+19 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Сентября , 08:44

Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе

Үтәк ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына тауыш бирергә килеүселәр араһында яугир улдар әсәһе Нүрзилә Баймөхәмәтова ла бар ине. Ул һайлауға улы Айнур менән килеп, илебеҙ тыныс булһын, тип лайыҡлы кандидат өсөн тауышын бирҙе.

Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙеЯугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе

Ете бала тәрбиәләп үҫтергән Нүрзилә Баймөхәмәтованың оло улы Артур Таһиров махсус хәрби операция барышында ил именлеген һаҡлап батырҙарса һәләк булған, икенсе улы Айнур резервта тора, Айҙар улы бөгөнгө көндә МХО-ла Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә, Алина ҡыҙы Үтәк ауылында ғаиләһе менән йәшәй, Алһыу, Азалия ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөнәр алыу өсөн, иң кеселәре Алмаз 8-се класта уҡып йөрөйҙәр.

Тәрбиәле, аҡыллы ул-ҡыҙҙар үҫтереүсе, хәйриә концерттарында даими ҡатнашыусы Нүрзилә Фәйзрахман ҡыҙының 20 сентябрҙә тыуған көнөнә лә, оло йөрәкле әсәгә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, һөйөнөс-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

- Үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек, донъялар тыныс булһын инде, - ти Нүрзилә Баймөхәмәтова.  

Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас