+6 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
31 Августа , 04:10

Йорттарға йөрөүселәр кемдәр һәм улар нимә эшләй?

«ИнформУИК» тураһында алты мөһим һорау

Йорттарға йөрөүселәр кемдәр  һәм улар нимә эшләй?Йорттарға йөрөүселәр кемдәр  һәм улар нимә эшләй?
Йорттарға йөрөүселәр кемдәр һәм улар нимә эшләй?

20 августан, һайлау кампанияһы алдынан, республикабыҙҙа «ИнформУИК» мәғлүмәт проекты старт алды. Ул 6 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Был ни өсөн кәрәк, әһәмиәте нимәлә – ошо хаҡта һөйләйбеҙ.
1. Нимә ул «ИнформУИК»?
Ул – Рәсәй Үҙәк һайлау комис­сияһының проекты, кешеләргә һайлауҙар тураһында күберәк мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 18 – 20 сентябрҙә илдә күп кимәлле һайлауҙар үтәсәк. Партия исемлеге һәм бер мандатлы округтар буйынса үткән Дәүләт Думаһына һайлауҙан тыш, Башҡортостанда бер нисә башҡа һайлау кампанияһы бил­дәләнгән. Мәҫәлән, баш ҡала халҡы – Өфө ҡала советына, Ауырғазы һәм Белорет райондары ауыл советтарына депутаттар һайлаясаҡ, Ҡыҙыл округында (уға Әбйәлил районы һәм Баймаҡ районының бер нисә ауыл биләмәһе инә) Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау тәғәйенләнгән. Мәғлүмәт күп, барыһын да ҡапыл төшөнөү еңелдән түгел. Үҙәк һайлау комиссияһы был һайлау алды кампанияһын һуңғы йылдарҙағы иң ҡатмарлыларҙың береһе тип билдәләне. Шуға күрә участка комиссиялары ағзаларын ярҙамға саҡырҙылар. Улар йорттарға, фатирҙарға йөрөп, предприятиеларға килеп, һайлаусыларға сараның бөтә нескәлектәрен аңлатасаҡ һәм даталар, кандидаттар, бюллетендәр һәм башҡаларҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ улар, әгәр һайлаусы сәләмәтлеге арҡаһында һайлау участкаһына бара алмаһа, өйҙә тауыш биреү, һайлау көндәрендә ҡайҙалыр китергә тура килһә, нимә эшләргә кәрәклек һ.б. тураһында аңлатасаҡ.
2. Йорттарға йөрөүселәр барыһын да беләме?
Проектта ҡатнашыусыларҙың ба­ры­һы ла һайлауҙар тураһында мәғ­лү­мәтте аныҡ еткереү өсөн берҙәм федераль стандарттар буйынса мотлаҡ уҡыу үтә. Шулай уҡ мөмкин тиклем күберәк халыҡ менән аралашыу өсөн маршруттарҙы дөрөҫ планлаштырыуҙы тикшерәләр, мобиль ҡушымта менән эшләргә өйрәнәләр, шунда уҡ халыҡ менән аралашыу һөҙөмтәләрен теркәп барасаҡтар, сетерекле хәлдәрҙе көйләү алымдарын үҙләштерәсәктәр һ.б. Шәхси мәғлүмәттәр тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә айырыуса ҙур иғти­бар йүнәлтелә.
3. Улар ярҙамында властар үҙ кандидаттарын алға этәрәсәкме?
Юҡ. Йортҡа йөрөүселәр агитация менән шөғөлләнмәй. Был ҡәтғи тыйылған. Мәҫәлән, Мария Петровна үҙенең ҡоҙаһын ауыл советына депутат итергә теләһә лә, һайлаусыларға уның ниндәй иҫ киткес кеше булыуы хаҡында һөйләргә хоҡуғы юҡ. Йортҡа йөрөүсенең бурысы – аныҡ депутатты йәки партияны алға этәреү түгел, ә һайлау тураһында тулы мәғлүмәт биреү.
4. Мин килеүсене өйгә индерергә бурыслымынмы?
Юҡ, бындай бурыс юҡ. Һайлау комиссияһы ағзаһы уны өйгә индереүҙе талап итмәйәсәк, уға һеҙҙең менән ишек төбөндә һөйләшеп, мәғлүмәт листовкаларын тапшырыу ҙа етә. Йортҡа йөрөүсе менән аралашаһығыҙмы, әллә проектта ҡатнашыуҙан әҙәпле генә баш тартаһығыҙмы – быны тик һеҙ генә хәл итәһегеҙ. Шулай ҙа, аҙ ғына буш ваҡыт табып, был осрашыуға иғтибар бүлеү яҡшы: һеҙ һайлау тураһында бөтә ышаныслы, тикшерелгән мәғлүмәткә эйә буласаҡһығыҙ, ә килеүсе, үҙ сиратында, һайлаусы тураһында мәғлүмәттәрҙе аныҡлаясаҡ.
5. Һинең алда мутлашыусы түгеллеген нисек белергә?
Ысынлап та, мутлашыусылар өйгә инеү йәки кешенең шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыу йәһәтенән һәр мөмкинлекте ҡулланырға тырыша, шуға күрә бер минутҡа ла уяулыҡты юғалтырға ярамай. Был осраҡта оялырға кәрәкмәй.
Йортҡа йөрөүселә мотлаҡ булырға тейеш:
  участка һайлау комиссияһы ағза­һының фото, мисәт һәм участка һай­лау комиссияһы рәйесенең ҡул­там­ғаһы ҡуй­ылған таныҡлығы. Паспорт­тағы һәм таныҡлыҡтағы фотоларҙы сағыштырып ҡарарға мөмкин;
  махсус экипировка: һайлау комис­сияһы символикаһы менән бейсболка, сумка-шопер, таратыу өсөн листовкалар;
  «Телеформ» рәсми ҡушымтаһы булған телефон йәки планшет, уның ярҙамында ул мәғлүмәттәрҙе тикшерә һәм яуаптарҙы теркәй.
Йортҡа йөрөүсе нимә эшләргә тейеш түгел?
  паспорт, СНИЛС, ИНН, кодтар, «Дәүләт хеҙмәттәре»нән алынған йәки банк иҫәбенә ҡағылышлы мәғлү­мәттәрҙе күрһәтеүҙе һорарға;
  һайлауҙарға «иғәнәләр» талап итергә;
  сәйәси ҡарашығыҙҙы белешергә, билдәле бер партия йәки кандидат өсөн тауыш бирергә өгөтләргә.
Әгәр шикләнһәгеҙ, участка һай­лау комиссияһына шылтыратып, йорт­тарға йөрөүгә ҡағылышлы мәғлү­мәтте асыҡлағыҙ.
6. Проекттың ыңғай яҡтары нимәлә?
Йәнле аралашыуҙан тыш, һайлау комиссияһы ағзалары халыҡ һәм урындағы үҙидара органдары ара­һында бәйләнеш булдыра. Күптәр йорттарға йөрөүселәрҙе власть вәкил­дәре итеп ҡабул итә, улар аша көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә тырыша, икенселәр системалы, мәҫәлән, илдә һаулыҡ һаҡлау йәки мәғариф өлкәһен яҡшыртыуға ҡағылышлы тәҡдимдәрен еткерә. Үҙәк һайлау комиссияһында раҫлауҙарынса, бөтә теләктәр һәм тәҡдимдәр тейешле власть органдарына тапшырыла.

 

ЦИТАТА
Элла Памфилова, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе:
«ИнформУИК»тың эшмәкәр­леге уңышлы башланды. Һайлау­сыларҙың күбеһе ҡабул итә, ара­ла­ша, һорауҙарын би­рә. Һайлау­сылар мәнфәғәтендә баш­ҡар­ған кә­рәкле һәм мөһим граж­дан­лыҡ мис­сия­һы өсөн коллегаларыма рәхмәт белдерәм»

«ИнформУИК» нисек барлыҡҡа килде?

Проект 2023 йылда 78 төбәктә пилот режимында эшләй башланы. Совет осорондағы һәр бер йортҡа барыу, һайлаусылар менән тура бәйләнеш прак­тикаһын иҫкә төшөрҙөләр. Ко­мис­сия ағзалары кешеләр менән ара­лашты, уларға кандидаттар, мөм­кин булған тауыш биреү алымдары тураһында һөйләне. Ошонан һуң Үҙәк һайлау комиссияһында төрлө территорияларҙа үткән һайлау һө­ҙөм­­тәләрен анализланылар. Асыҡ­­ла­ны­уынса, «ИнформУИК» эшләгән урын­дар­ҙа халыҡтың һайлауҙа ҡат­на­шыу күрһәткесе юғарыраҡ булған. Проект уңышлы тип таныла.

2026 йылда «ИнформУИК»тың бурысы – һәр кемгә барып етеү генә түгел, ә һайлаусыға ул йәшәгән биләмәлә ниндәй һайлауҙар үтеүен, кем өсөн һәм ниндәй алымдарҙа тауыш биреү мөмкинлеген аңларға ярҙам итеү.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас