0 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Октября , 04:00

Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!

26 сентябрҙә районыбыҙ йәнә “Йәшел Рәсәй” дөйөм Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәтенә булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” берҙәм дөйөм республика экологик акцияһына ҡушылды. Был көн ысын хеҙмәт һәм берҙәмлек байрамына әүерелде. Ра-йон етәкселәренән алып, мәктәп уҡыусыларына һәм ветерандарға тиклем йөҙҙәрсә кеше урамдарға, парктарға һәм йылға ярҙарына сығып, йәшел үҫентеләр ултыртты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!

Красноусолда Көгөш йылғаһы буйындағы “Атайҙар паркы”нда ҙур күләмле өмә үтте. Бында 100-ҙән ашыу кеше йыйылды һәм улар 100 төп ҡарағай ултыртты.
Сарала район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, ра-йон Советы рәйесе Галина Петрова, “Сеймал компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Рудюк, Башҡортостандың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Дарья Мостафина һәм “Ультрадизайн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас әҙерләү бу-йынса инженеры Руслан Хисамов ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы акцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп:
- Был ҡояшлы иртәлә ағас ултыртыуға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтлемен. Йылдар үткәс, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ, был ағастар күләгәһендә йөрөп, быны беҙ - үҙ ерҙәрен яратҡан һәм уның хаҡында хәстәрлек күргән атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ултыртҡанын иҫкә төшөрәсәк. Ғафури төбәге йәшел сауҡалыҡ булһын өсөн ысын күңелдән эшләйек! - тине ул.
Майҙансыҡтағы мөхит ысын мәғәнәһендә ихлас һәм дуҫтарса ине. Берәүҙәр йәш ағастар ултырта, икенселәре биҙрә менән һыу ташый һәм үҫентеләргә һыу һибә. Кешеләр үҙ-ара аралаша, көлә, һөйләшә һәм бер уртаҡ, мөһим эш башҡара. Айырыуса ата-әсәләре менән бергә акцияға килгән балаларҙы күреү бик шатлыҡлы булды. Улар өсөн был ял көнөндә ағас ултыртып йөрөү генә түгел, ә тыуған ергә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе ысын һабаҡ булды. Етди ҡиәфәттәге сабыйҙар ҙа өлкәндәргә ярҙам итергә тырышты. Атайҙары ағас ултыртылған соҡорҙо ер менән ҡаплаған арала кемдер үҫентеләрҙе тотоп торҙо, ҡайһы берҙәре бәләкәй биҙрәнән яңы ултыртылған ағасҡа һыу ҡойҙо. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре байрам кәйефе өҫтәгән концерт ойошторҙо. Ағас ултыртҡандан һуң барыһы ла тәмле былау һәм эҫе сәй менән һыйланды.
Ағымдағы йылда акция сиктәрендә районда 700 төрлө ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Үҫентеләр төрлө: ҡарағай, шыршы, ҡайын, миләш, имән, муйыл, йүкә, саған булған. Һәр ағас - ул үҫенте генә түгел, ә киләсәккә өлөш индергән, тиҫтә йылдар буйына һаҡланасаҡ йәшел эҙ.
“Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә шулай уҡ “Бөтә Рәсәй өмәһе” үтте. Район ойошмалары, предприятиелары һәм учреждениеларының хеҙмәт коллективтары үҙҙәренең эргә-тирә биләмәләрендә тәртип урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашты. Улар сүп-сар, япраҡтарҙы йыйғандар, бордюрҙарҙы, ағастарҙы һәм ҡоймаларҙы аҡлағандар, һәйкәлдәрҙе төҙөкләндергәндәр, контейнер майҙансыҡтарын һәм йылға ярҙарын тәртипкә килтергәндәр, сүп-сар йыйыуҙы һәм сығарыуҙы ойошторғандар.
Өмәлә бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 35 берәмек техника йәлеп ителгән. Был тағы бер тапҡыр таҙалыҡ һәм тәртип - дөйөм эш һәм беҙ бергәләп күп нәмәне булдыра алыуыбыҙҙы иҫбатланы.
“Йәшел Башҡортостан” көҙгө экологик акцияһы беҙҙең өсөн матур йолаға әйләнде. Ул тыуған ауылыбыҙҙы йәшелләндереү, уның тирә-яғын таҙартыу менән генә сикләнмәй. Бөгөн беҙ ултыртҡан һәр ағас - еребеҙгә булған һөйөүебеҙҙең, берҙәмлегебеҙҙең һәм киләсәк быуындарға ҡалдырған изге аманатыбыҙҙың билдәһе. Йылдар үткәс, һәр беребеҙ ғорурлыҡ менән: “Быны беҙ ултырттыҡ” тип әйтә аласаҡ.

Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Районыбыҙҙы таҙараҡ һәм күркәмерәк итәйек!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас