

Ринат Ғиниәт улы районыбыҙҙың Мәндем ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы Ғиниәт Зиннәтулла улы ауыл мәктәбе директоры, әсәһе Зәйнәп Зариф ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыһы була. Табулдиндар ғаиләһендә дүрт ҡыҙ араһында иң кесеһе - берҙән-бер малай булып, апайҙарына иркәләнеп кенә буй еткерә ул. Тыуған ауылы мәктәбенә уҡырға төшөп, уны тамамлағас, Ринат хәрби комиссариат янында йөк автомашиналары водителе курстарын үтә һәм әрме хеҙмәтенә алына. Ҡораллы Көстәр сафында ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, Күмертау физкультура техникумына уҡырға инә. Был уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес педагогтар династияһын дауам итеү уйы менән Красноусолдағы 2-се мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә оҙаҡ эшләргә тура килмәй, быяла заводына быяла ҡырҡыусы булып эшкә урынлаша. Ринат Ғиниәт улы артабанғы хеҙмәт юлын автопредприятиела дауам итә, 1994 йылдан алып бөгөнгәсә автобус водителе булып халыҡты хеҙмәтләндерә. "Башавтотранс"та водителдең яҡшы эше лайыҡлы баһалана: Стәрлетамаҡ ҡалаһының автобус-троллейбус идаралығында алдынғы водителдәрҙең береһе, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған ул. Фотоһүрәте бер нисә тапҡыр идаралыҡтың “Почёт таҡтаһы”нда торған. Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһының 260 йыллығы уңайынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы СТУ-һы өр-яңы автобустар менән тулыланды. 143-сө ҡала автобус маршруты водителе Ринат Табулдин да өр-яңы автобус асҡысы алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Ринат Ғиниәт улы эшен дә юғары кимәлдә башҡара, гөрләтеп донъя көтөргә лә, балалар үҫтерергә лә өлгөрә. Ҙур ғаилә башлығы, 9 бала атаһы ла ул. Тормош иптәше Ләйсән Ислам ҡыҙы менән йорт һалып ингәндәр, туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр, һигеҙ ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә хәҙер үҙҙәре. Табулдиндар ғаиләһе район-республика конкурстарында ҡатнашып тора. Оҫта гармунсы ла булған Ринат Ғиниәт улы 1999 йылда атайҙар араһында уҙған район конкурсында Гран-при яулай. 2001 йылда “Йәш ғаилә” республика конкурсында еңеүсе булалар. Быйыл Р.Табулдин “Атай ҡаһарманлығы” республика конкурсында ҡатнашып, йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнде.
Табулдиндарҙың балаларының өлкәндәре ғаилә ҡорғандар. Иң өлкәне – ҡыҙҙары Әлиә хәҙер үҙе биш улдың әсәһе. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған, “АIНИСА” теген студияһы етәксеһе, “Өмөт нуры” фондында үҙенсәлекле балалар менән педагогик эшмәкәрлек алып бара, теген буйынса мастер-кластар уҙғара һәм мәсеттә ислам нигеҙҙәренән уҡыта. Илшат улдары бер ҡыҙға атай, ул да БДПУ-ны тамамлаған, нефть компанияһында эшләгән, хәҙер махсус хәрби операцияла. Йәмил дә ошо уҡ уҡыу йортон тамамлаған, өйләнгән, ике улдың атаһы, төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнә. Рамазан улдары менән Миләүшә ҡыҙҙары СДПУ-ны тамамлағандар, икеһе лә ғаиләле, тәүгеһе герман-инглиз телдәре буйынса белгес, туристик фирмала эшләй, кесеһе юрист һөнәрле, тормош иптәше менән бергә райондағы турбазаларҙың береһендә администратор булып эшләйҙәр. Айнур менән Арыҫлан Стәрлетамаҡ төҙөлөш колледжын тамамлап, тәүгеһе Төркиәлә һәм Мысырҙа атом электр станциялары төҙөлөшөндә хеҙмәт итһә, кесеһе төҙөлөш менән шөғөлләнә, өйләнгән. Табулдиндарҙың иң кесе улдары Азамат – “ҡояш” балаһы, өйҙә уҡытыла, Мираҫбай 7-се класта “5”-кә генә уҡый, баскетбол менән шөғөлләнә. Табулдиндарҙы күптәр оло йөрәкле мәрхәмәтле ғаилә тип белә, үҙҙәренең балалары ишле булыуға ҡарамаҫтан, етем дүрт баланы (өс малай, бер ҡыҙ) тәрбиәгә алып үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар.
Ошондай ишле ғаилә башлығы Ринат Ғиниәт улы – балалары һәм ейәндәре, ғөмүмән, һәр кем өсөн матур өлгө булып тора: яуаплы, бар яҡтан да уңған, эшсән, хәстәрлекле, иғтибарлы, ыңғай ҡарашлы, ышаныслы терәк. Ирмен тигән ир кеше өсөн һаналған бурыстарҙы артығы менән үтәгән ул: үҙенең оҫта ҡулдары менән йорт та һалған, бер түгел, ете улға атай булған, ултыртҡан ағастарының да иҫәбе-һаны юҡ.
Артабан да шулай матур өлгө булып, балалар, ейәндәр шатлығында йәшәргә яҙһын.