-1 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Октября , 06:23

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн

Күп ҡорбандар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ташбүкән ауыл биләмәһе халҡы ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерә. Илен һаҡлап 276 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 196-һы яу яландарынан әйләнеп ҡайта алмай, батырҙарса һәләк булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәйкәлдәр – тереләр өсөнҺәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн

Яуҙа һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Түбәнге Ташбүкән ауылында обелискыны яңыртыу бурысы ҡуйыла һәм, ниһайәт, 7 октябрҙә ауыл уртаһында урынлашҡан яңыртылған һәйкәл тантаналы шарттарҙа асылды.
Сарала район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов, ауыл кешеләре ҡатнашты.
Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллинаға бирелде. Гөлнара Ринат ҡыҙы район хакимиәте башлығы исеменән барыһын да тәбрикләне.
- Бөгөн Ташбүкән ауылында тантаналы шарттарҙа яңыртылған обелиск асыла. Президент гранттары Фондының “Һәр кемдең йөрәгендә Хәтер. Һәйкәлде Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына хөрмәт йөҙөнән реконструкциялау” проекты ярҙамында яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә яңыртып ҡуйылған был һәйкәл уларҙың ҡаһарманлығы алдында хөрмәт менән баш эйеү булып тора. Ғафури ере үҙенең геройҙары менән дан тота. Меңәрләгән атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ фронтҡа китте һәм был обелиск уларҙың батырлығына һәйкәл. Әммә был обелиск хәтер өсөн генә мөһим түгел. Бөгөн ул патриотик тәрбиә үҙәгенә әүерелә. Был обелиск янында йыйылғанда беҙ балаларыбыҙға уларҙың иҫтәлеге мәңге буласағын һөйләйбеҙ. Һәләк булған геройҙарға мәңгелек хәтер, Ватанды һаҡлаусыларға дан! - тине Г.Ғөбәйҙуллина.
Гөлнара Ринат ҡыҙы социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индереүҙә әүҙемлеге өсөн “Роза и КО” Ташбүкән ауыл биләмәһенең үҫеш фонды директоры Роза Кәримованы район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Проекттың партнёры шәхси эшҡыуар Оксана Смирнова ла шундай уҡ Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Артабан Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотовҡа һүҙ бирелеп, ул өс мәртәбә Президент Гранттары конкурсында ҡатнашып, дүртенсеһендә еңеүгә өлгәшеүҙәрен һәм Президент фондының 713 мең һумлыҡ грант аҡсаһына обелискыны яңыртыуҙарын билдәләп үтте. Илдар Мөғәттәр улы проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлектәре һәм ярҙамдары өсөн Рәмилә Зәйниеваға, район хакимиәтенән Альбина Мөхәмәтйәноваға Ташбүкән ауыл биләмәһенең Рәхмәт хатын һәм 2 мең һумлыҡ бүләк-сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ Ғәли Ҡотов, Эльвира Абдрахманова, Алия Зөбәйҙуллина, Ғайса Мөхәмәтйәнов Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Фонд директоры, проект авторы Роза Кәримова һүҙ алып, обелиск янында осрашыуға бик шат булыуын, ысынлап та, ауыл уртаһында обелискының матур булып төҙөлөп бөтөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Роза Шәһиҙулла ҡыҙы: “Уның өсөн иң тәүҙә үҙебеҙҙең мәктәптең элекке тарих уҡытыусыһы Ғәйсәр Вафир ул Әбелғатинға, ауылдашыбыҙ Фуат Зәки улы Кейекбаевҡа, ул ваҡытта ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Гөлназ Хәким ҡыҙы Азимоваға һәм барлыҡ ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, был грант беҙҙең еңеүле бишенсе проектыбыҙ”, тине. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм әүҙемселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында Илдар Ҡотов, Геннадий Смирнов, Александр Бабиков, Ғәли Ҡотов, Тимербай Закиров, Азат Ғәйнуллин, Рауил Мөлөков, Эльвира Абдрахманова, Алия Зөбәйҙуллина, Альбина Мөхәмәтйәнова бар.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова изге теләктәрен еткерҙе. Ғафури районында ошондай 66 обелиск барлыҡҡа килеүен һәм күбеһе яңыртылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙары-бабайҙарының портреттарын тотоп килеп, “Үлемһеҙ полк” ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Ауылдаштары исеменән Ғәйсәр Әбелғатин сығыш яһап, был ҙур эште атҡарып сыҡҡандары өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ауылда обелиск эшен иң беренсе башлаусы Риф Иҙрисов менән Зәки Зөбәйҙуллин ағайҙарҙы иҫкә алып китергә кәрәк, тине. “Бәләкәй генә Ташбүкән ауылынан 200-ҙән ашыу кеше һуғышта ҡатнашып, 25 проценты ғына иҫән ҡайтҡан. Был Ташбүкән халҡы һуғышта алда барған, арттан йөрөмәгән, тигәнде аңлата. Ауылдан һуғыш ҡағылмаған бер ғаилә лә ҡалмаған. Ташбүкәнде батыр ауыл тип әйтергә була. Беҙ, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтар, берҙәм булайыҡ, берҙәм булһаҡ ҡына беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ”, - тине Ғәйсәр Вафир улы.
Ниһайәт, тантаналы минуттар етте. Обелискының ҡыҙыл таҫмаһы киҫелеп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина менән Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Һуғыш яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарҙы, һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙан бөгөнгө шатлыҡлы көндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш, тыл ветерандарын, илебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргәндәрҙе иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Бер минут тын ҡалып, һәләк булғандарҙы иҫкә алғандан һуң, барыһы ла обелискыға сәскәләр һалды.
Килер көндәребеҙ яҡты булһын, ер йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш сыҡмаһын! Беҙҙең батырҙарыбыҙға мәңгелек дан! Беҙ уларға ҙур ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Булғанға шөкөр итеп, тормоштоң, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәнәйек! Минут һайын үҙгәреп торған был донъяла кеше ғүмере – иң ҙур ҡиммәт икәнен онотмайыҡ! – тигән теләктәр менән тамамланды тантаналы сара.

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас