-1 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Октября , 06:20

Урмансы эше – күңел талабы

Күптән түгел “Красноусол” шифаханаһында Башҡортостанда Урман хужалығы министрлығы ойошторолоуға 60 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урмансы эше – күңел талабыУрмансы эше – күңел талабы
Урмансы эше – күңел талабы

Унда район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Урман хужалығының федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Спиренков, Дәүләт Йыйылышы депутаты Зариф Байғусҡаров, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Илшат Вәзиғатов, республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, шулай уҡ тармаҡ белгестәре һәм башҡалар ҡатнашты.
60 йыл - ябай һан ғына түгел, меңәрләгән гектар һаҡланған урман һәм тотош быуындар тарихы, тип билдәләне төбәктең төрлө райондарының тармаҡ вәкилдәрен берләштергән сарала ҡатнашыусылар.
Сараның программаһы бай булды: пленар ултырыш, иҫтәлеккә ағастар ултыртыу һәм наградалар тапшырыу тантанаһы. Хатта һауа торошоноң көйһөҙләнеп тороуы ла планлаштырылған эштәрҙе тотҡарлай алманы. Республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә уҙғарылған “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына сыҡты. “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә урмансыларға арналған яңы аллеяға нигеҙ һалынды.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, был майҙансыҡ осраҡлы һайланмаған: бында төрлө йылдарҙа ултыртылған ике мең төп ағас биләмәнең “йәшел ҡалҡаны” булып шаулап үҫеп ултыра. Хәҙер уларға 85 төп самаһы шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы (пихта) үҫентеләре өҫтәлде, тимәк, республиканың йәшел йылъяҙмаһына тағы бер бит яҙылды.
Юбилей саралары сиктәрендә эшлекле кәңәшмә лә үтте. Унда урман комплексының артабанғы үҫеше: ресурстарҙы һаҡлау, тармаҡты һанлаштырыу һәм көн һайын республиканың “йәшел ҡалҡаны” һағында тороусыларға ярҙам хаҡында һүҙ алып барылды.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә урмансылыҡ эшенә тиҫтәләгән йылдарын бағышлаған хеҙмәт алдынғыларына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.
- Урмансыларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайым. Үҙ эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ һәм районыбыҙҙың йәшел байлығын һаҡлауға индергән көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм артабан да эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - тип был шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашты район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.
Сарала ҡатнашыусылар шифахананың мәҙәниәт үҙәге фойеһында районыбыҙ оҫталарының ҡул эштәре һәм М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары МХО биләмәһендәге яугирҙарға оҙатырға әҙерләгән кәрәк-яраҡтар күргәҙмәһе менән танышты.
60 йыл һуҙымында республиканың урман хужалығы ағас ултыртыуҙан башлап, урманды һаҡлауҙың һәм тергеҙеүҙең ҡатмарлы системаларына тиклем оло юл үтте. Һәм бөгөн был тармаҡта эшләүселәр урмандың ябай эш урыны ғына түгел, ә күңел талабы икәнен иҫбатлайҙар.

Ҡотлайбыҙ!
Ғафури урман хужалығының участка мастеры Йәмил Саҙретдин улы Ҡадировҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы” исеме бирелде.
Урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Рауил Фәрит улы Әбдрәшитов ведомство конкурсы һөҙөмтәләре буйынса “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы урман инспекторы” тип танылды.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:
Ниязи Рәсүл улы Зәйнетдинов – Ғафури урман хужалығының участка мастеры;
Дамир Хәйрислам улы Балтачев – ағас йығыусы;
Әмир Ғәли улы Сәйғафаров – Ғафури урман питомнигы инженеры;
Галина Алексеевна Малых – баш бухгалтер;
Әлиә Тимерғәле ҡыҙы Рәхимова – Ғафури лесничествоһы инженеры;
Ғүмәр Гәрәй улы Юлмөхәмәтов – водитель;
Лилиә Наил ҡыҙы Свечникова – Ғафури лесничествоһы инженеры;
Николай Михайлович Алексеев - участка лесничийы;
Рәүеф Лотфрахман улы Йәнмырҙин – Ғафури лесхозы директоры.


Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас