Федераль һалым хеҙмәте белдереүҙәрҙе ҡасан һәм нисек ебәрә?
2026 йылда һалым белдереүҙәрен илтеү ысулы үҙгәрҙе. 1 августан башлап белдереүҙәр “Госуслуги” порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы булған һәр кемгә ошо порталдағы шәхси кабинетына килә. Элек электрон хәлдәге документты алыуға айырым ризалыҡ биреү кәрәк ине, хәҙер иһә был ризалыҡ һүҙһеҙ ҙә бирелгән тип иҫәпләнә. Әгәр һеҙҙең ФНС сайтында шәхси кабинетығыҙ ҙа, “Госуслуги”ҙа раҫланған яҙмағыҙ ҙа бар икән, документ ике урынға ла киләсәк.
2025 йыл өсөн һалым белдереүҙәрен таратыу 2026 йылдың 21 сентябренән башланды. Электрон хәбәр шәхси кабинетығыҙға килгән мәлдән алынған тип иҫәпләнә, ә уны һеҙ асып ҡараған мәлдән түгел.
Һалым белдереүле ҡағыҙ хат “Госуслуги”ҙа раҫланған яҙмаһы ла, Һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинеты ла булмаған кешеләргә генә ебәрелә. Заказлы хат, ебәрелгән көндән һуң алты көн үткәс, алынған тип иҫәпләнә – һеҙ уны почта йәшнигенән алыу-алмауығыҙға ҡарамаҫтан. Интернет менән бөтөнләй файҙаланмаған кешеләргә тағы ла бер юл ҡала – паспортын тотоп МФЦ-ға килергә һәм һалым белдереүен сығарып биреүҙе һорарға. Был бушлай эшләнә һәм ҡайҙа теркәлгән булыуығыҙға ҡарамаҫтан, теләгән урында сығартып алырға мөмкин.
2025 йылғы һалымдарҙы түләү ваҡыты – 2026 йылдың 1 декабренән дә һуңлатмай
Белдереүҙә күрһәтелгән барлыҡ түләүҙәрҙе – физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым, ер һәм транспорт һалымы, өҫтәмә НДФЛ-ды – 2026 йылдың 1 декабренәсә ябып бөтөрөргә кәрәк. Быйыл 1 декабрь шишәмбе, эш көнө булып тора, шуға түләү срогы күсерелмәй.
2 декабрҙән пеня хисаплана башлаясаҡ. Уның ҙурлығы – һәр түләмәгән көн өсөн Үҙәк банктың төп ставкаһының 1/300 өлөшө күләмендә. Был ҙур сумма булып күренмәһә лә, бер айҙа ла төп бирәсәктән тыш байтаҡ йыйылып китергә мөмкин.
Һалымдарҙы 2026 йылда бер нисә ысул менән түләргә була. Иң ябайы – ФНС-тағы шәхси кабинетта йәки “Госуслуги”ҙа, банк картаһы менән йәки тиҙ түләү системаһы (СБП) аша. Квитанцияны сығарып алып, уның менән банкта түләргә була. Әгәр һеҙҙең берҙәм һалым иҫәбендә ыңғай ҡалдыҡ бар икән – йәғни элек һеҙ артыҡ түләгәнһегеҙ, йә аҡсаны аванс итеп индергәнһегеҙ икән – һалым органы кәрәкле сумманы үҙе списать итәсәк. Ләкин 2026 йылдан башлап сальдо ҡалыуы – белдереү ебәрмәү өсөн нигеҙ булып тормай, һәр осраҡта ла документ киләсәк, унда тейешле сумма берҙәм иҫәптән алынған икәне күрһәтеләсәк.
Ни өсөн белдереү килмәҫкә мөмкин?
Ҡайһы саҡ һалым белдереүе килмәй. Сәбәбе төрлөсә булыуы мөмкин, ләкин һәр ваҡытта ла был хата түгел. Һеҙгә хисапланған – фатир, ер участкаһы һәм машина өсөн - барлыҡ түләү 300 һумдан кәмерәк булһа, документ ебәрмәйҙәр. Ләкин һалым списать ителмәй – ул бары күсерелә генә. Һалым органы бер нисә йылғы хисаплауҙарҙы йыйып тороп, ул 300 һумдан артҡас, берҙәм белдереү ебәрәсәк. Бында бер иҫкәрмә бар: өсөнсө йыл аҙағына, сумма 300 һумдан кәм булһа ла, документ ебәреләсәк.
Икенсе сәбәп – льготалар арҡаһында һалым тулыһынса нолгә ҡалдырылған. Мәҫәлән, пенсионерҙың бер фатиры һәм алты сутыйға етмәгән ере бар: фатир өсөн һалым түләргә кәрәкмәй, ә ер өсөн һалым ноль тәшкил итә, сөнки тотош майҙандың һалымын ҡайтарма (вычет) ҡаплай.
Өсөнсө сәбәп – берҙәм һалым иҫәбендә артыҡ түләү (переплата) булыуы. Әгәр һеҙ ҡасандыр кәрәгенән артыҡ аҡса индергәнһегеҙ һәм ҡалған аҡса әлеге хисапланғанды ҡаплай икән, яңы белдереү булдырмайҙар. Әгәр 1 ноябргә тиклем белдереүҙәр һаман килмәһә, ә һеҙҙең мөлкәтегеҙ йәки транспортығыҙ бар икән, хисаплауҙы үҙегеҙ тикшерегеҙ.
Һалым белдереүе килмәһә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
ФНС-тағы шәхси кабинетығыҙға йәки “Госуслуги”ға кереп ҡарағыҙ, Федераль һалым хеҙмәте телефонына: 8(800)222-22-22 шылтыратығыҙ, йә булмаһа һалым инспекцияһына йәки МФЦ-ға мөрәжәғәт итегеҙ. 1 декабрҙән һуң бурыс барлыҡҡа килмәһен өсөн быны алданыраҡ эшләп ҡуйығыҙ.
Муниципаль район хакимиәтенең
финанс идаралығы.