+2 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Октября , 09:52

Юлдар ремонтлана

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә бөгөнгө көндә Архангел – Красноусол юлы ремонтлана. Яҡтыкүл менән Баҡраҡ ауылдары араһындағы 5,6 саҡрымлыҡ участкала юлсылар асфальт-бетон түшәй, юл ситтәрен нығыта. Артабан юл билдәләрен урынлаштырыу планлаштырыла. Республиканың Транспорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары объектта булып, эштең сифатын тикшергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлдар ремонтланаЮлдар ремонтлана
Юлдар ремонтлана

Йәмәғәтселәр проект һәм норматив документтарҙың үтәлешен, асфальт-бетон түшәү технологияһын тикшереүҙән тыш, юл япмаһында ҙур етешһеҙлектәр бармы-юҡмы икәнен күҙҙән үткәргән. Участкалағы эштәр график буйынса бара. Архангел – Красноусол юлын ремонтлауҙы 2026 йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, юлсылар туристик йүнәлештәрҙе норматив хәлгә килтереүгә ҙур иғтибар бүлә. 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә ошондай 125 саҡрымдан ашыу юлды тейешле кимәлгә еткереү планлаштырыла. Был 2025 йылға ҡарағанда 50 саҡрымға күберәк. Исемлеккә мөһим йүнәлештәр индерелгән: Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Кропочево – Мәсәғүт – Ачит, Магнитогорск – Ира, Ишембай – Воскресенское – Мәләүез, М-5 “Урал” – Шишмә – Аксёнов – Ҡырғыҙ-Миәкә, Толбазы – Красноусол, Архангел – Красноусол һәм башҡалар. Бөтә был эштәрҙе 2026 йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Дөйөм алғанда, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса 2026 йылда 200 саҡрым тирәһе юлды һәм 1800 метрҙан ашыу күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас