

Һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылыбыҙ 5 сентябрҙә республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралышҡан ҡыҙҙарын ғына түгел, ир-азаматтарын да үҙенә йыйҙы. Улар тыуып үҫкән ерендә ауылдаштары, әхирәттәре, дуҫтары, туғандары, күршеләре менән осрашты.
Сараны Ханты-Манси автономлы округынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Разифа Лотфулла ҡыҙы менән әлеге көндә ауылда йәшәүсе Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы Вәлиевалар һәм ауыл тормошона битараф булмаусылар ойошторғайны. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәүилә Йәнтүрина был кисәне матур итеп алып барҙы, Асфат Юлбарисов музыкаль яҡтан биҙәне.
Был сараны үткәреүҙең төп маҡсаты - ауылдаштарҙы осраштырыу, нәҫел-нәсәпте барлау, матур, шәп байрам ойоштороу ғына түгел, ә ауылға һулыш өрөү, быуындар бәйләнешен нығытыу, тыуған ер менән бәйләнеште өҙмәү, ауылыбыҙ һылыуҙары ҡайһы ерҙә генә йәшәһә лә, Ҡаранйылға ҡыҙҙары дан тотоп йәшәгәнен иҫбат итеү ине.
Ҡаранйылға ауылының һағынып иҫкә алырлыҡ тарихы, билдәле шәхестәре бар. Бөйөк ғалим Жәлил Кейекбаевты биргән ауыл булараҡ та билдәле. Ауылда урынлашҡан йорт-музейҙа ла төрлө тарафтарҙан кеше өҙөлмәй. Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Ҡаранйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында һәләк булған һәм яуҙан ҡайтып мәрхүм булған яугирҙарға арналған Хәтер мемориалы ла асылғайны.
Ауыл клубында үткән осрашыуҙа халыҡ күрешеп, аралашты, ә сығыш яһаусылар бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләре менән бүлешергә ашҡынып ҡайтҡайны. Уларҙың иҫләр хәтирәләре күп булды.
Педагогия фәндәре кандидаты Миңниә Вәлиева:
Бала сағым һиндә үтте,
Сабаҡ тотоп йылғала.
Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә,
Күңелем Ҡаранйылғамда.
Һағыштарым сиктән ашып,
Йөрәккәйем һыҙлаһа.
Йәнгә дауа табыр өсөн
Ҡайтам Ҡаранйылғама, - тип үҙе яҙған шиғырын уҡыны һәм ауылдаштарҙы берҙәм булырға, йәштәргә ололарҙың тәнҡит һүҙҙәренә, өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалырға саҡырҙы.
Ҡаранйылғала тыуып-үҫеп, әлеге көндә Юлыҡ ауылында йәшәүсе, ошо ауылда ветерандар советы рәйесе булып торған Миңзәлә Шаһиева бик матур сара үткәрелеүен билдәләп, үҙе йәшәгән ауылда ла ошондай сара үткәрергә кәрәк тип ҡуйҙы.
Өфө ҡалаһынан ҡайтҡан Фәнүр Мәхийәнов яҡташыбыҙ, мәшһүр телсе Жәлил Ғиниәт улы барыбыҙҙың сикһеҙ ғорурлығы булыуын билдәләп, уның васыяттарын онотмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ ул ғалимдың ҡустыһы Әхмәт бабаһынан яҙып алған йыр-шиғыр куплеттарын уҡып ишеттерҙе.
Салауат ҡалаһынан ҡайтҡан Фәнил Йәноҙаҡов та ауылдаштары менән һоҡланыуын йәшермәне: “Ҡаранйылғала егәрле, тырыш халыҡ йәшәй бит ул. Бына хәҙер газ үткәс, ауылыбыҙҙа йорттар ҙа, ғаиләләр ҙә артыр, моғайын”, - тине.
Рәзәнә Шәмсетдинова 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы булыуын әйтеп: “Ауылыбыҙ халҡы тырыш булды, улар бай, етеш, мул тормошта йәшәне. Күп балалы, татыу ғаиләләр элек бик күп булды. Ошо матур йәшәү өлгөләрен артабан да дауам итәйек”, - тине.
Шулай уҡ Гөлшат Мусина ауылдағы мәсеттең эшен йәнләндерергә, балаларға дин дәрестәре бирергә үҙе риза булыуын, Гөлсәсәк Кинйәбаева ауыл тарихын бергәләп яҙайыҡ, тигән тәҡдим менән, Вәсилә Йәрмиева, Ғәлиә Фәтҡоловалар ҙа үҙ фекерен әйтеп, сығыш яһанылар.
Ҡарамалы ауылынан килгән Нәжибә Вәлиева әсәһе Йәмилә апай менән Вәлиевтар шәжәрәһен төҙөүе тураһында һөйләп, эште аҙағына еткереп, уны тамамлап ҡуйырға кәрәклеген әйтте.
Мин үҙем дә оҙаҡ йылдар Ҡаранйылға мәктәбендә белем биргән уҡытыусы булараҡ, ошо мәктәптә уҡытҡан Шәмсинур Йәрмиева, Сәлиха, Шәһит Әхмәтшиндарҙы, Ғәйшә Ке-йекбаеваны яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып үттем. Уҡытыусыларыбыҙҙың тәрбиәһе беҙҙең быуынды матур йәшәргә өйрәткән. Сарала ауылда кәңәш биреп, кәрәк урында маҡтап, урыны менән тәнҡит һүҙҙәрен дә йәлләмәгән апай-ағайҙар ҙа иҫкә алынды.
Оҙон ғүмерле инәй-олатайҙар һәр ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өлгөһө. Бөгөнгө көндә ауылдың иң оло кешеләренең береһе, быйыл үҙенең 90 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылаған Ләмхиә Ишбулдина ла был кисәлә тәбрикләнеп, уға ҡарата матур һүҙҙәр яңғыраны.
Разифа Вәлиева, Асфат Юлбарисов, Рәүилә Йәнтүрина үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан моңдарын таратты, Хәмдиә Ишбулдинаның бейеүе лә барыһының күңеленә хуш килде. Ауылдаштар йырҙар, шиғырҙар бүләк итте, балалыҡ, йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар үткән һуҡмаҡтарын иҫкә төшөрҙө, сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Килеүселәрҙең барыһы ла саранан ҡәнәғәт булып, рухи ял алып, уртаҡ йортобоҙ булған ғәзиз ауылыбыҙҙан артабан да ҡот, нур китмәүен, ҡырҙа йәшәүселәр ҡайтып йөрөһөн, онотмаһын, тип, тағы ла шатлыҡлы осрашыуҙарҙа күрешергә насип булыуын теләп таралышты.
Ғәлиә ВӘЛИЕВА.
Ҡаранйылға ауылы.