

Республика етәксеһе Абхазия президентына һәйкәл постаментын өс яҡтан тарихи деталдәр менән тулыландырылған тематик рельефтар биҙәүе хаҡында һөйләне.
Генералдың алдына баҫһаң, уң яҡта — «Башҡорт халҡының күңеле һәм эпоста һәм легендаларҙа уның тарихы», һулда иһә «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби рухы» рельефы, арттараҡ башҡорт халҡының ун өс ырыуына арналған рельеф. Рельеф тулыһынса дивизияның ойошторолғандан алып Еңеү көнөнә тиклемге, халыҡ, Миңлеғәле Шайморатов, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең тарихын сағылдыра.
Мансур гранитынан төҙөлгән колоннада 24 колоннанан тора, улар көнбайыш һәм көнсығыш ҡанатты барлыҡҡа килтерә. Колоннаданың бейеклеге – 7,7 метр. Скульптура комплексының оҙонлоғо 62 метр булһа, тәрәнлеге – 29 метр.
Колоннаданы рус һәм башҡорт телдәрендә «Ватан өсөн һуғышта һәләк булғандарға бағышлана» тигән яҙыу биҙәй. Ә колоннада, автор уйынса, халыҡтың дошман алдында берләшеүен символлаштыра.
Уртала мемориаль колонналарҙа РФ Президентының генерал Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән маҡтаулы исем биреү тураһында указы текстары һәм Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары исемлеге (78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан орденының тулы кавалеры) урынлаштырылған.