Шәмбе көндө Байымбәт ауылында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында 4 һәм 6 йәшлек ике бала ауыр бешеүҙәр алды. Улар ҡарауһыҙ ҡалған һәм бесән кәбәне янында зажигалка менән уйнаған. Ҡоро үлән йәшен тиҙлегендә тоҡанып киткән. Янғынды үҙ көстәре менән һүндергәндәр, әммә балалар реанимацияға һәм бешеү бүлегенә эләккән. Хәҙер улар Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһында дауаланыу үтә.
Йәкшәмбе көндө Ташлы ауылында күп балалы ғаиләнең йорто янып китә. Аш бүлмәһендә тарттырылмалы түшәм иреп төшөү арҡаһында 2024 йылғы бала зыян күргән. Фажиғәнән тик ваҡытында эшләп киткән янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ғына ҡотҡарып ҡалған. Шаршамбы иртәһендә шул уҡ ауылда тағы бер янғын була, унда 71 йәшлек йорт хужаһының ғүмере өҙөлә. Янғындың яҡынса сәбәбе - тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ.
Булған хәл-ваҡиғаларға бәйле район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү комиссияһының бер нисә кәңәшмәһе үтте. Унда билдәләнеүенсә, янғындарҙы иҫкәртеү буйынса алып барылған эштәргә ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда янғындар менән бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Йыл башынан 48 янғын (уҙған йылда - 35), өс һәләк булыусы (уҙған йылда - берәү), өс зыян күреүсе (уҙған йылда - икәү) теркәлгән.
Хакимиәт башлығы Венер Вахитов ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәм яуаплы хеҙмәттәргә иҫкәртеү төркөмдәренең эшен көсәйтергә, хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләрҙе йөрөп сығырға ҡушты.
- Алда һыуыҡтар көтөлә, тимәк, хәүефтәр ҙә арта ғына. Хөрмәтле ғафуриҙар, үткәргестәрҙе, йылытыу приборҙарын, мейестәрҙе тикшерегеҙ. Ҡабыҙылған приборҙарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Селтәрҙәргә көсөргәнеш яһамағыҙ! - тип мөрәжәғәт итте район халҡына Венер Фәнир улы. - Ата-әсәләр, балалар менән һөйләшегеҙ. Шырпы һәм зажигалка - уйынсыҡ түгел! Уларҙы бала ала алмаҫлыҡ ергә йәшерегеҙ. Янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырығыҙ. Беҙҙең хәүефһеҙлек - ул ҡотҡарыу хеҙмәттәренең генә бурысы түгел, ә уртаҡ яуаплылыҡ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!