

Районда 2019 йылдан алып кварталға бер тапҡыр уҙғарыла килгән семинар-кәңәшмәнең сираттағыһында күп фатирлы йорттар буйынса идарасы һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың эше, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләү һәм башҡа мәсьәләләр төп тема булып торҙо.
Форумды алып барыусы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.
- Район биләмәһендә торлаҡ-коммуналь комплекстың тотороҡло эше “Тепловодоснабжение” МУП-ы, “Красноусол шифаханаһы” ЯСЙ-е, “Здоровье” һәм “Шифахананың торлаҡ секторы” ТСЖ-лары тарафынан тәьмин ителә. Йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм стоктарҙы ҡабул итеү эшмәкәрлеге менән күп профилле “Тепловодоснабжение” МУП-ы шөғөлләнә. Уның ҡарамағында 12 газ ҡаҙанлығы, 9,3 км йылылыҡ селтәрҙәре, 48 км һыу үткәргес селтәрҙәр, биологик таҙартыу ҡоролмалары, 8,9 км канализация селтәрҙәре иҫәпләнә. МУП йылытыу осоронда мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге ҡаҙанлыҡтарын техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр алып бара. Муниципаль район биләмәһендә торлаҡ фонды 14 мең торлаҡ йортто, шул иҫәптән 86 күп фатирлы йорттарҙы үҙ эсенә алып, дөйөм майҙаны 900 меңдән ашыу кв. метр тәшкил итә, - тине Фуат Зәки улы. – Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса республика программаһы сиктәрендә, “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фонды тарафынан башҡарыла. 2014-2025 йылдарҙа 38 күп фатирлы йорт ремонтланды, был бөтөн торлаҡ фондының 46 процентын тәшкил итә. Барлығы 85 миллион һумдан ашыу суммаға 54 төрлө эштәр башҡарылған. Был аҡсаға 21 күп фатирлы йорттоң ҡыйығы ремонтланды, 2 күп фатирлы йорттоң сарҙағы йылытылды, 29 күп фатирлы йорттоң 69 подъезында ремонт, йылылыҡ һәм электр үткәргестәргә ремонт эштәре башҡарылды.
Быйыл Красноусолдағы Фрунзе урамы 45/1, 35/3, Ленин урамы, 31-се йорттарҙың ҡыйыҡтары ремонтланды, Курорт ауылындағы Юбилей урамы, 13-сө йорттоң ҡыйығын ремонтлау эштәре теүәлләнде. Был эштәргә 26 миллион һум аҡса бүленде, - тине Ф.Кейекбаев.
Сығыш яһаусы шулай уҡ капиталь ремонт буйынса күп фатирлы йорттарҙан йыйылған иғәнәләр һәм улар буйынса бурыстар һәм уларҙы түләттереү тураһында ла әйтеп үтте.
- 2026-2027 йылғы көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса беҙҙең тарафтан ҙур эштәр башҡарылды, - тине Фуат Зәки улы сығышын дауам итеп. - “Коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыу” федераль проектының “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә “Үҙәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (подрядсы ойошма, Өфө) тарафынан беҙҙең район биләмәһендә биологик таҙартыу ҡоролмаларына тиклемге канализация баҫымлы коллекторын капиталь ремонтлау эштәре башҡарылды. Сығымдар 31 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Хөкүмәттең ярҙамы менән ошо уҡ программа буйынса күптән көтөлгән Көньяҡ-Көнбайыш микрорайонын һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу үткәргес селтәрҙәре төҙөү объекты буйынса ла эштәр башланыр тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ был хаҡта күптән һөйләштек, проект, экспертиза әҙер. Ниһайәт, беҙ конкурс процедураларына сығырға тейешбеҙ. Беренсе этапты тормошҡа ашырыу быйылға планлаштырылған. Икенсе этап - 2027 йылда.
Муниципаль район федераль һәм төбәк проекттарын, шул иҫәптән “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ағымдағы йылда ике объект төҙөкләндерелде; район үҙәгендәге Мәжит Ғафури исемендәге майҙанды төҙөкләндереү (сәхнә, асфальт япма, эскәмйәләр, яҡтыртыу), шулай уҡ икенсе объект - Табын ауылындағы майҙан (бәләкәй сәхнә, эскәмйәләр һ.б.). Киләһе йылға объекттар буйынса, үҙегеҙ белгәнсә, барығыҙ ҙа берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә: Ҡыҙыл партизан һәм Карл Маркс урамдарындағы тротуарҙар төҙөкләндереләсәк, - тине Фуат Кейекбаев.
Артабан һүҙ “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Наталья Соколоваға бирелде. Наталья Вениаминовна өсөнсө кварталда Красноусолдағы күп фатирлы йорттарҙы тотоу, техник хеҙмәтләндереү һәм дөйөм мөлкәтте ремонтлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында бәйән итте.
- Бөгөнгө көндә беҙҙең предприятие Красноусолдағы 69 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә: 33 күп фатирлы йортто беҙ 2015 йылдан алып хеҙмәтләндерһәк, бер күп фатирлы йорт 2024 йылда өҫтәлде, 36 күп фатирлы йорт беҙгә 2023 йылдың декабрендә ваҡытлыса идаралыҡ итеүгә тапшырылды.
9 күп фатирлы йорттарҙа (Коммунистик урамы, 21, Ленин, 24, Урман, 21, Калмыков, 12, Баҡса, 17/1, К.Маркс, 20, Кейекбаев, 50А, М.Кәрим, 37, Фрунзе, 45/1) һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү системаларында (крандарҙы, торбаларҙы, муфталарҙы өлөшләтә алыштырып һәм иретеп йәбештереү эштәрен башҡарып) ремонт уҙғарылды. Курорт ауылының Урман урамындағы 25-се йортта эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһы ремонтланды. 9 күп фатирлы йорттоң (Калмыков урамы, 11, 16/2, К.Маркс, 20, 22, Блюхер, 5/1, Баҡса, 17/1, Урман, 25, Кейекбаев, 1/5, Ленин, 10), 4-әүһендә бер нисә тапҡыр, йылытыу системаһында ремонт уҙғарылды. 8 күп фатирлы йорттарҙың (Гагарин урамы, 1, 3, Фрунзе, 35/2, Коммунистик, 21, Урман, 21, Ленин, 24, Калмыков, 8, Кейекбаев, 50А) канализация торбалары өлөшләтә алыштырылып ремонтланды.
Кейекбаев урамындағы 1/5 һәм 1/6-сы йорттарҙың ике подъезының да, Коммунистик урамы, 21-се йорттоң инеү төркөмдәре (козырёктары) ремонтланды. Йәнә 5 күп фатирлы йортта (Фрунзе урамы, 46, 35/1, Коммунистик, 21, Урман, 21, 25) инеү төркөмдәре (баҫҡыстары бетонланды) ремонтланды. Фрунзе урамы, 46-сы йортта (плиталар һалына) бетонлау эштәре тамамланмаған. Калмыков урамы, 12, Гагарин, 54/1, Пугачёв, 45, Фрунзе, 35/2-се йорттарының ҡыйыҡтары өлөшләтә алыштырылып ремонтланды.
Наталья Вениаминовна шулай уҡ адрестар буйынса йорттарҙа йәшәүселәр тарафынан канализация системаһын көнкүреш ҡалдыҡтары менән даими тултырыу сәбәпле, аҙна һайын таҙартыу башҡарылған 28 күп фатирлы йорттарҙың барыһын да атап үтте, шуларҙың 17-еһендә бер тапҡыр ғына булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сығыш яһаусы йылытыу осоронда йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙе иҫәпләү тәртибе, күп фатирлы йорттарҙы тотоуға, техник хеҙмәтләндереүгә һәм күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен ремонтлауға тарифтар тураһында ла аңлатма бирҙе.
- Дебиторлыҡ бурыстарға килгәндә, 2026 йылдың 1 сентябренә ул 13 652 249,85 һум тәшкил итте (был тик күп фатирлы йорттар өсөн генә). Беҙ күрһәткән коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыслылар ваҡытында һәм тулы күләмдә түләмәү сәбәпле, предприятие финанс проблемаларына осраны, был яғыулыҡ-энергетика ресурстарына (газ һәм электр энергияһы) ваҡытында түләмәүгә килтерә. Беҙ предприятиеның һалымдар һәм эш хаҡы түләүгә тәғәйенләнгән аҡсаларын, шулай уҡ предприятиены үҫтереүгә йүнәлтелергә мөмкин булған аҡсаларҙы бүлергә мәжбүрбеҙ. Финанс йәһәтенән ауыр хәленә ҡарамаҫтан, предприятие үҙенә йөкмәтелгән объекттарҙа коммуналь хеҙмәттәрҙе сифатлы һәм өҙлөкһөҙ күрһәтеүҙе, техник хеҙмәтләндереүҙе һәм техник ремонтты дауам итә, - тип тамамланы үҙ сығышын Наталья Соколова.
Форумда халыҡ исеменән ҡатнашҡан вәкилдәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Мөрәжәғәттәрҙең ҡайһыларына шундуҡ яуап бирелде, хәл итерҙәйҙәре яҙып алынды. Форум ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.