Ғафури районында атап үтелгән категорияға ҡараған алты тиҫтәгә яҡын кеше йәшәй. Уларға миҙалдар тапшырылды ла инде.
Балалыҡтан сығып та етмәгән ул быуын кешеләре иңенә ауыр һынауҙар төшә. Яуға киткән атайҙарын, ағайҙарын, һуңыраҡ – тиҫтерҙәрен алыштырып, улар көндө-төнгә ялғап баҫыу-ҡырҙа, фермаларҙа, производствола хеҙмәт итә. Тыныс ваҡытта ил иҡтисадын тергеҙеүҙә улар алғы сафта була, балалар үҫтерә, ейәндәрен тәрбиәләшәләр. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ул инәй-бабайҙар – барыбыҙҙың ғорурлығы.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре район ветерандар советы менән берлектә тыл ветерандарының өйҙәренә барып миҙалдар тапшырҙы. Улар: Капитолина Ивановна Банникова, Ләлә Зиннәт ҡыҙы Ибраһимова, Фәрбиҙә Сәғиҙулла ҡыҙы Килмөхәмәтова, Гәүһәр Динислам ҡыҙы Нуриязданова, Флүрә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Сабитова, Рәсилә Ғәлиулла ҡыҙы Сәфәрғолова, Сәғиҙә Вилдан ҡыҙы Суфиянова, Ғәзимйән Шакир улы Йәрмөхәмәтов, Раиса Николаевна Собарева, Мәүлиҙә Хәйбулла ҡыҙы Зәйнуллина. Нажия инәй Ишмөхәмәтоваға миҙал Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы район мәҙәниәт һарайында үткәрелгән байрам тантанаһында тапшырылды.
Ветерандарыбыҙҙың барыһына ла имен-һау булып, Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршы алырға яҙһын!