеш ҡыуаҡтары һәм емеш ағастары менән йәмләндерҙек. Ниндәй генә мал-тыуар аҫраманыҡ, ауыл ерендә уларһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк? Тауыҡтарыбыҙ бик күп, йөҙгә яҡын ине, хәҙер иһә уларҙы ғына ҡалдырҙыҡ, шулар менән мәшғүлбеҙ. Баҡсабыҙҙы ла сәсәбеҙ.
Байымбәткә күсеп килгәнгә 12 йыл үтһә лә, 28 йыл ғүмер иткән Сулуктағы коллегаларыбыҙ һәм күршеләребеҙ менән бәйләнеш тотабыҙ, шылтыратышып торабыҙ. Ҡайһы бер дуҫтарыбыҙ беҙгә ҡунаҡҡа ла килеп китте. Ә беҙ тормошобоҙҙоң күп өлөшө үткән ул яҡтарға, йәғни БАМ-ға бара алмайбыҙ, - ти улар.
- Быйыл Мәскәүгә ҡыҙҙарыбыҙға барырға булғас, тимер юл вокзалында кассаға билет һорап мөрәжәғәт иткәйнек, кассир хатта беҙҙең оҙаҡ йылдар буйы тейешле ташламаларҙан - илдең теләһә ҡайһы нөктәһенә бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙаланмауыбыҙға аптырап ҡалды. Беҙгә ҡайҙалыр барырға, сәйәхәт итергә ваҡыт булманы, сөнки йорт төҙөнөк, хужалыҡ алып барҙыҡ. Ә балалар үҙҙәре килеп торалар, - ти Людмила Михайловна.
Беҙ барған көндө уларҙа Людмиланың кесе ҡыҙы Лилиә кейәүҙәре менән ҡунаҡта ине. Оло ҡыҙы Татьяна көҙгә килергә вәғәҙә иткән, икеһе лә Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Улы Алексей ғаиләһе менән Хабаровскиҙа төпләнгән. Ришат Рәшит улының балалары - ҡыҙы Эльвира менән улы Ринат та ғаиләләре менән Хабаровскиҙа.
БАМ-дағы тормош һәм эш тураһында Людмила Михайловнаның да күңелле иҫтәлектәре күп. “Беҙҙең ғорурланып һөйләрлегебеҙ бар, сөнки беҙ бөйөк эш башҡарҙыҡ - БАМ төҙөнөк. Ул - алтын йылдар ине. Кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыу күберәк ине, барыһы ла бер-береһенә ярҙам итте. Ә күңел йылыһы булғас, ҡырыҫ климатты ла еңелерәк кисерҙек”, - ти ул.
Ришат Рәшит улы менән Людмила Михайловна ғүмерҙәренең иң яҡшы йылдарын XX быуат төҙөлөшөнә арнағандары өсөн яҙмыштарына рәхмәтле булып, бөгөнгөһөнә шөкөр итеп, күркәм итеп ҡорған үҙ донъяларында татыулыҡта, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ихтирам-ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ғүмер йомғағын һүтәләр.