+16 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Сентября , 06:45

Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны тауыш бирҙе

Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы Ғибаҙуллина-Юлъяҡшина оҙаҡламай үҙенең 94 йәшен билдәләй.

Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны тауыш бирҙеКрасноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны тауыш бирҙе
Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны тауыш бирҙе

Үҫмер йылдары һуғыш осорона тура килгән ил инәһе тормоштоң әсе-сөсөһөн, аслыҡ-яланғаслыҡты, өҫтәүенә етемлекте бәләкәйҙән үҙ иңендә татып үҫә. Уға 10 йәш тулғанда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән атаһы Хажиәхмәт, йәнә бер йылдан әсәһе Миңлеямал ауырып мәрхүм була. Ҡәһәрле һуғыш уны туғандарынан да айыра. Ғаиләлә иң өлкәне – ағаһы Ғариф фронтҡа китә.
Үкһеҙ етем ҡалған өс баланы балалар йорттарына тәғәйенләйҙәр. Дәреслекһеҙ, дәфтәрһеҙ, аслы-туҡлы булһа ла, Мәҙинәнең уҡыуға ынтылышы көслө була. Тырышлығын баһалап, уны Стәрлетамаҡтағы В.И.Ленин исемендәге балалар йортондағы урта мәктәпкә уҡырға ебәрәләр. Төплө белем алған М.Ғибаҙуллина мәктәпте тамамлағас, Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Уҡытыусы һөнәренә эйә булған дипломлы йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Сәйетбаба ауылына эшкә ебәрәләр. Бында ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше, уҡытыусы булып эшләгән Ҡауарҙы ауылы егете Аман Вәлиулла улы Юлъяҡшинды осрата. 1965 йылда, Сәйетбаба мәктәбендә 11 йыл эшләгәс, район гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән Мәҙинә Ғибаҙуллинаны район үҙәгендәге “Коммунизм байрағы” дубляж гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар.  Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы хаттар бүлеге мөдиренән тәржемә буйынса мөхәррир урынбаҫарына тиклем юл үтеп, 16 йыл ғүмерен был эшкә бағышлап, йәш гәзит хеҙмәткәрҙәрен һоҡланғыс сабырлыҡ менән эшкә өйрәтеүгә, ауыл хәбәрселәренең гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүенә, гәзиттең уҡымлыраҡ, йәмлерәк сығыуына күп көс һала. “Коммунизм байрағы” артабан “Йондоҙ”ға (дубляж гәзит) әйләнә. Нисек кенә “гәзит йәнле” кеше булһа ла, һаулығы буйынса икенсе эшкә күсергә тура килә уға һәм хаҡлы ялға киткәнсе Красноусол ярҙамсы мәктәп-интернатында директор урынбаҫары вазифаһында эшләй.
Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙына иң күркәм сифаттар хас. Оло йөрәкле, кеселекле-кешелеклелеге, алсаҡлығы менән ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллективта ул үҙ кеше, күптәрҙең остазы була.
Әлеге көндә Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы үҙ фатирында балалары хәстәрлегендә ғүмер итә. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөү шатлығына  күмелеп йәшәй. Йыл да һайлауҙарҙан ҡалмай, комиссия ағзалары уны был юлы ла фатирына килеп һайлатты. Мәҙинә апай өлкән йәштә булһа ла ил-көн хәбәрҙәре менән танышып тора. “Табын” район гәзитенә лә яҙылмай ҡалмай. Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы кеүек тормош һынауҙарына сыныҡҡан оло быуын кешеләренең әүҙем тормошо позицияһына, аң-зиһененә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар бөгөн дә йәштәргә лайыҡлы өлгө булып тора.

Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны тауыш бирҙе
Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны тауыш бирҙе
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас