

Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Мөхәмәт улы Вәлиев менән район үҙәгенең нисек үҙгәреүе, ниндәй проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы һәм дөйөм тырышлыҡ менән булдырылғандарҙы һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында һөйләштек.
- Ринат Мөхәмәт улы, төҙөкләндереү - иң мөһим көнүҙәк темаларҙың береһе. Ауыл биләмәһендә был тәңгәлдә нимәләр эшләнде?
- Төҙөкләндереү йәһәтенән биләмәлә төрлө эштәр даими алып барыла. Беҙ ял зоналарын, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырабыҙ, биләмәләрҙе йәшелләндерәбеҙ, тротуарҙарҙы һәм яҡтыртыу системаларын ремонтлайбыҙ. Бының өсөн милли проекттар сиктәрендә күләмле генә бюджет аҡсалары бүленә. Төҙөкләндереү буйынса ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырғанда беҙ һәр ваҡыт уларҙың оҙаҡ һаҡланырына өмөт итәбеҙ. Сөнки һәр майҙансыҡ, һәр эскәмйә, һәр сәскә түтәле - ул дөйөм хеҙмәт емеше: проектлаусылар, төҙөүселәр генә түгел, был проекттар өсөн тауыш биргән кешеләрҙең дә.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны барыһы ла аңламай. Йәмәғәт милкен боҙоу факттары менән йыш осрашырға тура киләме?
- Йәмәғәт милкен боҙоу факттары осрап тора: эскәмйәләр һәм сүп һауыттары емерелә, уйын һәм спорт майҙансыҡтарында төрлө яҙыуҙар барлыҡҡа килә, яҡтыртыу саралары ватыла... Был бик борсоулы хәл, әлбиттә. Бындай ҡылыҡтар беҙҙе дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәләренән мәхрүм итеп кенә ҡалмай, ҡылған эш өсөн яуаплылыҡ та тыуҙыра. Йәғни кеше милкен аңлы рәүештә боҙған өсөн административ яуаплылыҡ (РФ КоАП-ының 7.17-се статьяһы), ә зыян ҙур булһа — енәйәт яуаплылығы (РФ Енәйәт кодексының 167-се статьяһы) ҡаралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр, бигерәк тә йәштәр, быны аңлап етмәй шикелле.
- Бигерәк тә аяныслы осраҡтар булдымы?
- Эйе. Мәҫәлән яңыраҡ булған бер миҫалға туҡталайыҡ. “ Йәшлек” паркында билдәһеҙ кемдәрҙер йәйәүлеләр юлындағы эскәмйәләрҙе йылғаға ырғытҡан. Был инде ябай хулиганлыҡ ҡына түгел, ә вәхшилек, үҙ төбәгебеҙгә асыҡтан-асыҡ зыян итеү. Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре эскәмйәләрҙе һыуҙан сығарып, тәртипкә килтереп, үҙ урындарына ҡуйҙы, әлбиттә. Әммә был бик күңелһеҙ, аҡылға һыймаған хәл. Быны эшләгәндәргә ҡарата шуны әйтер инем - район милкен боҙоу - шаярыу ҙа, үҙ-үҙеңде күрһәтеү ысулы ла түгел. Был - вандализм, йәғни административ, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа енәйәт яуаплылығына тарттырыусы хоҡуҡ боҙоу.
Красноусолда, Һабантуй биҫтәһендәге Пушкин урамында ҙур тырышлыҡ һәм Спорт министрлығы ярҙамы менән яңы спорт майҙансығы ҡоролғанына күп ваҡыт үтмәне. Турниктар, брустар, көс күнегеүҙәре өсөн тренажёрҙар - һаулығын ҡайғыртҡан һәм ГТО тапшырырға әҙерләнгән һәр кем өсөн ысын бүләк. Бында ла кемгәлер нимәлер оҡшамаған: спорт ҡорамалдарына зыян килтерелгән һәм өлөшләтә сафтан сығарылған. Минеңсә, бындай "шаярыуҙарҙы" язаһыҙ ҡалдырырға ярамай һәм был башҡалар өсөн етди иҫкәртеү булыр ине.
Кемдәрҙер үҙ районын, үҙ ауылын бына шулай "ярата" икән. Тыуған ереңә, ауылыңа һөйөү емереүҙә түгел, ә төҙөүҙә сағылырға тейеш. Ауылыбыҙҙы матурыраҡ, уңайлыраҡ һәм йәшәү өсөн ҡулайлыраҡ итеүгә тик бергәләп кенә өлгәшергә мөмкин. Төҙөкләндереү объекттарын ҡарап-тотоуға һәм ремонтлауға күп көс һәм аҡса китә. Башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итергә кәрәк.
- Һөйләшеүҙе йомғаҡлап гәзит уҡыусыларға нимә әйтер инегеҙ?
- Барыбыҙ өсөн дә эшләнгән нәмәләргә һаҡсыл ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ: һындырмағыҙ, боҙмағыҙ, теләһә ниндәй яҙыуҙар ҡалдырмағыҙ. Әгәр бындай ҡылыҡтың шаһиты булһағыҙ, зинһар, урындағы хакимиәткә йәки полицияға хәбәр итегеҙ. Тик бергәләп кенә беҙ биләмәбеҙҙә уңайлылыҡты һәм тәртипте һаҡлап ҡала алабыҙ. Барығыҙҙы ла ял итеү урындарына, арт-объекттарға, һәйкәлдәргә һәм төҙөкләндереү объекттарына һаҡсыл ҡарарға саҡырам.
Төҙөкләндереү - ул тик урындағы хакимиәттең эше түгел, ә һәр беребеҙҙең көндәлек бурысы. Дөйөм хеҙмәтте хөрмәт итеү, йәмәғәт урындарын һаҡлау - төйәгебеҙҙе йәмле һәм уңайлы итеүҙең нигеҙе. Әйҙәгеҙ, булғанды ҡәҙерләйек, киләсәгебеҙҙе бергәләп төҙөйөк һәм йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырайыҡ.
Рөстәм Хәлимов.