+11 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Октября , 10:51

Хеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхес

Район мәғарифындағы матур йола - олпат йәштәрен билдәләүсе хөрмәтле юбилярҙарҙы өйҙәренә барып тәбрикләүҙәр быйыл да дауам итте. 2019 йылдан башланғыс алған йоланың быйылғыһында Аҡкүл ауылының хөрмәтле, абруйлы шәхесе - һәр кемгә үрнәк булырлыҡ тормош юлы үткән, сентябрҙә 75 йәшен билдәләгән Аҡкүл мәктәбенең элекке директоры, мәғариф ветераны Радик Ғабдрахман улы Ғайсин коллегаларынан ҡотлауҙар ҡабул итеп, шатлыҡ кисерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхесХеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхес
Хеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхес

Радик Ғабдрахман улы үҙенең олпат юбилейын 2 октябрҙә туғандарын, яҡындарын, күршеләрен бергә йыйып билдәләне. Атайҙарын ҡотларға балалары, ейәндәре лә ҡайтҡайны. Хөрмәтле юбилярҙы тәбрикләргә район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны, 1997 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән Ғәлинур Ҡалмырҙин, район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Насиров, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының элекке директоры Дәриғәт Рәхимов килде. Мәғариф ветерандары Радик Ғабдрахман улы һәм уның тормош иптәше Раушан Акуш ҡыҙы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.
Бар булмышы, һөнәри оҫталығы, йәшәү рәүеше, хеҙмәт һәм тормош юлы күптәргә өлгө булған, исеме район мәғарифы тарихында ҙур хәрефтәр менән яҙылған Радик Ғайсин 1951 йылдың 28 сентябрендә Үзбәкстанда донъяға килә. Ике малай, 3 ҡыҙ үҫәләр. Ата-әсәһе Рәйсә менән Ғабдрахман Ғайсиндар өйләнешкәс, 1950 йылда Башҡортостандан Үзбәкстанға күсеп килгән була.
Йәше еткәс, Радик 1958 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһенең А.С.Пушкин исемендәге 1-се һанлы район үҙәге мәктәбенә уҡырға төшөп, 1968 йылда уны алтын миҙалға тамамлай. Артабан Н.В.Гоголь исемендәге Нежин дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә һәм биш йылдан һуң, 1973 йылда, был уҡыу йортон уңышлы тамамлаған юғары белемле йәш белгес Сәмәрҡәнд өлкәһендәге совхоз мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Эшенә яуаплы ҡараған, тырышлығы һәм әүҙемлеге менән айырылған һәләтле педагогҡа ҙур өмөттәр бағлап, кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, һуңынан завуч вазифаһын ышанып тапшыралар.
Буласаҡ тормош иптәшен - үҙенән түбәнерәк курста уҡыған Ҡаҙағстан ҡыҙы Раушанды ла институтта уҡып йөрөгәндә осрата һәм ике йәш йөрәк араһында ҡабынған һөйөү уты ҡауышыу менән тамамлана. Ҡыҙҙың уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған 1976 йылда өйләнешеп, уҡытыусы Ғайсиндар ғаиләһе барлыҡҡа килә. 1981 йылғаса йәштәр бер мәктәптә эшләйҙәр. Артабан Раушан Акуш ҡыҙының тыуған яҡтары – Ҡаҙағстанға күсәләр. Бында иһә Радик Ғабдрахман улына мәктәптәрҙә директор вазифаһында эшләргә тура килә. Артабан мәктәптә хеҙмәт сынығыуы алған Р. Ғайсинды тағы ла яуаплыраҡ вазифаға – ҡала мәғариф бүлегенә мөдир итеп үрләтәләр. Быға тиклем туплаған барлыҡ тәжрибәһен, белемен, һәләтен ҡулланып, яңы вазифала ең һыҙғанып эшләй ул.
Донъяларына йәм өҫтәп, бер-бер артлы мөхәббәт емештәре - дүрт балалары - өс ул һәм бер ҡыҙҙары тыуа. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларының иң өлкәне – улдары Азамат Стәрлетамаҡ ҡалаһында, икенсеһе – Илгиз - Германияла, өсөнсөһө Тимур - Мәскәүҙә, иң кесеһе – Роза ҡыҙҙары ла Германияла йәшәй. Һәр ҡайһыһы яратып һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Бер ейәнсәр, 4 ейәнгә олатай-өләсәй булған Ғайсиндар.
1997 йылда иһә Ғайсиндар ғаиләһенә Радик Ғабдрахман улының атай-әсәһенең тыуған яғы - Башҡортостанға күсеп ҡайтырға насип була. Атаһы - Ғабдрахман Шәрипҡол улы Миәкә районының Ҡаран ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты яраланып, кесе лейтенант дәрәжәһендә комиссовать ителгән. Әсәһе - Рәйсә Сәхи ҡыҙы Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан, икеһе лә бар ғүмерҙәрен бухгалтер эшенә бағышлағандар. Улар 1950 йылда өйләнешеп, Үзбәкстанға күсеп киткәндәр һәм пенсияға сыҡҡас, 1985 йылда әйләнеп ҡайтҡандар.
Ғафуриға килеп төпләнгәс, Раушан менән Радик Ғайсиндар Антоновка мәктәбендә эш башлайҙар. Радик Ғабдрахман улы был мәктәпкә етәкселек итһә, киләһе йылына Аҡкүл мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. 1998 йылдан 2014 йылғаса директор йөгөн тартып, хаҡлы ялға туҡтай ул. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен мәғарифҡа арнаған һәләтле етәксе халыҡ мәғарифын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн “Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Раушан Акуш ҡыҙы ла алдынғы уҡытыусы, уҡытыуҙың яңы алымдарын ҡулланып, бар булмышын биреп эшләгән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялдалар.
Аҡкүл ауылында күптән үҙ кешегә әйләнгән Ғайсиндар үҙҙәре һалып кергән йорттарында 30 йылға яҡын бер төптән булып, татыулыҡта ғүмер йомғағын һүтәләр. Быйыл йәй ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең илле йыллығын – алтын туйҙарын билдәләгәндәр. Әсәйҙәре Рәйсә апай менән бергә йәшәгәндәр, ул былтыр 96 йәшендә мәрхүмә булған.
Ҡунаҡтар матур хеҙмәт һәм тормош юлы үткән Радик Ғабдрахман улының хеҙмәт биографияһының бик күп осорҙары тураһында иҫкә төшөрөп, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Буш ҡул менән килмәгәндәр, мәғариф ветеранын юбилейы менән ҡотлап, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар, район мәғариф бүлеге начальнигы А.Рафиҡов район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтте. Юбиляр шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Хатта ил Президенты В.В.Путин да ҡотланы үҙен. Радик Ғабдрахман улы иҫтәлекле осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды һәм коллегаларына рәхмәтле булып хушлашты. Юбилей сараһы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына тап килеүе менән мәртәбәле, айырыуса әһәмиәтле һәм иҫтәлекле.

Хеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхес
Хеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхес
Хеҙмәте һәм йәшәйеше менән абруйлы шәхес
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас