

Биләмәһенән күреп була хужаһының кемлеген тигәндәй, бар ерҙә күркәмлек, тәртип хөкөм иткән ветстанция беҙҙе күҙҙең яуын алырлыҡ шау сәскәгә күмелгән аллы-гөллө сәскәлектәр менән ҡаршы алды. Хозурлыҡҡа һоҡланып, сәскәләргә тамаша ҡылһаҡ, ихатала тағы ла бер күренешкә шаһит булдыҡ, ул да булһа, “Эт һәм бесәйҙәр өсөн балалар баҡсаһы” төҙөлөшө бара ине. Бинаға үтеүгә эске күренеш тә күркәм, гөлдәрҙең һәр төрлөһө күкрәп үҫеп, сәскә атып ултыра. Төп эштәренә лә, ошондай матурлыҡты булдырырға ла һәләтле Фаил Һәҙиәт улы етәкселегендәге ветстанция коллективын башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Һәр кем өсөн айырым хәстәрлек күргән, аңлаусан һәм киләсәкте күҙаллаған етәкселәренән уңған улар. Бигерәк тә хаҡлы ялға сығырға йыйынғандарға: уларҙың РФ Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеүен юллай, сөнки был уларға “РФ хеҙмәт ветераны” исемен алырға һәм пенсияларын арттырырға ярҙам итә. Ошо һәм башҡа иғтибары өсөн учреждение ветерандары үҙҙәренең етәксеһенә сикһеҙ рәхмәтле.
Берҙәм коллектив тупланған
Фаил Зәйнетдинов коллектив һәм эшмәкәрлектәре тураһында бәйән итте.
- Район ветеринария станцияһы коллективы 25 хеҙмәткәрҙән тора. Уларҙың 11-е юғары белемле ветеринар табиптар, 10-ы урта махсус белемле ветеринар фельдшерҙар, 1 водитель, баш бухгалтер, ярҙамсыһы һәм кадрҙар буйынса белгес. Биш кеше Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡый, йәнә бер белгес уҡырға инде.
Ветеринария станцияһы өс участка ветлечебницаһын (Ҡауарҙы, Яугилде-Ҡарағай, Аҡкүл) берләштерә. Ҡауарҙы участкаһында ветврач Илдус Әбделмәнов етәкселегендә ветфельдшерҙар Иршат Кәримов, Әҙһәм Рәхмәтуллин, Салауат Кәримов, Яугилде-Ҡарағайҙа Рәзил Нәзиров етәкселегендә Руслан Сиражетдинов, Гөлнара Вахитова, Аҡкүлдә Михаил Икшигулов етәкселегендә Шамил Мәҡсүтов, Вера Кулагина, Игорь Стенечкин, Яңғыҙҡайын-Үтәк участкаһы ветстанцияға ҡарап, Азамат Вәлиев етәкселегендә Константин Макаров, йәш белгес Радмир Рәхмәтуллин эшләй.
Райондың эпизоотик именлеген тәьмин итәбеҙ
Үҙ эштәренә етди һәм яуаплы ҡараған белгестәр малдарҙағы йоғошло ауырыуҙарҙы һәм күпләп таралған йоғошһоҙ сирҙәрҙе булдырмау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара: быға диагностик тикшереүҙәр, вакцинация, дауалау-профилактик эшкәртеүҙәр һәм башҡа бик күп саралар инә. Быларҙың барыһы ла белгестәрҙән юғары оҫталыҡ һәм заманса ҡараш талап итә. Беҙҙең төп бурыс – диагностик һәм профилактик сараларҙы ваҡытында үтәп, райондың эпизоотик йәһәттән именлеген тәьмин итеү. Бының өсөн беҙ башҡа төбәктәрҙән һәм райондарҙан тикшерелмәгән малдарҙың килтерелеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышып эш итәбеҙ.
Республиканың ветеринария хеҙмәтендә бруцеллёз, ҡотороу һәм настрелёз кеүек ауырыуҙар айырыуса борсолоу тыуҙыра. Бруцеллёз беҙҙең район сиктәренә бик яҡын килде, уның осраҡтары Стәрлетамаҡ, Ишембай, Миәкә, Бишбүләк һәм республиканың тағы ике районында асыҡланды. Ә ауырыуҙың таралыу сәбәбе тағы ла ябай: был райондарға ветеринария хеҙмәттәре менән килешмәйенсә Ырымбур яғынан мал килтергәндәр. Был ауырыуҙың эҙемтәләре кешеләр өсөн дә хәүефле. Ҡотороу ҙа бик хәүефле сир. Үткән йыл 7 осраҡ теркәлһә, быйыл инде - 25. Ауырыуҙы таратыусылар булып төлкөләр, сысҡан-ҡомаҡтар, бурһыҡтар, йомрандар һәм башҡалар тора. Стәрлетамаҡта бер баланы эт тешләгән. Ләкин уны ваҡытында дауаханаға алып бармау сәбәпле, бала үлде. Шуға күрә, кемделер эт йәки үҙен сәйер тотҡан башҡа хайуан тешләһә йәки ялаһа, кисекмәҫтән үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙ улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ һәм фажиғәне булдырмай ҡала алабыҙ. Ә үҙ йүнәлешебеҙ буйынса бөтә хайуандарҙы ла ҡотороуға ҡаршы прививка менән солғап алырға тырышабыҙ.
Быйыл яңы ауырыу – настрелёзға ҡаршы ике тапҡыр вакцинация үткәрҙек. Бының өсөн бушлай вакцина бүленмәне, шәхси сектор өсөн уны һатып алған фермерҙарға һәм хужалыҡ етәкселәренә рәхмәтлебеҙ. Тиҙҙән өсөнсө вакцинацияны-ревакцинацияны ойошторасаҡбыҙ.
Бөгөнгө көндә район буйынса эре мөгөҙлө һыйыр малдары - 13469 баш, һарыҡтар - 8844 һәм кәзәләр – 512, аттар – 3588, сусҡалар – 462 баш, шулай уҡ умарталар – 6666, ҡош-ҡорт 332949 баш иҫәпләнә. Ветеринарҙар ваҡ йорт хайуандарын да хеҙмәтләндерә, уларға эттәр – 1918 баш һәм бесәйҙәр 2134 баш инә. Бына ошондай күп мал һәм ҡош-ҡорттоң сәләмәтлеге һағында тора ҙур булмаған район ветеринария станцияһы коллективы.
Эт, бесәйҙәр өсөн приют
Финанслау ҡыҫҡартылғанлыҡтан, беҙ аҡса эшләү юлдарын эҙләйбеҙ. Ветстанция эргәһендә ваҡ йорт хайуандарын ҡабул итеү буйынса операция кабинеты эшләй, унда консультация уҙғарыла, хайуандарҙы дауалау һәм операциялар яһау (түлһеҙләндереү, стерилләү һәм башҡалар буйынса) ойошторола. УЗИ тикшереүе үткәреү мөмкинлеге лә бар. Был кабинет 920 мең һум аҡса “эшләне”. Тиҙҙән “Эт һәм бесәйҙәр өсөн балалар баҡсаһы” асасаҡбыҙ. Ҡайҙалыр сығып киткән бесәй һәм эт хужалары үҙҙәренең йорт хайуандарын ошо балалар баҡсаһына ваҡытлыса ҡалдырыу мөмкинлеге буласаҡ. Бында уларға тейешле ҡарау, туҡланыу һәм белгестәр тарафынан медицина күҙәтеүе ойошторола. Кешеләр сәйәхәт ваҡытында үҙҙәренең йорт хайуандары өсөн борсолмаһалар, беҙҙең өсөн был да өҫтәмә килем сығанағы. Беҙҙең биналарҙы дезинфекциялау һәм дезинсекциялау буйынса түләүле хеҙмәттәребеҙ менән мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм хужалыҡтар файҙалана. Шулай уҡ “Имәнкәй” лагерында, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә территорияны дератизациялау (сысҡандарға һәм талпандарға ҡаршы) эштәрен башҡарабыҙ.
Уңғандарға - лайыҡлы наградалар
Ошо эштәр артында берҙәм, тырыш, эшсән коллективтың ҙур хеҙмәте ята. Байрамдарҙа хеҙмәттәре тейешенсә баһаланып, наградалар, бүләктәр алып торалар. Араларында Елена Олеговна Новикова менән Михаил Степанович Икшигулов “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен йөрөтә. Байрамдың сираттағыһында Игенйылға ауылынан Аҡкүл участка ветлечебницаһында эшләүсе Шамил Шәфҡәт улы Мәҡсүтов Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк. Ә Марина Викторовна Трофимова Өфөлә Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы байрам сараһында РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәтенә лайыҡ булды. Уны шулай уҡ БР ветеринария учреждениелары араһында иң яҡшы профком рәйесе булараҡ та бүләкләнеләр.
Ветерандарыбыҙ 20 кеше, ветерандар ойошмаһы рәйесе Э.С.Степанова, уға көҙгә 85 йәш тула. Юбилярҙарҙы, байрамдарҙа – Ололар көнөндә ҡотлау һәм бүләкләү кеүек матур йола ла бар. Арабыҙҙан киткән хеҙмәттәштәребеҙҙе лә онотмайбыҙ. Элекке ветстанция начальнигы Фәнил Сәйет улы Юлдашев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды, уның тыуған һәм үлгән көндәрендә таҡтаташ янына йыйылып, хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.
БР Ветеринария буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Азат Салауат улы Йыһаншин беҙгә килеп, эшмәкәрлегебеҙ менән танышып, билдәләп тора, эшебеҙҙән ҡәнәғәт ҡала, биләмәбеҙҙең төҙөк-матурлығын кәңәшмәләрҙә беҙҙе өлгө итеп ҡуя. Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов ыңғай баһаһын бирә. Иғтибарҙары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан татыу, берҙәм һәм эшлекле коллективты, хеҙмәттәштәремде һәм хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем.