+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Сентября , 09:55

Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлай

Һайлауҙың өсөнсө көнө лә ойошҡан рәүештә бара. Ҡотлоғужа, Ҡарамыш ауылы халҡы Ҡотлоғужалағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында урынлашҡан 1677-се һайлау участкаһында тауыш бирә. Был участканың һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Ғафарова, секретары Әнүзә Йыһаншина әйтеүенсә, һайлау әүҙем бара, бында 213 кешегә тауыш биреү ҡаралған.

Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлайЙәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлай
Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлай

Ауылдың йәш, дүрт бала тәрбиәләүсе Роза һәм Рөстәм Ишбулдиндар ҙа һайлауҙың мөһимлеген аңлап, үҙ тауыштарын бирергә килгән ине.

  • Килмәй ҡалғаныбыҙ юҡ, башҡа ваҡыт балалар менән килә инек, бөгөн тиҙерәк һайлап ҡуяйыҡ тип, ҡабаланып сығып киттек, - тиҙәр ауылда өй һалып, күмәк балалар үҫтереп, матур итеп йәшәүсе Ишбулдиндар ғаиләһе.

#ВыбираемВместе

#ЕДГ2026

#АлгаВсейСемьей2026

#БашкортостанВыбирай2026

#ГолосМедиаСообществ2026

Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлай
Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлай
Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем һайлай
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас