

Һайлауға – ғаилә менән
Красноусолдағы район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 1666-сы һайлау участкаһынан дәртле йыр-моңдар, халыҡты һайлауға саҡырып, әллә ҡайҙан ишетелеп тора ине. Һайлау осоронда бынан халыҡ ағымы өҙөлмәне.
Һайлау комиссияһы рәйесе Лилиә Ғөбәйҙуллина мөһим ваҡиға менән таныштырып: “Халыҡ туҡтауһыҙ килеп тора. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Был һайлау участкаһында бер меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы”, - тине.
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов ошо һайлау участкаһына ғаиләһе менән килеп, үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән.
- Һайлауҙар - ил өсөн һәр ваҡыт мөһим ваҡиға, ә был айырыуса мөһим. Бөгөн беҙгә бығаса булмағанса берҙәмлек кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте ғафуриҙарға Венер Фәнир улы социаль селтәрҙәрҙә. - Ҡәҙерле яҡташтар, участкаларға килегеҙ, тауыш бирегеҙ! Киләсәккә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ һәм Ғафури районының бөтә ҙур Рәсәй кеүек көслө һәм берҙәм булыуын күрһәтегеҙ!
Ысынлап та, етәксенән өлгө алып, районда байтаҡ ғаиләләр өсөн бөгөн һайлауға күмәкләп барыу матур байрамға ла әйләнде.
Күп йылдар Балалар ижады үҙәген етәкләгән, патриот рухлы, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир – Рәмил Кинйәбаев та һайлауҙан ситтә ҡалманы. Красноусолдағы район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һайлау участкаһына Рәмил Ниғмәтйән улы тормош иптәше - “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы менән килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Бында яугирҙы комиссия ағзалары хөрмәтләп ҡаршы алып, тәбрикләнеләр, иҫән-һау йөрөүен теләп ҡалдылар.
Районыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы менән Рифат Мөнир улы Ишмөхәмәтовтар һайлауҙарға һәр саҡ яуаплы ҡарай, һәр тауыш мөһим, тип иҫәпләй улар. Һайлауҙың беренсе көнөндә иртә менән Курорт мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһында улар үҙ тауыштарын бирҙе.
Герой һеңлеһе теләктәре
Бурлылағы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына килеүселәр араһында Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың бер туған һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы ла бар ине. Ул тормош иптәше Фәрүәз Йәғәфәр улы менән килгәйне.
- Һайлауға яҡшы теләктәр менән килдем: илдәр-ара тыныслыҡ урынлашһын, үҫеп килеүсе быуындың киләсәге матур, өмөтлө булһын, ғөмүмән, тормошта бәрәкәт, именлек, татыулыҡ тантана итһен, - ти Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы.
Яугир улдар әсәһе тауыш бирҙе
Үтәк һайлау участкаһында ошо, Иҡтисад ауылы халҡы, барлығы 363 һайлаусы тауыш бирергә хоҡуҡлы. Һайлау комиссияһы рәйесе Наил Маннанов, секретары Резеда Мөхәмәтйәнова һәм комиссия ағзалары: “Беҙҙең һайлау участкаһына тауыш бирергә “Мәскәй әбей” ҙә килде. Паспортын күрһәтте, нисек инде унһыҙ. Бөтә кешегә лә бер талап”, - тип, һайлау участкаһындағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләнеләр.
Яугир улдар әсәһе Нүрзилә Баймөхәмәтова һайлауға улы Айнур менән килгән. Ете бала үҫтергән Нүрзилә Баймөхәмәтованың оло улы Артур Таһиров махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған, икенсе улы Айнур резервта тора, Айҙар улы бөгөнгө көндә МХО-ла Ватан һағында. Алина ҡыҙы Үтәк ауылында ғаиләһе менән йәшәй, Алһыу, Азалия ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөнәр алыу өсөн, иң кеселәре Алмаз 8-се класта уҡып йөрөйҙәр. Тәрбиәле, аҡыллы ул-ҡыҙҙар үҫтереүсе, хәйриә концерттарында даими ҡатнашыусы Нүрзилә Фәйзрахман ҡыҙы үҙенең тыуған көнөндә һайлауға килеп: “Үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек, донъялар тыныс булһын”, - тине.
Ҡаһармандар ғаиләләре лә әүҙем
Сәйетбаба ауылындағы 1691-се һайлау участкаһына әлеге көндә МХО-ла булған һәм ошо яуҙа ғүмерҙәре өҙөлгән ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың ғаилә ағзалары дәррәү килгән. Улар билдәләүенсә, ирҙәре һәм улдары алғы һыҙыҡта дәүләт сиктәрен һаҡлаған арала, өйҙә ҡалғандарҙың бурысы - ил эсендә тотороҡлолоҡто һәм үҫеште тәьмин итеү.
Сәйетбаба мәктәбендәге 1690-сы һайлау участкаһында ла һайлау тыныс, әүҙем үткән. Һайлау комиссияһы рәйесе Венера Ҡунафина, секретары Гөлшат Вәлиева һәм алты комиссия ағзалары үҙ эшен ентекле башҡарған. Күсмә һайлау комиссияһы ағзалары алдан ғариза биреүселәр, йәки шылтыратып әйтеүселәр, шул иҫәптән оло йәштәгеләр, сирлеләрҙе өйҙәренә барып һайлатҡан. Ҡаранйылға ауылынан 93 йәшлек Миңнисур Вәлиева тауыш бирә алыуына шатланып, шундай мөмкинлек булдырғандары өсөн рәхмәт әйтеп ҡалған.
Яңғыҙҡайын һайлау участкаларында
Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1705-се һайлау участкаһы рәйесе Зифа Вәлишина, секретары Алһыу Ғәлиева был участкала 6 кеше һайлау эшен башҡарыуы, Урал, Яңғыҙҡайын ауылдары халҡы һайлауға әүҙем килеүен әйтте. Ауылдың өлкән кешеләренең береһе Мансур Сафа улы Вәлишин тормош иптәше Суфия Шәрифулла ҡыҙы менән килеп, үҙ тауышын биргән.
Мәктәптә урынлашҡан 1706-сы һайлау участкаһы рәйесе Рәүилә Мусина, секретары Әлфиә Ғиззәтуллина әйтеүенсә, Яңғыҙҡайын, Ноябревка ауылдарынан барлығы 300 кеше был участкала һайларға хоҡуҡлы. Беренсе һайлауға килеүселәргә, махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙың ғаиләләренә бүләктәр ҙә әҙерләгәндәр.
Сауҙа ойошторолған
Туғай ауыл клубында урынлашҡан 1704-се һайлау участкаһына килеүселәр тауыш биреп тә, һайлауға ингән ерҙә аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүселәрҙән өйҙәренә күстәнәс тә алып ҡайтҡан.
Был һайлау участкаһында Туғай һәм Игенселәр ауылы халҡы тауыш бирә. Һайлау комиссияһы рәйесе Рәзимә Ғәлиева етәкселегендә, секретары Фәимә Баһауетдинова һәм тағы ике комиссия ағзаһы әүҙем эшләгән.
Игенйылғала һайлау ойошҡан үтте
Игенйылға мәктәбендә урынлашҡан 1676-сы һайлау участкаһын иртә менән йәнлелек биләп алған ине. Матур көй әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Абсаттаров һәр кемгә иғтибар бүлеп, секретары Зәлиә Йәнбәкова һәм комиссия ағзалары ойошҡан рәүештә эшләйҙәр.
Был участкала алты йәш кеше беренсе тапҡыр һайлаһа, Игенйылға ауылында йәшәүсе 1935 йылғы Бибинур Закир ҡыҙы Мозафарова иң өлкән һайлаусы булып тора. Уны өйөнә барып һайлатҡандар.
Йәш ғаиләләр ҙә әүҙем
Ҡотлоғужа, Ҡарамыш ауылы халҡы Ҡотлоғужалағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында урынлашҡан 1677-се һайлау участкаһында тауыш бирә. Был участканың һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Ғафарова, секретары Әнүзә Йыһаншина әйтеүенсә, бында 213 кешегә тауыш биреү ҡаралған.
Ауылдың йәш, дүрт бала тәрбиәләүсе Роза һәм Рөстәм Ишбулдиндар ҙа һайлауҙың мөһимлеген аңлап, тауыш бирергә килгән.
- Килмәй ҡалғаныбыҙ юҡ, башҡа ваҡыт балалар менән килә инек, бөгөн тиҙерәк һайлап ҡуяйыҡ тип, ҡабаланып сығып киттек, - тиҙәр ауылда өй һалып, күмәк балалар үҫтереп, матур итеп йәшәүсе Ишбулдиндар ғаиләһе.
Милли кейемдә һайланылар
Имәндәш,Таш-Аҫты һәм Иҫке Тайыш халҡы һәр саҡ әүҙем, берҙәм булып, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. “Һайлауҙа ҡатнашыу – изге бурыс. Яҡташтарыбыҙ ил һәм республика яҙмышына битараф булмауын күрһәтергә тейеш. Илебеҙҙә именлек, тыныслыҡ булһын!" - имәндәштәр тап ошондай уй-теләктә тауыш бирҙе. Ауылдың иң оло инәйҙәренең береһе, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Фәниә Түзбәкова тәүге көндә үк беренселәрҙән булып килде. Һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашыусы егеттәр - Алмас Айбатов, Айгиз Мәхмүтов, Айсыуаҡ Шәмсетдинов та беренсе көндә үк һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурыстарын үтәне.
Ауылдың абруйлы ағинәйҙәре милли кейемдәрен кейеп, тотош ғаиләләре менән бергәләп тауыш бирҙе.
- Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, ут эсендә йөрөгән ир-егеттәр атай-әсәйҙәре, ғаиләләре, балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, илдә тыныслыҡ булһын, күҙ йәштәре түгелмәһен, - МХО-ла һәләк булған Фәдис Ниғмәтуллиндың әсәһе Фәнизә Ниғмәтуллина менән МХО ветераны ҡатыны Уралия Ғәлина йәшниккә бюллетендәр төшөргәндә тап ошондай уй-теләктәрен еткерҙе. 93 йәшлек Тәнзилә Собханғолова, 90 йәшен тултырған Хәтирә Мәһәҙиева менән Гөлменәүәр Ишкина, яугир әсәһе Зөһрә Сафуанова, шулай уҡ МХО ветераны әсәһе Рәйлә Йәғәфәрова ла тауыштарын биреп, ил-көнгә именлек, тыныслыҡ теләне.
х х х
Районыбыҙҙағы һәр һайлау участкаһында Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт Палатаһынан блогер-күҙәтеүселәр эшләне, полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәртип һағында уяу торҙо. Һайлауҙарҙың берҙәм, ойошҡан үтеүе, тағын бер тапҡыр берҙәмлек бик ҙур көс булыуын иҫбатланы.
Мәҡәләләрҙе Әлфиә ВӘЛИЕВА, Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.