+19 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
18 Сентября , 07:50

Район хакимиәте башлығы тауыш бирҙе

Красноусолдағы Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 1666-сы һайлау участкаһынан дәртле йыр-моңдар халыҡты һайлауға саҡырып, әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Һайлау участкаһынан халыҡ ағымы өҙөлмәй.

Район хакимиәте башлығы тауыш бирҙеРайон хакимиәте башлығы тауыш бирҙе
Район хакимиәте башлығы тауыш бирҙе

Һайлау комиссияһы рәйесе Лилиә Булат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина мөһим ваҡиға менән таныштырып: “Халыҡ бер туҡтауһыҙ килеп тора. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Был һайлау участкаһында бер меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы”, - тине.

Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов 1666-сы һайлау участкаһына ғаиләһе менән килеп, тауыш биргән.

- Һайлауҙар - ил өсөн һәр ваҡыт мөһим ваҡиға, ә был айырыуса мөһим. Бөгөн беҙгә бығаса булмағанса берҙәмлек кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте ғафуриҙарға Венер Фәнир улы. - Ҡәҙерле яҡташтар, ваҡыт табығыҙ, участкаларға килегеҙ, тауыш бирегеҙ! Киләсәккә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ һәм Ғафури районының бөтә ҙур Рәсәй кеүек көслө һәм берҙәм булыуын күрһәтегеҙ!

Ысынлап та, районда байтаҡ ғаиләләр өсөн бөгөн һайлауға күмәкләп барыу матур байрамға ла әйләнәсәк.

#ВыбираемВместе

#ЕДГ2026

#АлгаВсейСемьей2026

#БашкортостанВыбирай2026

#ГолосМедиаСообществ2026

Район хакимиәте башлығы тауыш бирҙе
Район хакимиәте башлығы тауыш бирҙе
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас