+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
10 Апрель 2025, 04:52

Беҙ бармаһаҡ, илде кем һаҡлар?..

Байымбәт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүбәкир Ҡорманғоловты районда белмәгән кеше бик һирәктер. 1943 йылда, 17 йәшлек үҫмер килеш Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына (РККА) саҡырылып, 1945 йылда Берлинғаса барып етә ул.

Бөйөк Еңеүҙән һуң, Польшаның “Гроссброн” хәрби ҡаласығында хеҙмәт итеп, 1950 йылдың ноябрендә генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы К.К.Рокоссовский етәкселегендәге 2-се Белоруссия фронтының 135-се уҡсылар полкында “Максимка” пулемётсыһы була. Великие Лукиҙы, Белоруссия, Литва, Польшаны немецтарҙан азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ауыр яраланып, госпиталдәрҙә дауалана. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була.
Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтыу менән элекке “Ҡыҙыл Туғай” колхозында келәт мөдире булып эш башлай. Колхоздарҙы эреләтеүҙәр башланып, Байымбәтте Бурлыға ҡушҡандан һуң “Сталин”, артабан “Ленинизм” колхозында бригадир, ферма мөдире, төҙөлөш бригадаһы бригадиры, артабан Табын лесничествоһы леснигы булып эшләй. Колхозда ғына 46 йыл хеҙмәт стажы була Әбүбәкир Дәүләтбай улының.
1951 йылда Ерек ауылы ҡыҙы Ғәлимә Хөснөтдин ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 10 балаға - 7 ул һәм 3 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ғәлимә инәй менән Әбүбәкир бабай балаларына матур тәрбиә биреп, эшсән, тырыш итеп үҫтерәләр. Бөгөн балалары үҙ ғаиләләрен ҡороп, иркен йорттар һалып, балалар үҫтереп, матур-татыу булып йәшәйҙәр.
Тик тормош шатлыҡ-һөйөнөстәрҙән генә тормай шул. Бынан күп йылдар элек Таһир улдары йәшләй генә вафат була. 2008 йылда Әбүбәкир бабай 57 йыл шатлыҡ-ҡайғыларҙы бергә күтәреп, бер бөтөн булып йәшәгән ҡатыны Ғәлимә апайҙы ерләй, 2014 йылдың ғинуарында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, кесе сержант Әбүбәкир Дәүләтбай улы үҙе лә баҡыйлыҡҡа күсә. Тап уны ерләгән көндө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Әбүбәкир Дәүләтбай улы Ҡорманғоловтың “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән бүләкләнеүе билдәле була.
Һуғыш ветераны үҙенең тормошо, яу юлдары, ауылдағы хәлдәр тураһында яҙып, көндәлек алып бара. Бик күп шиғырҙары ла бар унда Әбүбәкир бабайҙың. Ейәнсәре Әлиә олатаһының иҫтәлеге итеп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына был көндәлекте төҫлө китапсыҡ итеп нәшер итеп, барса туғандарына таратҡан. Ул китапты ҡулға алып, тәүге битенә күҙ һалыу менән унан айырылып булмай, шул тиклем күп мәғлүмәтле, тарихи китапсыҡ ул.Тап ошо китапсыҡта: “Бандеровсылар, нацистар, поляктар бик алама, аяуһыҙ, ҡанһыҙҙар. Беҙ Польшала саҡта һалдаттарға уларҙан бер нәмә лә һатып алмаҫҡа, улар биргән ризыҡты ашамаҫҡа ҡуштылар. Улар ҡулынан һыу алып эсеп, алма ашап та ағыуланып үлеү осраҡтары күп булды. Шуларҙың барыһын да бергә ҡырып бөтөрөргә рөхсәт итмәнеләр бит, йәлләнеләр, аҡылға ултырғандарҙыр, тип өмөтләнделәр, ышандылар. Тик уларҙың тоҡомдарының бер заман йәнә баш ҡалҡытыуы ихтимал бит”, - тигән юлдар бар. Данлы һуғыш юлы үткән ветерандың шикләнеүе урынлы булып, һүҙҙәре раҫҡа сыҡты. Бөгөн еңеүсе яугирҙарҙың улдары, ейәндәре тап шул бандеровсыларҙан, нацистарҙан илебеҙ именлеген һаҡлап, ҡулдарына ҡорал алды. Әбүбәкир бабайҙың ике улы, Илдар менән Талип та “бер-беребеҙгә терәк булырбыҙ”, - тип икәүләшеп Оборона министрлығы менән контракт нигеҙендә 2023 йылдың сентябрендә махсус операция биләмәһенә юлланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдар Әбүбәкир улы быйыл ғинуар айында Кременнойҙағы алыштар ваҡытында батырҙарса һәләк була. Әлеге көндә “Бакир” алғы һыҙыҡта дошмандарҙан ағаһы өсөн үс ала...
“Бакир”ҙың да атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбүбәкир Дәүләтбай улы кеүек тиҙерәк Еңеү менән һәм иҫән-имен ғаиләһе, яҡындары, туғандары янына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Беҙ бармаһаҡ, илде кем һаҡлар?..
Беҙ бармаһаҡ, илде кем һаҡлар?..
Беҙ бармаһаҡ, илде кем һаҡлар?..
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас