+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
14 Сентября , 07:05

Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

Йылдың-йылы сентябрҙең икенсе шәмбеһендә локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар оло хөрмәт менән иҫкә алына. 12 сентябрҙә Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһы эргәһендәге майҙанда хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан митинг үтте. Унда Афған һәм Чечен һуғышы, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге хәрби бәрелештәр ветерандары, махсус хәрби операция биләмәһенән ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар, МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары, район халҡы, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, “Йәш армиясылар”, мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар үҙәк майҙанға йыйылғайны.

Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алдыРайондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

Алып барыусылар Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин сараны ялҡынлы һүҙҙәр менән башлап, митингыны асыу өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығының мобилизация буйынса ярҙамсыһы, 2-се ранг капитаны Владимир Герасимовҡа бирҙе. Владимир Ильич митингыны асыҡ тип иғлан итеүгә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова  йыйылыусыларҙы тәбрикләп: “Беҙҙең бурыс – яу яланында һәләк булған яугирҙарҙы онотмау, уларҙың батырлыҡтарын киләсәк быуынға еткереү. Үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, илебеҙ именлеге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ҡаһармандарыбыҙҙың батырлығын мәңге онотмабыҙ”, - тине.

Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары Денис Ғималов, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров, Рәсәй Геройҙары - А.П.Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна, Ф.А.Яҡуповтың бер туған һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе, запастағы подполковник Андрей Пронин сығыш яһап, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу көнөнә йыйылыусыларға рәхмәт белдереп, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Ошонда уҡ Илфат Рәхимйән улы Чечня бәрелешендә ҡатнашҡан бер нисә яугирҙы иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләп үтте.

Митингыла ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән Еңеү, тыныс тормош, бәхетле киләсәк өсөн төрлө яуҙарҙа һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Сығыштарҙан һуң митингыла ҡатнашыусылар Геройҙар һәм Хәрби дан Аллеяларына венок һәм сәскәләр һалды. Афған ветераны Марс Хәйруллин “Офицерҙар” йырын бүләк итте.

Артабан сарала ҡатнашыусылар Красноусол зыяратына юлланды, унда махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтар хөрмәтенә ғибәҙәтхана (часовня) асылды. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡ аҡсаһына төҙөлгән.

Был көндө райондаштарыбыҙ ил алдында бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яугир батырҙарыбыҙҙы иҫкә алып, уларҙың рухтарына дан йырланды.

Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Райондаштарыбыҙ локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас