

Үткән аҙнала Үзбәк мәктәбендә үткән Хәтер кисәһе уҡыусы балалар өсөн ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек, батырлыҡ дәресе булды. Махсус хәрби операция барышында һәләк булған Илнур Риф улы Шәриповты иҫкә алыу сараһында яугирҙың яуҙаштары ҡатнашыуы уның әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы. Дәрестә шулай уҡ Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Өфө ҡалаһынан осрашыуға “Педкнига” нәшриәте директоры, тарих фәндәре кандидаты, педагог һәм МХО ветераны Тимербулат Хоҙайғолов (позывнойы “Азон”) һәм МХО ветераны Дамир Аралбаев (позывнойы “Думбай”), шулай уҡ Илнур Риф улының туғандары килгәйне. Башта улар Илнур Риф улының яҡындары менән бергәләп зыяратҡа барып, яугирҙың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Хәтер кисәһен тантаналы асҡандан һуң, тәүге һүҙ мәктәп директоры Айгөл Ғәбдиеваға бирелде.
- Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек, ил именлеге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән батырҙар рухына ихтирам тәрбиәләү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора һәм ошондай хәтер кисәләре, осрашыуҙарҙың тап мәктәптә үтеүе оло әһәмиәткә эйә, - тип билдәләне ул йыйылыусыларҙы килгән ҡунаҡтар менән таныштырғандан һуң. – Балалар үҙ батырҙарыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш. Һалдат һуғыш һайламай, биргән антына тоғро ҡалып, тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәй. Ҡасандыр беҙҙең Үзбәк мәктәбен тамамлаған Илнур ҙа илебеҙ именлегенә хәүеф янағанда тыныс ҡала алмайынса, 2024 йылдың авгусында МХО биләмәһенә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2025 йылдың 10 ғинуарында батырҙарса һәләк була. Ил именлеге хаҡына ғүмерен ҡорбан иткән батырҙар үлмәй, улар беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәй һәм беҙ улар алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Айгөл Кинйәбай ҡыҙы был сараны ойоштороу инициативаһы менән сыҡҡан ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, МХО-ның тиҙерәк тамамланыуын, “таҫма артында” йөрөгән ир-егеттәрҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын, Илнур Риф улының туғандарына сабырлыҡ теләне.
- Беҙ Илнур менән Өфөнән үк бергә булдыҡ, бергә хәрби әҙерлек үттек. Мин Ғафури тарафтарына һунарға йөрөйөм. Үзбәк ауылынан тигәс, Илнур минең өсөн бик яҡын кешегә әйләнде. Бер ҡалаҡтан, бер һауыттан ашап йөрөнөк, тиһәң дә була. Бик тыныс, шул уҡ ваҡытта отҡор кеше һәм ышаныслы дуҫ булды. Хәрби әҙерлек ваҡытында бөтә нормативтарҙы еңел тапшырҙы. МХО биләмәһендә лә бергә, бер полкта булдыҡ. Илнур башта “Тракторист” тигән позывной алғайны ла, полкта бындай позывнойлы яугир булғанлыҡтан, “Колхозник” тигәнгә туҡталды. Бөгөнгө осрашыуға хәрби күнекмә ваҡытынан алып беҙҙең менән бергә булған тағы ла бер яуҙашыбыҙ, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Крик” позывнойлы кесе сержант килергә тейеш ине. Етди сәбәптәр арҡаһында килеп өлгөрмәне, - тип һүҙ башланы МХО ветераны Тимербулат Хоҙайғолов. – Бер хәрби задание ваҡытында Илнур абайламайынса дошмандар киң ҡулланған мина – “Лепесток”ка баҫып, аяғы ныҡ ҡына яраланды һәм госпиталгә эләкте.Тәүге яраланыуы шунда булды. Ябай ауыл егете булған Илнур ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу, антына тоғро яугир булды һәм беҙ уны сикһеҙ ихтирам иттек. Яуаплы, ҡатмарлы ваҡытта тап Илнур кеүек ябай, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу белмәҫ егеттәр-яугирҙарҙың ҡаһарманлығы менән Еңеү яулана. Уларҙың даны, исеме онотолорға тейеш түгел. Һеҙ, уның ауылдаштары, уҡытыусылары, үҫеп килеүсе йәш быуын уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, - тине Тимербулат Солтан улы. Ул шулай уҡ уҡыусыларға тырышып уҡып, үҙ иленең, халҡының, милләтенең лайыҡлы дауамы булыуҙарын теләне.
- Мин Илнур менән шәхсән танышып өлгөрмәнем, һуңыраҡ килеп шул уҡ полкта, уның яуҙаштары менән бергә булдым. Улар Илнурҙы ыңғай яҡтан ғына иҫкә алалар ине. Бөгөн был осрашыуҙа ҡатнашып, уның ҡәберендә булыуыма, туғандары, яҡындары менән аралашыуыма бик шатмын, - тине сығышында Дамир Ирек улы.
Сара барышында шулай уҡ Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Миңнира Шәйәхмәтова, Илнурҙың апаһы Гөлсәсәк Риф ҡыҙы, яҡын туғаны Тәғзимә Мәхийәнова, уҡытыусылар Зыя Халиҡов, класс етәксеһе Фәрзәнә Ҡормашева, класташтары сығыш сығыш яһаны.
- 5-се кластан 11-сегә тиклем мин Илнурҙың класс етәксеһе булдым. Ысынлап та шаян, шуҡ, тиктормаҫ, эскерһеҙ малай булды, әммә тәртипһеҙ түгел. Ярҙамсыл, тәүәккәл. Мин уларҙы математиканан уҡыттым. Иҫкәрмә яһаһаң, “Апа, мин математик, профессор булмайым бит, барыбер колхозник булып ҡалам”, - ти торғайны. Элгәре уҡыусылар менән колхозға һәр эштә ярҙам итә инек. Илнур эшкә тырыш, ярҙамсыл булды. Мәктәптән һуң да матур итеп эшләп йөрөнө, - тип элекке уҡыусыһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Фәрзәнә Сафуан ҡыҙы. - Бына бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар араһында төрлө хәрби бәрелештәрҙә, МХО-ла улдарын, яҡындарын юғалтҡан әсәләр ҙә бар. Уларҙың барыһына ла сабырлыҡ теләргә генә ҡала. Ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ, именлек урынлашһын, башҡаларға ауыр юғалтыу ҡайғыһын кисерергә булмаһын ине.
Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған барса яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Уларҙың һәр береһе йәш быуын өсөн лайыҡлы өлгө булып тора, тигән фекер һәр сығышта ҡыҙыл еп булып үтте. Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто һәм Үзбәк ауылы һәүәҫкәрҙәренең илһөйәрлек, батырлыҡ, тыуған илгә тоғролоҡ тураһындағы рухлы йырҙары был фекергә ауаздаш булып яңғыраны.
Хәтер кисәһе тамамланғас, сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы, төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.