-1 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Октября , 06:22

Тигеҙ юлдар һәйбәт кәйеф тә, хәүефһеҙлек тә

Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә (быйыл ул 18 октябргә тура килә) Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. “Башкиравтодор” ЯСЙ-енең Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Ғафури участкаһы эшселәре лә һөнәри байрамдарын ҡаршылай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тигеҙ юлдар һәйбәт кәйеф тә, хәүефһеҙлек тәТигеҙ юлдар һәйбәт кәйеф тә, хәүефһеҙлек тә
Тигеҙ юлдар һәйбәт кәйеф тә, хәүефһеҙлек тә

Уларға юлдар селтәрен төҙөк һәм тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Һөнәри байрамдары уңайынан участка етәксеһе – “Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе” Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВ үҙе етәкләгән коллективтың эшмәкәрлеге менән таныштыра. Һүҙ – етәксегә:
- Беҙҙең предприятие коллективы иңенә районыбыҙҙағы 545 саҡрым (шуның 178 км – асфальт, ҡалғаны ҡырсын түшәлгән һәм грунт юлдар) оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы һалынған.
Заманында ҙур коллектив (100-ҙән ашыу кешене берләштерҙе) булған идаралыҡта бөгөн 64 кеше эшләй. Шулай уҡ заказдар ҙа кәмей, хәҙер улар конкурс нигеҙендә бүленә. Ағымдағы йылдағы эштәргә килгәндә, Цапаловка–Игенселәр йүнәлешендәге автомобиль юлына һалынған асфальт юлдың ситтәрен тәртипкә килтереп, рәсми тапшырылды. Цапаловка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы күпере янындағы юлдың соҡор-саҡырлы урынын ямау эштәрен башҡарҙыҡ. Еҙем-Ҡаран-Ҡауарҙы йүнәлешендәге автомобиль юлының Юлыҡҡа тиклемге өлөшөнә ҡырсынташ түшәлде. Толпар ауылына илткән автомобиль юлының иң насар участкаларын Мәндем ауылы янындағы карьерҙан алынған ваҡланған таш һалып, ремонтлау эштәрен башҡарҙыҡ. Архангел-Красноусол йүнәлешендәге автомобиль юлының Яҡтыкүл ауылы янындағы 5 км 650 м арауыҡтағы юлда барған капиталь ремонт эштәрен теүәлләү өҫтөндәбеҙ. Әлеге мәлдә был йүнәлештә эштәр бара, ошо айҙа тапшырыу планлаштырыла.
Игенселәр-Яңғыҙҡайын йүнәлешендәге автомобиль юлының Туғай ауылында 550 м арауыҡҡа асфальт һалдылар. Беҙҙең быйылғы пландарға килгәндә, Туғай-Яңғыҙҡайын юлына ваҡланған таш (щебень) һала башлап, киләһе йылда тамамлап ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Шулай уҡ Ҡотлоғужаға тиклем ваҡланған таш менән юл һалынасаҡ.
Красноусолдағы урау автомобиль юлын ремонтлауҙа Өфө ҡалаһының “Дортрансстрой” предприятиеһы тендерҙа еңеп, 7,5 километр арауыҡтағы юлды яңыртып асфальт һалыу эштәрен башҡарҙы.
Стәрлетамаҡ ДРСУ-һы Ырымбурҙағы объектты тендерҙа еңеп, беҙҙең Ғафури участкаһы эшселәре лә улар менән берлектә эшләйәсәк, йәғни Ырымбурға “КамАЗ”-дар асфальт ташыясаҡ.
Автомобиль юлдарын ремонтлау, соҡор-саҡырлы участкаларҙы ямау менән бер рәттән юл эшсәндәре автомобиль юлдарын тигеҙләү, юл билдәләре урынлаштырыу, уларҙы буяу, юлдарҙағы тотҡарлыҡ ҡоролма-кәртәләрен тәртиптә тотоу, юл ситтәрен сабыу, юл һыҙаттарындағы ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу һәм башҡа эштәр менән дә мәшғүл була.
Көндәлек эштәр менән бер рәттән ҡышҡы осорға әҙерлеккә лә ҙур иғтибар бирелә. Эшселәребеҙҙең бер өлөшө ҡышҡы техниканы шул иҫәптән ҡар таҙартыу, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы (ҡатнашма ла әҙерләнә) һибеү өсөн ҡулайлаштырылғандарын ремонтлау менән мәшғүл.
Проблемалар булыуға ҡарамаҫтан (техниканың иҫкелеге, запас частарҙың ҡытлығы), эшселәребеҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәйсә, һөҙөмтәле эшләргә тырыша.
Беҙҙә бар ғүмерҙәрен юл хужалығындағы эшкә бағышлап, ҙур тәжрибәгә эйә булыусылар ҙа, яңы ғына эш башлап, үҙҙәренең тырышлыҡтары, эштәренә яуаплы, етди ҡарауҙары менән яҡшы яҡтан күрһәтеүселәр ҙә бар. Тейәгес техникаһы машинисы Геннадий Афанасьев, “КамАЗ” водителе Олег Зверев, автоэлектрик Хәниф Фәтҡуллин, юл ситтәрен сабыусы “МТЗ” тракторсылары Виктор Ергунов, Илһам Ғәйнуллин, Илмир Рәхмәтуллин (ярты йыл элек эшләй башланы, үҙен һәйбәт яҡтан күрһәтте), грейдерсы Наил Бәхтейәров, юлдарҙы “ямаусы” юл эшселәре Ринат Латипов, Камил Садиҡов, Максим Суздальцев, асфальт һалғыс машинисы Илдар Аллаяров һәм башҡалар. Юл хеҙмәте ветерандары: хаҡлы ялдағы пенсионерҙарыбыҙ 35 кеше булһа, уларҙың 5-һе һаман да эшләп йөрөйҙәр. Сөнки эшсе ҡулдар: тракторсылар, водителдәр, юл эшселәре етешмәй. Юл хеҙмәте ветерандарынан иң өлкәндәре Фәрит Мөхәмәтвәли улы Мөхәмәтҡолов киләһе йыл – 90, Ибраһим Ғөбәйҙулла улы Ғөбәйҙуллин 89 йәшен билдәләйәсәк.
Махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыу эшенән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Былтыр коллектив менән берлектә “УАЗ” автомашинаһы һатып алып, ремонтлап, буяп, МХО биләмәһенә оҙаттыҡ, бензин генераторы алып биреп ебәрҙек.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер, именлек, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, иң мөһиме – ныҡлы, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, илгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйем.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас