

Бал ҡорттарылай уңған Зөбәйеровтар, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер минут буш торорға күнекмәгәндәр, һәр саҡ хәрәкәттә, яратҡан шөғөлдәре менән мәшғүлдәр. 30 сутый тәшкил иткән баҡсаларында нимә генә үҫмәй! Иртә яҙҙан көҙгәсә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләре балҡып ултыра, баҡсаларында йәшелсәләре ишелеп уңа. Ҡыяр-помидорҙы теплицала үҫтерәләр, башҡа йәшелсәләр түтәлдәрҙә урын алған. Тәлғәт ағай ярҙамы менән гөрләтеп баҡса, сәскәләр үҫтереүсе, йәшелсә-емештән продукциялар әҙерләүсе уңған хужабикә Гөлсинә апайҙы Красноусолда уҙған йәрминкәләрҙә төрлө йәшелсә-емештәре, йәшел тәмләткес үләндәр, уларҙан әҙерләнгән банка-банка һәр төрлө продукциялары менән осратырға була. Ул ҡыҙыҡһынған һатып алыусыларына әҙерләмәләренең нисек әҙерләнеүен, шифалы үлән-тәмләткестәрҙең файҙаһы тураһында ла ентекләп аңлатма бирә. Хәҙер район халҡына ла яҡшы таныш ул, экологик йәһәттән таҙа продукцияларын ҙур теләк менән һатып алалар.
Ихластар, ҡунаҡсылдар үҙҙәре. Уларҙың йорттарынан кеше өҙөлмәй. Гөлсинә апай ҡунаҡтарын үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙән әҙерләнгән ризыҡтарынан һәм башҡа һый-ниғмәттәренән ауыҙ иттермәй ебәрмәй. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсаларын гөл кеүек тотҡан һәм тырышып донъя көткән Зөбәйеровтар һәр кемгә өлгө булып тора.