

Уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылды һәм Лилиә үҙе ойоштороп, үҙе ҡарап, тулыландырып торған музейҙың стенаһына беркетелде. Хәтер кисәһендә баш ҡалабыҙ Өфөнән Яҙыусылар союзы ағзалары: ауылдашы Ниязбай Сәлимов һәм тағы бер яҡташыбыҙ Рәйлә Сабитова ҡатнашып, Лилиә тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйттеләр, иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, шиғырҙарын уҡып, музейға бергә төшкән иҫтәлекле фотоларҙан эшләнгән коллаж бүләк иттеләр. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Рафиҡов Лилиәнең уҡытыусы сағында талапсан, тырыш булыуы хаҡында һөйләп, Ғафури районында был уҡытыусыларға арнап асылған икенсе таҡтаташ тине, был башланғысты тәҡдим итеүселәргә, уны тормошҡа ашырыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Элек мәктәп директоры булып эшләгән Рауил Солтанморатов Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының мәктәптә уҡыу һәм тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары булып эшләгәндә ышаныслы булыуын, һәр эште еренә еткереп башҡарыуын, башҡаларҙан да шуны талап итеүе хаҡында әйтте. "Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһенән Гөлшат Вәлиева (әлеге етәксеһе), Рим Исламғолов, Рәмзиә Монасипова, Фәниә Фәйзуллиналар сығыш яһаны. Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина Лилиәнең арабыҙҙан китеүенә бер йыл тулыуға арнап яҙған шиғырын уҡыны һәм бер йыл элек, Лилиәнең вафатын ишеткәс, сәсән һәм сәсәниә дуҫтарының яҙған шиғри юлдарынан йыйылған тупланма - папканы музейға бүләк итте. Унда ун өс ижадташ дуҫтарының шиғри юлдары кергән. Лилиәнең апаһы, Салауаттан килгән Нәжибә Фәйзуллина Лилиәнең балалары менән бергәләп уның элекке йыйынтығына кермәгән шиғырҙарынан "Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала" исемле өсөнсө китабын сығарған. Был китапты улар йыйылыусыларға бүләк итеп таратты. Таҡтаташ асыуға үҙе лә күп көс һалған Бурлы ауыл хакимиәте етәксеһе Рәүфә Хәйретдинова таҡтаташты эшләтеүсе Рим Исламғоловҡа, таҡтаташ асыу идеяһын биреп, әүҙемлек күрһәткән уҡытыусыларға: Айгөл Солтанморатоваға, Гөлшат Собханғоловаға, музейҙың әлеге хеҙмәткәре Алһыу Мөхәмәтҡоловаға Рәхмәт һүҙҙәре яҙылған грамоталар тапшырҙы. Рим Исламғолов Лилиәнең исемен мәңгеләштереү буйынса тағы бер тәҡдим индерҙе: Бурлы ауылы биләмәһендә Лилиә Миниязова кеүек ауылы өсөн тырышҡан, йәмәғәт эштәрендә Лилиә кеүек өлгөр, әүҙем булғандарға уның исемендәге премия булдырыу тураһында. Сараның рәсми өлөшөнән һуң, йыйылған ҡунаҡтар ҡөрьән ашын ашап, сәйҙәр эсеп, Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының рухына бағышлап доғалар ҡылып таралдылар. Үҙен шундай ҙурлауҙарына Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының рухы шатланғандыр, ерҙә ҡалғандарҙың барыһынан да риза булғандыр. Лилиәнең тормош иптәше Валерийға, балаларына, туғандарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә, Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.
Лилиә Миниязованың бер йыллығына бағышлау
Лилиәнең ташлап китеүенә
Үтеп китте инде бер йыл да.
Иҫкә төшһә бергә булған саҡтар
Күҙгә йәштәр тула һаман да.
Бик һәләтле сәсәниә инең,
Нимә тотһаң, шуны булдырҙың.
Көтмәгәндә генә вафат булып,
Бик күптәрҙе йәтим ҡалдырҙың.
Әммә һине һис тә онотмайҙар
Яҡын дуҫтар, ауылдаштарың.
Күрәһеңме, һине хәтерләргә
Йыйылды ижадташ дуҫтарың.
Иҫтәлегең итеп стенаға
Таҡтаташ та ҡағып ҡуйылған.
Юйылмаҫлыҡ итеп һинең исем
Ошо таҡтаташҡа яҙылған.
Йәшәүеңдән яҡты эҙҙәр ҡалды,
Ҡалды шиғырҙарың китапта.
Яугилде ауылы музейында
Тере кеүек торорһоң һаҡта.