+4 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Октября , 05:00

Намыҫым ҡушҡанса эшләнем

Баҡраҡ ауылынан ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән хөрмәтле хеҙмәт ветераны Рафиҡ Әһел улы Мөхәмәтйәнов - атайҙарын һәм ғәмһеҙ бала саҡтарын һуғыш урлаған быуын вәкилдәренең береһе. Эйе, ваҡытынан алда олоғайған был осор балалары ауыр яу йылдарының бөтә михнәттәрен үҙҙәренең кескәй генә иңдәрендә күтәрә. Бала саҡтағы ауыр һынауҙар беҙҙе һындырманы, киреһенсә, сыныҡтырҙы ғына, ти бөгөн Рафиҡ ағай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Намыҫым ҡушҡанса эшләнемНамыҫым ҡушҡанса эшләнем
Намыҫым ҡушҡанса эшләнем

Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атаһы Әһел Ғәйзулла улы фронтҡа киткәндә Рафиҡ 5 йәшлек кенә сабый булып ҡала. Атайға арҡаланып үҫеү бәхете эләкмәй уға, Әһел Ғәйзулла улына үҙен тилмереп көткән ғаиләһе, улдары янына әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Мәрйәм Мөхтәр ҡыҙы дүрт улын яңғыҙ үҫтерә.
- Бала саҡтағы ауырлыҡтарҙы һис оноторлоҡ түгел. Төрлөһөн күрҙек, ниндәй генә үлән ашаманыҡ, яландан ҡосаҡ-ҡосаҡ үлән йыйып алып ҡайта торғайныҡ, - ти Рафиҡ ағай шул йылдарҙы иҫкә алып.
Башланғыс белемде ауылында алып, артабан уҡыуын Еҙем-Ҡаран мәктәбендә дауам итә. Тырыш, отҡор үҫмергә уҡыу еңел бирелә, алдынғы уҡыусыларҙың береһе була ул.
- 9-сыны бөткәс тә ул саҡтағы “Берлек” колхозында эшләй башланым. Көҙ етеп, уҡыуҙар башланғас, уҡытыусыбыҙ Ғәзиз ағай Сафин “уҡыуыңды дауам ит, артабан юғары уҡыу йортона инерһең, отметкаларың да яҡшы бит һинең”, тип өгөтләп өйгә килде. Әсәйем дә әйтеп ҡараны. Барманым, эшләүемде дауам иттем, - ти Рафиҡ Әһел улы.
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, һәр нәмәгә, бигерәк тә техникаға тартылған тырыш егеттең теләген ул саҡтағы колхоз рәйесе лә хуплап, эш артынан эшен табып ҡына тора. Күп тә үтмәй, үҙ аллы тракторсы һөнәрен үҙләштерергә өлгөргән Рафиҡҡа оло ышаныс күрһәтеп, техника биреп ҡуялар. Балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән килеш үҙен “ҡорос ат”ҡа ултыртыуҙарына сикһеҙ шатланған егет дәртләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем алһыҙ-ялһыҙ баҫыу иңләй: ер һөрөп ашлыҡ сәсә, уңыш йыя. Нимәгә генә тотонһа ла, еренә еткереп, күңелен биреп башҡара, техникаһы һәр саҡ ҡараулы, төҙөк була.
- Эшләмәгән эш ҡалманы инде, трактор бригадаһы бригадиры ла булдым, комбайнға ултырып уңыш та йыйҙым, ҡышын фермала эшләнем, - тип хәтер йомғағын һүтә ветеран.
- Колхоздың исеме әленән-әле үҙгәреп торһа ла, эш урыныбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡалды. “Маленков, “Крупская”, “Жданов”, бер осор хатта “Мағаш”ҡа ҡушылып “Еҙем” колхозы ла булып алдыҡ. 50-се йылдарҙың уртаһында ғына М.Ғафури исемендәге колхозға әйләндек. Ниндәй генә исемдә булып, кемдең генә “ҡулы аҫтында булһаҡ та”, тырышып, намыҫ менән эшләне беҙҙең быуын, - тип төрлө осорҙа эшләгән хужалыҡ етәкселәрен дә һанап сыҡты Рафиҡ ағай.
Ғаилә ҡороу кеше тормошонда иң яуаплы аҙым булыуын төплө аңлаған Рафиҡ Әһел улы 1959 йылда күрше Яҡтыкүл ауылынан күптән йөрәген яулаған Сания Юлмөхәмәт ҡыҙы менән яҙмыштарын бергә бәйләй. Ике уңған бергә тура килһә эштәре лә, тормоштары ла алға бара, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр, Сания ла бар тырышлығын һалып иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтерһә, ҡышын фермала һыйыр һауа. Оҙаҡламай һауынсы Сания Юлмөхәмәт ҡыҙы алдынғылар сафында булып, фотоһүрәте М.Ғафури исемендәге колхоздың Почёт таҡтаһында урын ала. Әйткәндәй, ул йылдарҙа тап Рафиҡ Әһел улы етәкселегендәге Баҡраҡ комсомол-йәштәр фермаһы колхоз буйынса ғына түгел, район фермалары араһында еңеүселәр рәтендә килә. Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт йылдарының иҫтәлеге, хәтирәләре булған төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары әле лә ҡәҙерле аманат булып һаҡлана.
Тура һүҙле, ғәҙел һәм уңған, тәрбиәле, тәртипле булыуы менән ауылдаштары араһында ихтирамлы һәм абруйлы уҙамандарҙың береһе була ул. Йәштәр генә түгел, хатта үҙенән өлкәндәр ҙә теге йәки был донъяуи мәсьәләләрҙә кәңәш һорап уға килер булған. Тап шуға ла ауылдаштары оло ышаныс күрһәтеп уны даими рәүештә Еҙем-Ҡаран ауыл Советы депутаты итеп һайлай. Рафиҡ Әһел улы ике саҡырылыш рәттән район Советы депутаты итеп, ә Сания Юлмөхәмәт ҡыҙы ауыл Советына һайлана. Сания апай бер саҡырылышта район Советы депутаты ла була.
Икеһе лә уңған, тырыш булыу өҫтөнә, бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап торған татыу, берҙәм ғаилә һәр ваҡыт ауылдаштарына өлгө булып тора. Сания Юлмөхәмәт ҡыҙы менән Рафиҡ Әһел улы дүрт бала - өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтыра. Оло ҡыҙҙары – уҡытыусы һөнәрен һайлаған Гүзәл ғаиләһе менән Стәрлебашта йәшәй һәм эшләй. Ул - 3 ҡыҙ әсәһе. Фёдоровка районының Ҡораласыҡ ауылында йәшәгән Рита - мәҙәниәт йорто етәксеһе, ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Ике ҡыҙ әсәһе булған Роза Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы гимназияла тәрбиәсе. Берҙән-бер улдары Рафил ғаиләһе менән тыуған ауылы Баҡраҡта төпләнгән. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе килендәре Нәзирә Рәйес ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына оҙатҡандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош шатлыҡтарҙан ғына тормай, һөйөнөстәр менән үкенестәр, юғалтыуҙар йәнәш кенә йөрөй. Мөхәмәтйәновтарҙың татыу ғаиләһен дә урап үтмәй аяныслы юғалтыу. Бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын - гәүһәр туйҙарын билдәләп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығы һәм игелегендә гөрләшеп кенә йәшәп ятҡанда йортҡа ауыр ҡайғы килә. Бынан дүрт йыл элек барса яҡындарын оло хәсрәткә күмеп Сания Әһел ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсә...
Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә. Бөгөнгө көндә Рафиҡ ағай төп йорттоң ҡаршыһында нигеҙ ҡорған улы Рафил ғаиләһендә йәшәй. Ихтирам һәм иғтибар менән солғап алып, “әтекәйем” тип өҙөлөп торған улы менән килене Нәзирәгә бик рәхмәтле ул. Ситтә йәшәгән ҡыҙҙары ла әленән-әле ҡайтып, атаһының хәлен белешеп, шатлыҡ-һөйөнөстәре менән уртаҡлашып торалар.
Рафиҡ ағай менән аралашып, мәктәп, йәшлек йылдарын иҫкә алғанда уның барыһын да иҫтә тотоуына, хәтерләүенә иғтибар иттем. Уҡыу йылдарындағы шиғырҙарын да онотмаған. 8-се класта ятлаған “Призыв” тигән шиғырҙы һис тотлоҡмай, яңылышмай ғына һөйләп бирҙе.
- Уҡыуыңды ташлағанға үкенгәнең булманымы? Тормошоңдан ҡәнәғәтһеңме? - тип һүҙ аралаш һорап ҡуйҙым Рафиҡ ағайҙан.
- Үткән йылдарымдан ризамын. Төптән егелеп, намыҫым ҡушҡанса эшләнем. Берәүгә-бер зыян итмәнем, ярҙам итергә тырыштым. Уҡыуға килгәндә инде, бер аҙ үкенәм. Мөмкинлек булып артабан уҡыған булһам, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлар инем, - тип яуаплай ул бер аҙ уйланып ултырғандан һуң.
- Мин хәҙер үҙем өләсәймен. Күп ваҡыт бала сағымды иҫкә алам да, атайһыҙ үҫкән атайымдың беҙгә өлгөлө, хәстәрлекле атай була белеүенә хайран ҡалам һәм уның менән сикһеҙ ғорурланам, - ти бөгөн 4 тиҫтә йыллыҡ педагогик стажлы Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы. – Әгәр мөмкинлек булып, уҡыуын дауам иткән булһа, атайым ысын педагог, һәйбәт остаз булыр ине, тип уйлайым.
Хеҙмәт юлы, йәшәү рәүеше менән күптәргә өлгө булған Рафиҡ Әһел улы Мөхәмәтйәнов ошо көндәрҙә барса балаларын, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәрен бергә йыйып, үҙенең олпат юбилейы – 90 йәшен билдәләйәсәк. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Рафиҡ ағай.Иҫәнлек-һаулыҡта, балалар шатлығы һәм игелегендә, уларға аҡыллы кәңәшсе булып ғүмер кисерегеҙ әле.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас