+6 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
31 Августа , 04:10

Бейеп күңел астыҡ

22 август көнө Ҡурғашлы ауылы клубында иҫтә ҡалырлыҡ сара үтте.

Бейеп күңел астыҡБейеп күңел астыҡ
Бейеп күңел астыҡ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Ауыл клубы – яңы офоҡтар” проектыбыҙ сиктәрендә ойошторолған “80-90-сы йылдар дискотекаһы” барыбыҙҙы ла йәшлек йылдарына алып ҡайтты.
Был сара бер тында, бик күңелле һәм йәнле үтте. Иң ҡыуаныслыһы шул булды: күптәр шул заман стилендә кейенеп килгәйне, был байрамға айырым бер йәм өҫтәне. Бейергә тип төрлө яҡтарҙан ҡайтҡан ауылдаштарыбыҙҙы күреүебеҙ ҙә ҙур бәхет булды. Бөтәһе алтмыштан ашыу кеше йыйылды!
Ошондай йылы осрашыуҙар киләсәктә лә йышыраҡ булып торһон ине.
Килгән һәр бер ҡунағыбыҙға, әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт!
Бергә булыу - үҙе бер байрам!
Гөлназ СУФИЯНОВА, проект етәксеһе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас