

Унда, 2004 йылдың 1 сентябрендә, иртән тантаналы линейка ваҡытында террорсыларҙың ҡораллы төркөмө 1-се мәктәпте баҫып ала һәм миналы бинала 1000-дән ашыу уҡыусыны, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын аманат итеп тота. Өс көн буйына кешеләрҙе һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ тоталар. 3 сентябрҙә “Альфа” һәм “Вымпел” махсус тәғәйенләнештәге подразделениелар ҡатнашлығында бинаға штурм башлана. Үҙенең ҡанһыҙлығы буйынса бығаса булмаған террористик акт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында 186 баланың ғүмере өҙөлә.
Бесландан һуң Милли террорға ҡаршы комитет ойошторола, ә бер йылдан һуң иҫтәлекле көн булдырыла. Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөн билдәләгәндә, районыбыҙ әүҙемселәре, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре берлектә Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһындағы Билдәһеҙ һәйкәл алдында йыйылып, террорсы акттар ҡорбандарын, шулай уҡ тәртип һаҡлағанда бурысын үтәп һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙе иҫкә алдылар. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығыш яһап, бар ил халҡын зар илатҡан бындай фажиғәләр бүтән ҡабатланмауын теләп, терроризмға ҡаршы көрәштә ғүмерен биргән Рәсәй Геройҙары Фәрүәт Яҡупов һәм Андрей Мигунов тураһында һөйләне, Беслан фажиғәһе, Кавказ, Донбасс һәм башҡа төбәктәрҙәге ваҡиғалар тураһында әйтеп үтте.
Хәтер - ул үткәндәр генә түгел, киләсәк алдындағы яуаплылыҡ та. Илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр һәммәбеҙҙе лә урап үтһен.