+1 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Октября , 10:45

Бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл

Башҡорт һүҙ сәнғәтен донъя кимәлендә танытҡан шәхестәребеҙҙең береһе – ул  Мостай Кәрим. Бар ғүмерен һүҙ сәнғәтенә һәм халҡына арнаған бөйөк әҙиптең яҡты ижады бөгөн дә кешеләр күңеленә нур һәм моң таратыуын дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йылБөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл
Бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл

Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17-се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 - 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 - 1984 йылдарҙа - РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.

 Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы. Лайыҡлы рәүештә башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып һанала. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон - оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре быға дәлил. Улар юғары фәлсәфәүи мәғәнә, ысын гражданлыҡ, ҡанатландырғыс изгелек һәм романтизм рухы менән һуғарылған. Алтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, яҡты ихласлыҡ, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булды.

   Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М.С.Кәримов - Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР - ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР-ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.

2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән.

Бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл
Бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл
Бөгөн Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас