+1 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Октября , 04:00

Ҙур ғаилә китабы

Республикабыҙҙа быйыл иғлан ителгән “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылы төрлө сағыу ваҡиғаларға бик бай. Бөгөн 60-лап ҡына кеше йәшәгән, әммә заманында гөрләп торған Мәндем ауылында ла күңелдәрҙә оҙон-оҙаҡҡа ҡалырлыҡ матур саралар ойошторолдо. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе - быуындарҙы быуындарға тоташтырыусы, тарихи үткәндәрҙе яҡтыртыусы, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын нығытыусы “Мәндемем, изге төйәгем!” китабының исем туйын үткәреү булғандыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур ғаилә китабыҘур ғаилә китабы
Ҙур ғаилә китабы

Был китап, ысын мәғәнәһендә, “халыҡ китабы”, “ҙур ғаилә китабы” тип аталырға хаҡлы. Уның йөкмәткеһен туплауҙа ауыл халҡы, унан бигерәк данлыҡлы леспромхоз тарҡалғас, төрлө тарафтарға таралышып ғүмер иткән ауылдаштарым ҡатнашты.
1959 йылда эшселәр посёлогы тип аталасаҡ урынға тәүгеләрҙән килеп, мәктәп, медпункт, клуб, дүртәр ғаиләгә иҫәпләнгән барактар нигеҙен һалыусылар күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән. Шул осорҙа ата-әсәләренә эйәреп килгән малай-ҡыҙҙар ҙа 70-80 йәштәргә аяҡ баҫҡандар инде. Ауыл, ғаиләләр тураһында яҡты хәтирәләрҙе туплаусы, үҙ ата-әсәләренең тормош юлын яҡтыртыусы башлыса тап улар булды.
Китап сығарыу идеяһын тәүҙә ауыл мәктәбендә, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем гимназияла китапханасы булып эшләгән Мәрүә Ғәҙелшина бирҙе. Ул йыйған материал “Мәндем ауылы тарихы” тигән атама аҫтында йыйынтыҡтың тәүге өлөшөн тәшкил итә.
Мин иһә китапта алсаҡ, ихлас, бар ғүмерен ауыр шарттарҙа урман ҡырҡыу эшенә бағышлаған ауылдаштарымдың яҙмышын, балаларҙың шат, бәхетле тауышынан гөрләп торған ауыл урамдарын, ҙур уңыштарға өлгәшкән мәктәп коллективының бал ҡортондай тырыш хеҙмәтен, ауылдың маҡтаулы кешеләрен күрһәтергә теләнем. Актив туплап, “Ауылым кешеләре" тигән бүлеккә Ҡарамалы, Үзбәйҙәк, Үҙәк, Фәхри яланы урамдарына яуаплы итеп Фәниә Йәнмырҙина, Айгөл Зәйнуллина, Зиниә Батыршина, Фәүриә Мөхәмәтйәнова һәм Роза Солтанова билдәләнде. “Ауылым ҡаһармандары” бүлеген Гөлнара Аҡҡолова, “Ауылым таланттары”н Лилиә Шәфиева, “Мәктәбем - белем усағым”ды Зәйтүнә Хәбибуллина, мин - “Бөгөнгө Мәндем” өлөшөн яҙҙыҡ.
“Башҡортостан АССР- ы ҡарары менән 1959 йылдың ғинуарында Красноусол быяла заводының утын әҙерләүсе участкаларын берләштереп, Ғафури леспромхозы ойошторола. Тәүҙә Ағайтуған, Иҫке Быяла (Берёзовая поляна), Ләмийән (Журавлиная поляна), Баянды, Үзбәйҙәк, Төгөн, Сикйылға, 111-се квартал (Сыраҡтау) һәм башҡа урман участкаларында эшкә яраҡлы ағасты әҙерләү һәм эшкәртеү цехтары асыла. Ул саҡта бөтә эш нигеҙҙә балта, бысҡы ярҙамында, ә әҙерләнгән ағасты тейешле урынға сығарыу ҡул көсө менән башҡарыла.
Леспромхоз асылғас, ағас әҙерләү сәнәғәте киңәйә. Тәүҙә Ҡурғашлы урман пункты төҙөлә. Ағасҡа ихтыяж арта. Шул сәбәпле яңы урман пункты асыу мәсьәләһе ҡуйыла", - тип яҙа Мәрүә Ғәҙелшина Мәндем ауылының барлыҡҡа килеү сәбәбен асыҡлап. Һәм ҡыҙыу темптарҙа мәктәп, медпункт, клуб, дөйөм мунса, икмәкхана, почта бүлексәһе, ат аҙбары төҙөлөүен бәйән итә. Шулай уҡ тимерлек, септә һуғыу цехы эшләүе тураһында яҙа, ә ауыл халҡына яҡтылыҡ дизель генераторы ярҙамында бирелә. Ауылдаштарым хәтерләүенсә, дүртәр ғаиләлек барактарҙа ун икешәр ғаилә лә йәшәгән, шунлыҡтан 25-30 йәшлек йәш ирҙәр аҙнаның бер генә ял көнөндә ҡулалмаш йөрөп, бер-ике йыл арауығында айырым йорт төҙөп сығалар.
80 йәшкә аяҡ баҫҡан Әлфиә Хәсәнова, Миңнур Йәнмырҙин, Зөлфәр Кәлимуллин, Зилә Мөхәмәтйәнова, Ринат Ураҙғолов, Мәрүә Ғәҙелшинаның иҫтәлектәре Мәндем ауылының барлыҡҡа килеү, үҫеү йылдарын күҙ алдына баҫтыра.
“Беҙ, Шакир Хәсәновтың ғаиләһе, 1960 йылдың июлендә Белорет районы Инйәр леспромхозының Уртансы Төлмәй урман участкаһынан атайым менән әсәйемдең тыуған яғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Ул саҡта миңә 12 йәш тулғайны инде. Атайым Инйәр леспромхозынан Ғафури леспромхозына күсермә алғас, 29 йыл ғүмер иткән төйәген ҡалдырып, тыуған яҡтарына ашҡынып ҡайтты. Беҙ 7 кеше - атайым, әсәйем һәм 7 йәштән 22 йәшкә тиклемге биш бала 150 саҡрымды 12 көндә үттек. Ҡыҙығы ла бар инде, күҙ алдына килтерһәң. Беҙҙең егеүгә өйрәтелмәгән йәш тайыбыҙ, 2 һыйыр, бәрәстәре менән 5-6 һарыҡ, атҡа ла, һыйырға ла артмаҡланған әйберҙәр... Нисәмә ауылда ҡунырға тура килде һәм, атайым кемдән генә фатир һорамаһын, барыһы ла индерҙе. Шулай Мәндемгә етеп, аҡлан уртаһына килеп туҡтаныҡ, аптырап йән-яҡҡа ҡарап торабыҙ, ауыл тип әйтерлек бер нәмәһе лә юҡ. Яҡында бер өй төҙөлә, ара-тирә ағастар араһынан төтөн сыға”, - тип хәтерләй Әлфиә Шакир ҡыҙы Мәндем ауылының тәүге йылдарын.
Китаптың “Ауылым кешеләре” тигән бүлектә үҙ урамының күркәм кешеләре тормош юлын яҡтыртыуға бар тырышлығын һалып, ике йыл буйы ауылдаштары менән тығыҙ бәйләнештә торған Фәниә Йәнмырҙина менән Айгөл Зәйнуллинаның оло хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Улар Ҡарамалы һәм Үзбәйҙәк урамдарында йәшәгән һәр ғаиләнең иҫтәлектәрен урынлаштырырға тырышҡан, шулай уҡ Үҙәк һәм Фәхри яланы урамдарында йәшәүселәрҙең тарихына ла урын бирелгән.
Лилиә Шаһиеваның “Ауылым таланттары” тигән яҙмаһын уҡығас, һауа торошоноң нисек булыуына ҡарамай, таң һарыһынан һыуыҡ машинаға тейәлешеп, тау-таш араһынан 12-15-шәр саҡрым алыҫлыҡтағы диләнкәләргә эшкә китеп, кискә генә арып ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, балаларына саңғы, саналар яһаған, көйәнтәләр бөккән, йорттар һалған, балта оҫтаһы ла булған, гармунын да тартҡан, балыҡҡа, һунарға йөрөгән ағай-атайҙар, күҙ яуын алырлыҡ гөл-сәскәләр үҫтергән, сигеүен сиккән, матур-матур күлдәктәр тегеп кейгән инәй-апайҙар, йырлап-бейеп күңел асырға ла өлгөргән ауылдаштарым күҙ алдына баҫа.
Һәр береһе бал ҡорттары үрсеткән, рам, кәрәк-ярағын үҙҙәре эшләгән, тәбиғәт ҡосағына сығып еләген, бәшмәген дә, файҙалы үләндәрен дә йыйып, күршеләре менән бүлешкән, ҡунаҡҡа йөрөшкән алсаҡ, ихлас, киң күңелле кешеләрем һоҡландыра...
20-30-лап ҡына йортта йәшәгән ауылым халҡы бөгөн дә, бөтә районды һоҡландырып, тормош ауырлығына зарланмай, хөкүмәттән бер ниндәй ярҙам булмауына артыҡ иҫе китмәй йәшәп ята.
“Мәктәбем - белем усағым” бүлеге балаларға белем, тәрбиә биргән уҡытыусыларға, йылы мөхит тыуҙырған барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә торғаны бер мәдхиә. Тырыш, сәмсел, үҙ һөнәрен яратҡан педагогик коллектив тәрбиәле, белемле, киләсәккә ҙур хыялдар йөрөткән егеттәр-ҡыҙҙар тәрбиәләне, уларҙың күптәре республика, Рәсәй кимәлендәге наградалар менән бүләкләнде, юғары исемдәргә, вазифаларға эйә булды.
Бөгөн дә ауылыбыҙға йәм биреп, үҙенә тартып тороусы клубыбыҙ бар. Уның егәрле хужабикәһе Гөлнара Ханнан ҡыҙына барыбыҙ ҙа рәхмәтлебеҙ. Мәҙәниәт йортоноң иң түрендә - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, афған, чечен хәрәкәтендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр ир-егеттәребеҙҙең фотолары, улар тураһында белешмә бирелгән стенд. “Ауылыбыҙ ҡаһармандары” бүлегенә Гөлнара Аҡҡолова үҙе туплаған ошо мәғлүмәтте тәҡдим итте. Грант аҡсаһына ветерандар иҫтәлегенә ҡуйылған стела һәр ваҡыт ағинәйҙәр, ауыл ир-егеттәре көсө менән тәрбиәле тотола.
Йыйынтыҡта шулай уҡ төрлө йәштәге, төрлө өлкәлә эшләүсе, хаҡлы ялдағы ауылдаштарҙың иҫтәлектәре лә бирелгән.
Ауыл тарихы тураһында китап яҙырға булғас, “Ауылдаштар” чаты асыусы Рәшит Монасипов булһа, көн һайын хәйерле иртәләр теләп, яңы темалар тәҡдим итеүсе, барыһын да дөйөм эшкә дәртләндереүсе, әүҙемләштереүсе Межгорье ҡалаһында йәшәүсе Ринат Ураҙғолов булды. Ауырғазы районында йәшәп Өфө аэропортында эшләүсе Нурия Батыршина, Красноусолдан Рәфилә Әхтәмова ауылдаштарҙан китап баҫтырыу өсөн аҡса йыйҙы, алыҫ Себер тарафтарында эшләүсе Рәфис Аҫылбәков, Ринат Ураҙғолов бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, Зилә һәм Гөлназ Шәфиевалар текстарҙы баҫмаға әҙерләште, бар материалды бергә йыйып, Красноусолдан Рәмзилә Ваһапова нәшриәт директоры Рәшит Зәйнуллинға ебәрҙе.
Рәшит Раил улы тырышлығы, талапсанлығы менән уҡымлы, матур биҙәлешле ауыл тарихын сағылдырған йыйынтыҡты ҡулға алып бер шатланһаҡ, йырлы-моңло, шиғриәтле, күңелдәргә үтеп керерлек китап байрамы ойошторған Гөлнара Ханнан ҡыҙына, алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтып ҡына ҡалмай, китаптың исем туйы байрамында концерт номерҙары менән сығыш яһаусыларға ҡарап бер ҡыуандыҡ.
Байрамдан, бер ҙур татыу ғаилә булып бергәләп яҙған “Мәндемем, изге төйәгем!” китабын ҡулдарына тотоп, күтәренке кәйеф менән таралышты ауылдаштар.
Рәмзиә МОНАСИПОВА,
мәғариф ветераны.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас