+17 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Сентября , 10:05

Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында

Яңғыҙҡайын ауылында урынлашҡан һайлау участкаларында ла эш ҡыҙыу һәм әүҙем бара.

Яңғыҙҡайын һайлау участкаларындаЯңғыҙҡайын һайлау участкаларында
Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында

 Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1705-се һайлау участкаһы рәйесе Зифа Вәлишина, секретары Алһыу Ғәлиева был участкала 6 кеше һайлау эшен башҡарыуы, Урал, Яңғыҙҡайын ауылдары халҡы һайлауға әүҙем килеүе тураһында әйтеп үтте. Ауылдың өлкән кешеләренең береһе Масур Сафа улы Вәлишин тормош иптәше Суфия Шәрифулла ҡыҙы менән килеп, үҙ тауышын биргән.

Мәктәптә урынлашҡан 1706-сы һайлау участкаһы рәйесе Рәүилә Мусина, секретары Әлфиә Ғиззәтуллина әйтеүенсә, Яңғыҙҡайын, Ноябревка ауылдарынан барлығы 300 кеше был участкала һайларға хоҡуҡлы. Беренсе һайлауға килеүселәргә, махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙың ғаиләләренә бүләктәр ҙә әҙерләгәндәр. Һайлауға килә алмаусыларҙы өйҙәренә барып һайлаталар. Был һайлау участкаларында һәйбәт мөхит, әүҙем тауыш биреү тантана итә.

Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында
Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында
Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында
Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас